Эстәлеккә күсергә

Абрамчук Владимир Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Павлович Абрамчук
Тыуған көнө

22 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Новосибирск, РСФСР, СССР

Вафат көнө

19 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (74 йәш)

Вафат урыны

Межгорье

Ғилми даирәһе

экономика, хужалыҡ эшмәкәре

Альма-матер

Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институты

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Почёт ордены
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһеРәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе
Тышҡы һүрәттәр
Владимир Абрамчук

Абрамчук Владимир Павлович (22 ғинуар 1945 йыл, Новосибирск19 апрель 2019 йыл, Межгорье) — СССР һәм Рәсәй инженеры һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының беренсе—өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1989) һәм Почёт (2000) ордендары кавалеры.

Владимир Павлович Абрамчук 1945 йылдың 22 ғинуарында Новосибирск ҡалаһында тыуа.

1968 йылда тимер юл инженеры — төҙөүсө һөнәре буйынса Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлай. Артабан Әрмәнстанда эшләй, ә 1979 йылдан алып БайкалАмур магистрале төҙөлөшөндә тоннель отряды начальнигы вазифаһын биләй.

1981 йылдан башлап 30‑сы төҙөлөш идаралығының (Межгорье ҡалаһы) баш инженеры, 1988 йылдан начальнигы булып эшләй.

Абрамчук ҡарамағы аҫтында ташлы тупраҡтарҙа ҙур тороҡло ер аҫты ҡоролмаларын тиҙ төҙөүҙең яңы технологиялары эштә ҡулланыла башлана.

Башҡортостандың Күгәрсен районындағы Йомағужа һыуһаҡлағысын, Өфөлә автоюлдар тоннелен, магистраль газ торбаларын һәм башҡаларҙы төҙөүҙә ҙур өлөш индерә.

1989 йылда СССР Министрҙар Советы премияһына һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.

2000 йылда Почёт ордены менән бүләкләнгән.

Владимир Павлович актив ғилми һәм йәмғиәт эшен алып бара. «Рәсәй Федерацияһы транспорт Академияһының транспорт докторы» ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. Халыҡ-ара ғилми академияның мөхбир ағзаһы була, Тау ғилеме академияһы ағзаһы. БР Дәүләт Йыйылышының 1—3‑сө саҡырылыш депутаты, ә 2009 йылдан — Межгорье ҡала Советы рәйесе була.

Ер аҫтында төҙөү мәсьәләләре буйынса 11 монография һәм 30-ҙан ашыу баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәр авторы.

2019 йылдың 19 апрелендә Владимир Абрамчук вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1989)
  • СССР Министрҙар Советы премияһы (1989)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994)
  • Башҡортостан Республикаһының ике Почёт грамотаҺы (1995, 2005)
  • Почёт ордены (2000)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (2003)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаҺы (2004)
  • «Махсус программаларҙы башҡарыуҙа ярҙам өсөн» миҙалы (2004)
  • «Республика Башкортостан» гәзите версияһы буйынса йыл кешеһе — эшендә һәм йәғиәт хеҙмәткәрлегендә социаль өҫтөнлөк өсөн (2013)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаҺы (2015)
  • БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаҺы (2015)
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2015)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе
  • Почётлы транспорт төҙөүсеһе[2]