Эстәлеккә күсергә

Дмитриев Александр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Алексеевич Дмитриев битенән йүнәлтелде)
Дмитриев Александр Алексеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 22 февраль (6 март) 1854[1]
Тыуған урыны Дедюхин[d], Пермь наместниклыгы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 (27) июнь 1902 (48 йәш) или 1 июнь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (48 йәш)
Вафат булған урыны Пермь, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Егошихинское кладбище[d]
Хәләл ефете Екатерина Николаевна Дмитриева[d][2]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы
Эшмәкәрлек төрө тарих[3], региональная история[d][3] һәм регионалистика[d][3]
Уҡыу йорто Ҡаҙан Император университеты
Әүҙемлек урыны Пермь[3]
 Дмитриев Александр Алексеевич Викимилектә

Дмитриев Александр Алексеевич (6 март 1854 йыл27 июнь 1902 йыл) — тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Урал тарихы буйынса белгес. Финляндия археология йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы, Петербург археология институты һәм башҡа фәнни ойошмаларҙың ағзаһы. Пермь ғилми архив комиссияһы рәйесе (1890).

Александр Алексеевич Дмитриев 1854 йылдың 2 февралендә Пермь губернаһы Соликамск өйәҙе Дедюхино ауылында тоҙ ведомствоһы чиновнигы ғаиләһендә тыуған.

1872 йылда Пермь ирҙәр гимназияһын тамамлай һәм Ҡазан Император университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Студент осоронда урта быуат Новгород ҡалаһы тарихын өйрәнә, был уға шул дәүерҙә Новгород менән тығыҙ сауҙа бәйләнеш тотҡан Пермь крайының — «Бөйөк Пермдең» тарихын өйрәнергә етди ҡыҙыҡһыныу уята. 1876 йылда университетты тамамлай һәм Пермгә ҡайта.

1877—1890 йылдарҙа Пермь ҡалаһы гимназияларында тарих һәм география уҡытыусыһы булып эшләй.

1890 йылдан Соликамск һәм Пермь өйәҙҙәре халыҡ училищелары инспекторы була. 1890 йылда Пермь ғилми архив комиссияһы рәйесе итеп һайлана.

Александр Дмитриев 1902 йылдың 14 июнендә вафат була. Пермь ҡалаһының Егошихин зыяратында ерләнә[4]

…Северную окраину Башкирии, средоточием которой всегда была Уфимская губерния, составляет нынешний Осинский уезд Пермской губернии. По географическому положению, эту часть обширной страны можно называть Прикамской Башкирией, в отличие от Уфимской и Зауральской.
…Южная окраина нынешней Пермской губернии некогда составляла северную часть Башкирии, обширной страны, занимавшей почти весь Южный Урал и оба его склона от Нижней Камы и Средней Волги до верховьев Яика и Тобола. Средоточием башкир всегда служила нынешняя Уфимская губерния, северной окраиной — нынешние уезды Красноуфимский и Осинский Пермской губернии; Верхнеуральский, Троицкий и Челябинский Оренбургской губернии. На этом основании историкам как Пермского, так и Оренбургского края нельзя обходить более или менее близким знакомством историю Башкирии, как страны, представляющей много своеобразных особенностей в ее прошлом.

А. А. Дмитриев. ≪К истории зауральской торговли. Башкирия при начале русской колонизации≫

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Дмитриев археография һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, Пермь крайы, шул иҫәптән Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән. 140-тан ашыу хеҙмәт авторы. Уның иң төп фәнни мираҫы — ≪Пермская старина…≫, ул Пермь крайы тураһында мәҡәләләр һәм материалдарҙы туплаған 8 томдан торған: ≪Древности бывшей Перми Великой≫, ≪Пермь Великая в XVII веке≫, ≪Экономические очерки Перми Великой: Чердынский и Соликамский край на рубеже XVI—XVII вв.≫, ≪Строгановы и Ермак≫, ≪Покорение угорских земель в Сибири≫, ≪Первые годы после Ермака и Смутное время≫, ≪Верхотурский край в XVII веке. К 300-летию Верхотурья≫, ≪К истории зауральской торговли. Башкирия при начале русской колонизации≫. Үҙенең күп кенә эштәрендә Дмитриев башҡорт халҡының тарихын бөтә яҡтан ныҡлап белеүен күрһәткән. Айырым әйткәндә, XVII быуатта башҡорттарҙың хәле һәм уларҙың Себер ханы Күсемдең тоҡомдары менән мөнәсәбәттәре, башҡорт ерҙәрен яулап алыу һәм 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы һәм башҡалар.

  • М. Я. Попов. А. А. Дмитриев. Биографический очерк. // Труды Перм. ученой архивной комиссии. Пермь, 1902. Вып. V;
  • Ф. А. Андерсон. Дмитриев как историк Урала. // Ученые зап. Перм. ун-та. Пермь, 1951. Т.VI. Вып. IV;
  • В. А. Оборин. Археографическая деятельность А. А. Дмитриева. // Уральский археографический ежегодник за 1970. Пермь, 1971.
  • В. С. Верхоланцев Город Пермь, его прошлое и настоящее. — Пермь, 1913