Абҙаҡ ауыл Советы
Ил | |
---|---|
Статус | |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә | |
Халҡы (2009) |
2363 [1] |
Ваҡыт бүлкәте | |
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 |
Абҙаҡ ауыл советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 2467 кеше[2], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 2363 кеше[3].
Абҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2018 йылда почта адресы:
453538, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Абҙаҡ ауылы, Ленин урамы, 77
Состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Абҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар исемлеге. Йәмғеһе — 2467[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | чел. | % | ||
1952 | 2363 | +411 | +21,06 |
Тарихи белешмә[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абҙаҡ ауылы Көньяҡ Уралдың иң гүзәл тәбиғәтле ерендә урынлашҡан. Ул Ҡыраҡа һырттары, Бикенбәт, Һалмаурҙы тауҙары менән уратып алынған. Тауҙар ылыҫлы һәм япраклы урман менән ҡапланған.
Абҙаҡ (Түбәк) күбәләк ырыуына ҡараған 13 ауыл араһында иң ҙуры һанала. 1795 йылда 13 йорттан торған был ауылда 219 кеше йәшәй, ә 1859 йылғы ревизия 79 йортта 638 кешенең йәшәүен билдәй. Халыҡ малсылык менән шөғөлләнгән. Улар күсмә тормошто Урал тауҙары буйында һыуыҡ-йорт, Майташ шишмәһе һәм Көлсәғәҙе йылғаһы эргәһендә алып барған. XIX быуаттың 40-сы йылдар башында 70 йорттоң 65 күсмә тормош менән йәшәгән. 465 кешенең 475 баш ат, 250 һыйыр, 246 һарыҡ, 55 кәзә малы аҫрауы билдәле була. Игенселек уңайлы позиция ала. Ауылда 212 десятина һөрөлгән ер, Ҙур Ҡыҙылда 7 тирмән эшләгән була.
1924 йылда Абҙаҡ ауылында «Батрак» артеле ойошторола, ул 1929 йылға тиклем эшләй. 1929 йылда коллективизация башланып, артелде «Майташ» колхозына әйләндерәләр. Бөйөк Ватан Һуғышы алдынан «Майташ» кохозы үҙ исемен «1 Май» итеп алыштыра.
Бөйөк Ватан һуғышында Абҙаҡ ауылынан 155 кеше ҡатнаша, уларҙың 70 иҫән-һау үҙ тыуған яҡтарына ҡайта.
«1 Май» колхозы һуғыштан һуң тарҡала. 1946 йылда ағас эшкәртеү буйынса артель асыла, бер нисә айҙан ул Белорет урман комбинатына бирелә.
1980 йылда Белорет мал һимертеү совхозының Абҙаҡ бүлеге төҙөлөшө башлана. 1994 йылда бүлек ЮТИ ҡарамағына бирелә.
2003 йылда Абҙаҡ ауылында 264 урынға тәғәйенләнгән мәктәп сафҡа индерелә.
Бөгөнгө көндә Абҙаҡ ауылы халҡы «Абҙаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Тау шишмәһе», «Орленок», «Самоцветы», «Йәшлек» ойошмаларында, шәхси предприятиеларҙа, ЮТИ карьерҙарында эшләй.
Әһәмиәтле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абҙаҡ ауыл хакимиәте биләмәһенең Яңы Абҙаҡ станцияһы янында бөтә Рәсәйгә билдәле тау саңғыһы курорты бар. Бында дөйөм оҙонлрғо 18 км-ға еткән 13 трасса бар. Иң бейек һәм иң түбән урынындағы арауыҡ 311 м тәшкил итә. Слалом һәм гигант слалом өсөн 4 трасса бар,улар халыҡ-ара ойошмалар талаптарына яуап бирә (шулай уҡ FIS).Трассаның яҡшы сифатлы булыуына яһалма ҡар аттырып тороу ярҙам итә [4]
Был саңғы юлында Рәсәй Президенты В.В. Путин да булып, ял итеп китә [5]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абҙаҡ ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр:
- Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы (12 февраль 1950) — башҡорт эстрада йырсыһы. БАССРҙың атҡаҙанған (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)
- Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).,БР Яҙыусылар Союзының үҫмерҙәр өсөн "Һәҙиә" конкурсы еңеүсеһе (2018)
- Йомағужин Йәрмөхәмәт Йомағужа улы — 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ике «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[6].
- Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (4 февраль 1928 — 10 июль 2007) — СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982).
- Әхмәҙин Әфтәх (Әфтәхетдинов Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы) (31.10.1947) — шағир, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар сюздары ағзаһы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гидрография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19030(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Горнолыжный курорт Абзаково.[1].
- ↑ В.В. Путин в Абзаково [2]
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2016, 19 ғинуар 2016 йыл 9 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2016)