Эстәлеккә күсергә

Чанышев Әҙеһәм Миҙхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Адигам Мидхатович Чанышев битенән йүнәлтелде)
Чанышев Әҙеһәм
Исеме

Чанышев Әҙеһәм Миҙхәт улы

Тыуған көнө

27 сентябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Юлыҡ ауылы

Вафат булған көнө

7 февраль 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Сибай

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Чанышев Әҙеһәм Миҙхәт улы (27 сентябрь 1902 йыл — 7 февраль 1985 йыл) — педагог, 1930—1932 һәм 1942—1953 йылдарҙа Баймаҡ районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. Ленин (1946), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм «Почёт Билдәһе» (1951) ордендары кавалеры. Милләте — башҡорт.

1902 йылдың 27 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Юлыҡ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе иртә вафат булыуы сәбәпле, кескәй Әҙеһәм олатаһы менән өләсәһендә тәрбиәләнә. Уның олатаһы Ҡаһарман Чанышев 56 йыл мөғәллим була. Ул Әҙеһәмде мәҙрәсәгә уҡырға бирә, ике йылдан башланғыс мәктәпкә күсерә, артабан үҫмерҙе Верхнеуралға алып барып, реаль училищеға урынлаштыра.

Октябрь революцияһынан һуң Әҙеһәм Чанышев Юлыҡ мәктәбендә балалар уҡыта, 80-се йәш менән барған олатаһын алмаштыра. Ул — ауыл мәктәбендә яңыса уҡытыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. Мөғәллим йәштәрҙе уҡытыуға, тәрбиәләүгә бөтә көсөн бирә, ата-әсәләр менән күп эшләй. Әҙеһәм Чанышев драматург Мирхәйҙәр Фәйзи менән бергә йәштәрҙе түңәрәктәргә ылыҡтыра, төрлө йәмәғәт эштәре алып бара. Ул мәктәптә һәм ауылда әйҙәүсе педагогҡа әйләнә.

1926 йылда Ә. М. Чанышев Баймаҡ башланғыс мәктәбе директоры итеп күсерелә. Өфөлә махсус курсты тамамлағас, ул терәк мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә, бай тәжрибә туплай, күренекле мәғариф хеҙмәткәре булып өлгөрә.

1930 йылда Әҙеһәм Миҙхәт улы Чанышев Баймаҡ кантон халыҡ мәғарифы бүлегенең беренсе мөдире итеп үрләтелә. Ул үҙен оҫта етәксе итеп күрһәтә. Оло быуын кешеләре уны күп йылдар буйы уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы тип иҫкә ала. Ул иң тәүҙә уҡытыусылар әҙерләү курстары ойоштора, мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын күтәреү сараларын күрә. 1937 йылда Ә. Чанышев Баймаҡ 1-се мәктәбенә география уҡытыусыһы булып күсә, шунан һуң мәктәп директоры урынбаҫары, директор була, бер үк ваҡытта география уҡыта.

1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр мәлендә, Ә. Чанышев яңынан район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәй, ремонт яһалмай, балалар ас-яланғас. Шулай ҙа уларҙы уҡытырға кәрәк. һуғыш тыуҙырған ҙур ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, етәкселегендә халыҡ мәғарифы бүлеге, район мәктәптәренең уҡытыусы коллективтары үҙҙәренә тапшырылған бурысты намыҫлы үтәй, йылдың-йылы уҡыу дауам итә, балалар белем ала.

1953 йылда, ауырыу сәбәпле, Ә. М. Чанышев мәғариф бүлеге мөдире вазифаһынан бушатыла. Ул тәүҙә эшсе йәштәр мәктәбендә, 1958 йылда Сибайға күскәндән һуң — ете йыллыҡ мәктәп директо¬ры, ике йыл үтеүгә, Сибай 7-се урта мәктәбе директоры урынбаҫары булып эшләй, үҙенең талантлы педагог икәнен раҫлай.

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Әҙеһәм Миҙхәт улы Чанышев һәр ваҡыт үҙенә талапсан була, йәш уҡытыусыларға, мәктәп директор¬ҙарына һәм башҡа мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ихлас ярҙам итә, педагогик такт, принципиаллек сифаттары менән айырылып тора. Ул һәр эште ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара, бүтәндәрҙән дә шуны ғәҙел талап итә.

Уҡытыу-тәрбиә һәм етәкселек эштәрендә ҙур уңыштары өсөн Әҙеһәм Миҙхәт улы Чанышев Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә. Уның исеме һәр ерҙә оло ихтирам менән телгә алына. Халыҡ үҙ улын онотмай.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
  • Эльмира Кейекҡужина. Фиҙакәр хеҙмәт эйәһе // Һаҡмар : гәзит. — 04.10.2012.