Эстәлеккә күсергә

Абсаттаров Абдулла Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абсаттаров Абдулла Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (122 йәш)
Тыуған урыны Әхмәт, Кушнаренко районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Абсаттаров Абдулла Әхмәт улы (рус. Абсаттаров Абдулла Ахметович) (1 ғинуар 1902 - ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны ҡылыссыһы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Абдулла Әхмәт улы Абсаттаров 1902 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Әхмәт ауылында тыуған.

1941 йылда Кушнаренко район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

1942 йылдың 15 ғинуарынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт иткән[2].

1943 йылдың 31 декабре, 1944 йылдың 1 февралендә, 1944 йылдың 4 майынан алып 10 майына тиклем дауам иткән алыштарҙа ҡатнашты тиелә РФ Оборона министрлығының «Халыҡ хәтере» тигән рәсми сайтында һәм батырлыҡ күрһәткән даталары күрһәтелә:

« «СССР Юғары Советы исеменән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәп, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» тип Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы 16-сы гвардия кавалерия Чернигов дивизияһының 1945 йылдың 14 июне, 29/н бойороғо менән бер төркөм яугирҙар һәм улар араһында ҡылыссы Абсаттаров Абдулла бүләкләнә[2]. »

«Халыҡ хәтере» сайтында Абсаттаров Абдулланың (хәрби документтарҙа атаһының исеме бирелмәгән) конкрет батырлығы тасуирлана:

« Иптәш Абсаттаров Ватан һуғышында 1942 йылдың апреленән Брянск, Үҙәк һәм 1-се Белорус фронттарында ҡатнашты. 1945 йылдың 12 апрелендә 3-сө эскадрон составында Владимир-Волынск ҡалаһы янында һан яғынан өҫтөнлөк тотҡан дошманға аяуһыҙ ҡаршы алышҡанда, һөжүм итеүсе ҡылыссылар рәтендә ике гитлерсыны юҡ итте. Висла йылғаһы өсөн оборона һуғыштарында пулемётынан ут асып разведка төркөмөнә Висланың көнбайыш ярында «тел» алыуҙа ярҙам күрһәтте.

Иптәш Абсаттаров 4-се эскадрон составында 1945 йылдың 22 ғинуарынан 23 ғинуарына ҡаршы төндә Янув ауылы өсөн барған яуҙа ҡатнашты. 1945 йылдың мартынан дошман авиацияһының өҙлөкһөҙ бомбаға тотоуы, ут асыуы шарттарында ат ҡараусы булды һәм хәрби аттарҙы яҡшы ашатты һәм ҡараны[2]

»

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абсаттаров Абдулла Әхмәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Кушнаренко районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән