Эстәлеккә күсергә

Абрар (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Абрар — Башҡорт ир-ат исеме, мосолман илдәрендә осрай.

Абрар исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе изге, яҡшы күңелле тигәнде аңлата[1].

Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1 ғинуар 1935 йыл — 15 октябрь 2013 йыл) — башҡорт композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (12 июль 1942 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (4 апрель 1933 йыл) — дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII, VIII һәм X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005)

Игелеков Абрар Ғабдулла улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор.

Абрар Хөсәйен (9 февраль 1965 йыл — 16 июнь 2011 йыл) — Пакстан боксеры, Олимпия уйындарында бер нисә тапҡыр ҡатнашыусы, беренсе ауырлыҡта сығыш яһаусы (71 кг)

Абрар (Аброр) Һиҙиәтов (үзб. Abror Hidoyatov (1900 йыл — 1958 йыл) — СССР, үзбәк театры һәм кино актеры, йырсы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1945).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ