Албанияның ауыл хужалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Албанияның ауыл хужалығы
Дәүләт  Албания
 Албанияның ауыл хужалығы Викимилектә
Албания Ривьераһы зәйтүн һәм цитрус плантациялары менән дан тота.

Албанияның ауыл хужалығына халыҡтың 47,8 %-ы һәм территорияһының яҡынса 24,31 %-ы йәлеп ителгән. Ауыл хужалығы өлөшөнә илдең эске тулайым продуктының 18,9 %-ы тура килә[1].

Европала иң боронғо фермаларҙың береһе көньяҡ-көнсығыш Албанияла табылған[2].

Производство һәм экспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албанияла һарыҡтар

Албанияла төп ауыл хужалығы продукттары: тәмәке, инжир, зәйтүн, бойҙай, кукуруз, картуф, йәшелсә, емеш-еләк, шәкәр сөгөлдөрө, виноград, ит, бал, һөт продукттары, шулай уҡ дарыу үләндәре һәм хуш еҫле үҫемлектәр. Албанияла ауыл хужалығына эске тулайым продукттың 18,9 %-ы һәм экспорттың күпселек өлөшө тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, заманса ҡорамалдар етешмәү, аныҡ булмаған милек хоҡуғы һәм ҙур булмаған, аҙ етештереүсәнле ер участкаларының өҫтөнлөк итеүе сәбәпле, ауыл хужалығы башлыса натураль хужалыҡтан һәм ҙур булмаған ғаилә предприятиеларынан тора. 1990 йылдан һуң ерҙе бүлгесләү, ер биләү билдәһеҙлеге, дәүләт реестры һәм банк кредитлауы булмау, юғары НДС заманса аграр индустрия юлында кәртә булып тора.

Әммә кооперативтар, сит ил инвестициялары индерелеп, фермерҙар булдырып һәм йыйыу һәм бүлеү үҙәктәре төҙөлгәс, ауыл хужалығы өлкәһе яйлап үҙгәрә.

Албания зәйтүн майы етештереү буйынса 11-се урында тора[3].

Урман хужалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ Албанияла башня — кула янында баҡса

Албанияла урман сәнәғәте өсөн уңайлы тупраҡ һәм климат бар. 1990-сы йылдарҙа файҙаһыҙ ағас әҙерләү эшмәкәрлеге һәм ауыл хужалығы ерҙәрен киңәйтеү һөҙөмтәһендә, Албанияның тарихи урмандарының күбеһе юҡ ителә. Бөгөнгө көндә урмандар Албания территорияһының өстән бер өлөшө самаһын биләй. Италия һәм Бөтә донъя банкы менән килешеү арҡаһында урманды тергеҙеү эше алып барыла.

2013 йылда, 2014 йылда Албания 8-се эре ҡомалаҡ етештереүсе була[4]

Балыҡ тотоу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албанияла Ион һәм Адриатик диңгеҙҙәр бар, был балыҡ тармағын үҫтереү өсөн ҙур потенциал бирә. Бөтә донъя банкы һәм Европа берләшмәһе иҡтисадсылары мәғлүмәттәре буйынса, Албанияла балыҡ сәнәғәте ҙур потенциалға эйә, сөнки яҡын ятҡан грек һәм итальян баҙарҙарында хаҡтар Албаниялағыға ҡарағанда күпкә юғары.

Халыҡ-ара рейтингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлекселек (дөйөм производство) Урыны
Исемлектә илдәр
align="left" Слива һәм күгән[5] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 31 85
Виноград[6] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 36 90
Ҡарбуз[7] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 40 130
Емеш-еләк[8] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 98 205
Инжир[9] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 11 52
Ҡыяр[10] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 39 133
Помидор[11] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 56 170
Йәшелсә[12] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 72 200

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]