Адель (йырсы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Адель
Adele
Төп мәғлүмәт
Исеме

ингл. Adele Laurie Blue Adkins[1]

Тулы исеме

Адель Лори Блу Эдкинс

Тыуған

5 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (35 йәш)

Тыуған урыны

Тоттенем, Харринги, Лондон, Англия, Бөйөк Британия

Ил

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Һөнәрҙәре

йырсы, композитор, шағирә

Йырлау тауышы

контральто

Инструменттар

гитара, фортепиано

Жанрҙар

поп
соул
инди-поп
джаз
блюз

Лейблы

Divided By Law Records
XL Recordings
Columbia Records

Наградалар
Ҡалып:Британ империяһы ордены
Автограф
Автограф
adele.tv
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Аде́ль Ло́ри Блу Э́дкинс MBE (ингл. Adele Laurie Blue Adkins, Адель булараҡ киң билдәле; 5 май 1988 йыл) — инглиз йырсыһы, композитор, шағир, поп-джаз/соул, блюз башҡара. Британ империяһы ордены кавалеры (2013). Ун тапҡыр «Грэмми», өс «Brit Awards» премияһы, шулай уҡ «Алтын Глобус» һәм «Оскар» (2013) премиялары лауреаты.

2007 йылда тәнҡитселәр тарафынан «яңы Эми Уайнхаус» тип иғлан ителә[2], ләкин бер йылдан Этта Джеймс һәм Дасти Спрингфилд традицияларын дауам итеүсе тип нарыҡлана.

Аделдең дебют альбомы[3] «19» тип атала, ул 2008 йылдың 28 ғинуарында сыға һәм бер аҙнанан UK Albums Chartтың[4] иң өҫтөнә үрләп өлгөрә, ә һуңынан «ағалтын» статусын ала (йәғни 300 мең дана тираж менән тарала) һәм 2008 йылғы Mercury Prizeға тәҡдим ителә.

«21» — британ йырсыһы һәм авторы Аделдең 2011 йылдың ғинуарында Columbia Records лейблы аҫтында студияла яҙылып сыҡҡан альбомы. 2012 йылдың ноябренә альбом 25 млн дана тираж менән тарала, донъяның күп хит-парадтары башында була, бер нисә ай буйы Бөйөк Британияла UK Album Chart чартында (23 аҙна № 1, ҡатын-ҡыҙ йырсылар өсөн рекорд) һәм Америкала Billboard 200-ҙә (24 аҙна № 1, сирек быуат рекорды) беренсе урынды тота, шулай итеп, йыл бестселлерына әүерелә.

«21» төп Billboard һәм Rolling Stone журналдары версияһы буйынса 2011 йылдың иң яҡшы альбомы тип таныла.

2012 йылдың 12 февралендә Лос-Анджелеста 54-се «Грэмми» музыкаль премияһын тапшырыу тантанаһында диск йылдың Иң яҡшы альбомы тип табыла.

Альбом ике йыл рәттән (2011 һәм 2012) АҠШ-ла иң яҡшы була (быға тиклем йырсы Майкл Джексондың Thriller дискыһы ғына 1983 һәм 1984 йылдарҙа ошо баһаға өлгәшә).

Бөгөнгө көнгә Адель йөҙҙән ашыу төрлө наградаға эйә, улар араһында «Британ Империяһы ордены» бар[5]. Йырсы шулай уҡ Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. Был Китаптың яңы баҫмаһында йырсының өс уникаль ҡаҙанышы теркәлгән: Адель 11 аҙна рәттән һәм дөйөм алғанда 21 аҙна буйы альбомы британ чартының беренсе юлында торған тәүге яңғыҙ йырлаусы башҡарыусы тип танылған. Һәм тағы ла ул — ике альбомы һәм ике синглы бер юлы хит-парадтың тәүге биш урынында торған берҙән-бер артистка.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылдың 5 майында Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондонда тыуған.

Адель Эдкинс тәүге тапҡыр мәктәптә сығыш яһай, ул «Rise» йырын (Габриэлдең хиты) башҡара. Был осорҙа ул яратҡан йырсылары Этта Джеймс менән Дасти Спрингфилд йоғонтоһо аҫтында була, ә уларҙың пластинкаларына, үҙе әйтмешләй, көтмәгәндә барып юлыға. Адель Кройдондағы Лондон башҡарыу сәнғәте һәм технологиялар мәктәбенә инә (Эми Уайнхаус, Кэти Мелуа, Леона Льюис һәм Кейт Нэш та шунда уҡый) һәм 2006 йылдың майында уны тамамлай. Ике айҙан ул үҙенең ике композицияһын PlatformsMagazine.com. онлайн арт-журналының дүртенсе баҫмаһында сығара.

Тәүге британ турнеһына Адель 2007 йылдың октябрендә сыға. Был осорҙа MySpaceта уның йәш саҡта яҙҙырған һәм, бер дуҫына бүләк ителеп, уның тарафынан ошонда урынлаштырылған демо-плёнкаһы донъя күрә. Нәҡ MySpacтағы уңышы арҡаһында Адель беренсе контрактын ала. 2007 йылдың 22 октябрендә Pacemaker Recordings лейблында (хужаһы — Джейми Ти) уның дебют синглы «Hometown Glory», Тоттенемға трибьют, донъя күрә, ул iTunesта «Аҙна синглы» тип табыла, ә 2008 йылдың апрелендә сингл, «Skins» сериалы саундтрегында файҙаланылғандан һуң, йәнә британ топ-40-ына эләгә[4].

2007 йылдың декабрендә Адель Brit Awards Critics' Choice Award наградаһын (альбомһыҙ артисҡа тапшырыла) ала. Яңы контрактҡа — XL Recordings менән контрактҡа — ҡул ҡуйыла һәм икенсе сингл «Chasing Pavements» сығарыла, ул бер ай буйы британ хит-парадының 2-се урынын тота. 2008 йылдың ғинуарында уның 19 тигән дебют альбомы сыҡҡандан һуң бер аҙна тигәндә милли хит-парадтың беренсе юлын биләй һәм, бер айҙа 500 меңлек тираж йыйып, «ағалтын» статусын ала. 2008 йылдың мартында Адель Columbia Records менән Америкала контрактҡа ҡул ҡуя һәм АҠШ, Канада буйлап уңышлы гастролдә йөрөй. 2008 йылдың 20 июне уның дебют альбомы АҠШ-та[2] сыға, #10 кимәлен яулай[6].

2010 йылда Адель «Hometown Glory» синглы менән «Грэмми» премияһына тәҡдим ителә («Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ башҡарыуы»)[7]. Сентябрҙә (The X Factor ҙа йырлағандан һуң) уның башҡарыуында Боб Диландың «Make You Feel My Love» кавер-версияһы тағы ла британ чарттарына инә һәм 4-се урынға тиклем күтәрелә[8].

2011 йылдың 24 ғинуарында Бөйөк Британияла йырсының икенсе студия альбомы 21 сыға; американ релизы 22 февралдә була[9][10]. Тәнҡитселәр пластинканың яңғырашында бер аҙ үҙгәрештәр шәйләнеүен билдәләй: кантри музыкаһына оҡшашлыҡ бар, тиҙәр[11]. «Rolling in the Deep» альбомынан беренсе сингл 7 аҙна буйы Billboard Hot 100 исемлегендә беренсе юлды биләп тора, британ башҡарыусылары өсөн был һирәк күренеш. Альбом Бөйөк Британия (6 аҙна лидер)[12], Ирландия, Германия, Голландия, Яңы Зеландия, Швейцария, Австрия, Бельгия хит-парадтарында тәүге урындарҙы алып килә, ә 2011 йылдың мартында Billboard 200-ҙә беренсе урынға сыға[6].

Икенсе сингл (йырсы тарафынан Brit Awards тапшырылғанда башҡарыла), «Someone Like You», Британияла 1-се урынды ала[4]. Official Charts Company мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ике сингл һәм ике альбом менән бер юлы тәүге «бишәү» эсенә ингән Адель тарихта The Beatles (1964) төркөмөнән һуң икенсе булып ошондай һөҙөмтәгә өлгәште[13][14].

2011 йылдың ноябре башында тауыш бәйләүестәренә операция яһатыуға бәйле Аделдең концерттары ҡуйылмаясағы тураһында хәбәр ителә .

2012 йыл башында Аделдең «Set Fire to the Rain» тигән йыры АҠШ-тың милли хит-парадына — «Биллборд» журналының «ҡыҙыу йөҙлөгө» иҫәбенә эләгә.

2012 йылдың майына Бөйөк Британияла Аделдең «21» тигән альбомының 4 274 300 дана күсермәһе тарала. Шулай итеп, диск британ медиабаҙары тарихындағы иң уңышлы биш релиз исемлегенә инә[15].

2012 йылдың майында Адель, 20 номинацияның 12-һендә награда алып, Billboard Music Award премияһының триумфаторы була[16].

2012 йылда Адель Джеймс Бонд тураһында сираттағы «007: Координаты „Скайфолл“» тигән фильмдың саундтрегы өсөн «Skyfall» тигән йырын яҙҙыра[17]. Йырсы был йырҙы яҙған өсөн Пол Эпворт менән бергә «Иң яҡшы йыр» категорияһында «Алтын глобус» һәм «Оскар» премияларына (2013)[18], шулай уҡ «Кино, телевидение йә башҡа төрлө визуаль тамаша өсөн яҙылған иң яҡшы йыр» номинацияһында «Грэмми» премияһына(2014) лайыҡ була.

2014 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Адель «Британ империяһы ордены» менән бүләкләнә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдан Адель Саймон Конекки (1974)[19] менән ғәмәли никахта тора. 2012 йылдың 19 октябрендә уларҙың улы — Анджело Джеймс Конекки тыуҙы.[20][21]

Дискография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 19 (2008)
  • 21 (2011)
  • 25 (2015)[22]
  • 30 (2021)

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.britannica.com/biography/Adele
  2. 2,0 2,1 Adele biography. www.allmusic.com. Дата обращения: 3 май 2010. Архивировано 17 март 2012 года.
  3. Был мәҡәләлә Аделдең исемен үҙгәртеү варианттары түбәндәге сығанаҡтарға ярашлы алынды:
  4. 4,0 4,1 4,2 Adele UK hits. www.chartstats.com. Дата обращения: 3 май 2010. Архивировано 17 март 2012 года.
  5. Адель стала «Дебютом года» на Грэмми-2009. www.lenta.ru. Дата обращения: 3 май 2010. Архивировано 17 март 2012 года.
  6. 6,0 6,1 Adele Billboard 200. www.allmusic.com. Дата обращения: 3 май 2010. Архивировано 17 март 2012 года.
  7. Two-time Grammy® Award winner Adele to perform on CBS 2011 йыл 27 ноябрь архивланған. (недоступная ссылка с 05-09-2013 (3837  дня) — историякопия) CBS Radio Retrieved February 23, 2011
  8. Oasis, Radiohead and Adele set for chart re-entries thanks to 'The X Factor'? NME 29 September 2010
  9. Adele to Release '21' Sophomore Album in February Billboard 2 November 2010
  10. Levine, Nick Adele announces second album details. Digital Spy. Hachette Filipacchi (UK) Ltd (2 ноябрь 2010). Дата обращения: 2 ноябрь 2010. Архивировано 17 март 2012 года. 2010 йыл 5 ноябрь архивланған.
  11. Adele: New Record is 'Quite Different' Spin Magazine 2 November 2010 2015 йыл 11 май архивланған.
  12. 21 Adele: UK Charts. www.chartstats.com. Дата обращения: 1 ғинуар 2011. Архивировано 17 март 2012 года.
  13. Adele matches the Beatles in latest chart success The Guardian Retrieved 23 February 2011
  14. It’s A-dell of a week for chart star The Sun Retrieved 23 February 2011
  15. Adele’s '21' Beats Michael Jackson’s 'Thriller' in U.K. Sales
  16. Адель стала триумфатором Billboard Music Award
  17. Адель записала трек для новой серии бондианы. Lenta.ru (17 сентябрь 2012). Дата обращения: 5 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
  18. Кайл Макговерн. Golden Girls: Taylor Swift, Adele Nominated for Best Song Golden Globe (ингл.). Spin (13 декабрь 2012). Дата обращения: 26 декабрь 2012.
  19. Who is Adele Dating? | Married Divorced Children Ex | FamoisHookups.com
  20. Adele Welcomes a Son, People (21 October 2012). 21 октябрь 2012 тикшерелгән. 2012 йыл 21 октябрь архивланған.
  21. Report: Adele Has Baby Boy! 2013 йыл 15 май архивланған.
  22. Are You Ready for a New Adele Album? Because She Is. The Wire 2015 йыл 12 июнь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдан килеүсе:
Мика
Sound of…
2008
Һуңынан килеүсе:
Литл Бутс