Ала-Арча (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ала-Арча
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1976
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт Ҡырғыҙстан
Административ-территориаль берәмек Чуйская область[d]
Майҙан 194 км²
Commons-logo.svg Ала-Арча Викимилектә

Парктың типик пейзажы

Ала-Арча дәүләт тәбиғәт паркы Ҡырғыҙстанда, Ҡырғыҙ һыртының (ҡырғ. Кыргыз Ала-Тоо) төньяҡ битләүендә, баш ҡаланан 41 километр арауыҡта, 1600-4860 метр бейеклектә урынлашҡан. 2280 гектар майҙанды биләй. Алатауҙың иң бейек үренән башланып, төньяҡҡа — Ала-Арча тарлауығына тиклем һуҙылған. Парк биләмәһе аша Ала-Арча йылғаһы аға.

Директоры — Марат Ашырбекович Касымбаев.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ала — сыбар, һыҙатлы; арча — артыш.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡырғыҙ ССР-ы Министрҙар Советының 1976 йылдың 29 апрелендә 19,4 мең гектар майҙанда булдырыла. Бөгөнгә урман майҙаны — 1316, урманһыҙ ерҙәр 970 гектар тәшкил итә.

Тәбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парк биләмәһе аша ағыусы Ала-Арча йылғаһы. Тау үренә туристик һуҡмаҡ менә

Тау алды далаһы һәм тау урманы ландшафтында унда 600-ҙән ашыу юғары үҫемлек төрө, шул иҫәптән 70 төр ағас һәм ҡыуаҡ, яҡынса 50 төр дарыу, баллы һәм дуплау үҫемлектәре бар.

Ылыҫлылар — 723 гектар, шул иҫәптән ҡарағай — 11 гектар, Тянь-Шань шыршыһы — 165 гектар, ҡарағас — 28 гектар, ағас кеүек артыш (арча) — 519 гектар. Ҡаты япраҡлылар: йыла — 1 гектар, йомшаҡ япраҡлылар — 69 гектар, шул иҫәптән ҡайын — 61 гектар, тирәк — 7 гектар, тал — 1 гектар. Башҡа тоҡомдар — 36 гектар, ҡыуаҡтар — 185 гектар.

Архар, Себер илеге, козерог, ҡабан, илек, төлкө, бүре, ҡуян, бурһыҡ, горностай, дикобраз, һыуһар; ҡоштарҙан таш ағуна, чиль, кеклик, улар бар.

Ҡыҙыл китапҡа ингән хайуандарҙан Төркөстан һеләүһене, һунағара, бөркөт, кумай, балабан; һирәк төрөҙәрҙән — ҡар барыҫтары һәм гриф осрай.

Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1951 йылдан әүҙем туризм объекты булып тора[1], был маҡсаттан паркта һуҡмаҡтар, юлдар һалынған, Ак-Сай боҙлоғо һәм шул атамалағы шарлауыҡ — туристарҙың яратҡан урыны. Тарлауыҡ ҙур популярлыҡ менән файҙалана, унда яҡынса 150 маршрут эшләнгән. 1100 метрға тиклем бейеклектә булған ҡаялар һәм йыл әйләнәһенә эшләгән альпинист базалары бар. Бишкәктән алып асфальт юл һалынған[2].

Байтик-баатыр хөрмәтенә аталған Байтик ауылынан алыҫ түгел, шунда уҡ батырҙың ҡәбере — Байтик-Көмбәҙ (Байтик-Кумбез) бар.

Инеү — түләүле[3]. Ял көндәрендә паркка уртаса алғанда мең ярым кеше килә. Аҙнаһына егерме тонна самаһы ҡаты ҡалдыҡтар сығарыла[4].

Паркта ҙур булмаған Тәбиғәт музейы бар[2].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың сентябрендә «Ала-Арча» Дәүләт резиденцияһында БДБ дәүләттәре башлыҡтары советы ултырышы үтә.

Яҡындағы тораҡ пункты — Чон-Арыҡ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]