Александр III һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Александр III һәйкәле
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Мәскәү ҡалаһы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза[d]
Commons-logo.svg Александр III һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә

Император Александр III һәйкәле — Рәсәй императоры Александр III ҡуйылған монумент. Архитектор Александр Померанцев менән скульпторҙар Александр Опекушин һәм Артемий Обер тарафынан реализм стилендә төҙөлгән монумент[1]. 1912 йылда Мәскәүҙең Пречистенский яр эргәһендә Ҡотҡарыусы Христос ҡорамының көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә асыла. Большевиктар тарафынан 1918 йылдың июль көндәрендә һүтелә, Һәйкәл пьедесталы в 1931 году йылда юҡ ителгән[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Асылма. Христос Ҡотҡарыусы ҡорамы фонында төшөрөлгән һәйкәл. 1912—1917 йылдар

Булдырылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙә император Александру III 1894 йылдың октябрендә вафат булғандан һуң, ҡалала уға һәйкәл ҡуйырға булалар. Император Николай II күрһәтмәһе буйынса скульптура ҡоролмаһын төҙөү буйынса комитет булдырыла һәм уның башлығы итеп бөйөк кенәз Сергей Александрович тәғәйенләнә[3]. Бөтә ил буйынса монументтың иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителә, шулай уҡ аҡса йыйыуға яҙылыу башлана[4], уның йомғаҡтары буйынса яҡынса 2,5 миллион һум аҡса йыйыла. Конкурста беренсе урынды скульптор Александр Опекушин биләй— Мәскәүҙәге Пушкин һәйкәленең авторы. Баш архитектор итеп Мәскәү архитекторы Александр Померанцев, баш инженеры итеп архитектор Карл Грейнерт тәғәйенләнә. Монументты эшләүҙә шулай уҡ архитекторҙар Франц Когновицкий һәм Фома Богданович-Дворжецкий ҡатнаша. Тарихсы Иван Цветаев тәҡдиме буйынса һәйкәл урыны итеп Пречистенский яр буйындағы Ҡотҡарыусы Христос ҡорамы янындағы майҙан һайлана[5][6][7].

1900—1912 йылдарҙа монумент төҙөү дауам итә. Александр Опекушин әйтеүенсә, уға Александр III башын ике тапҡыр әүәләргә тура килә:был эште ныҡ ҡатмарландыра

« …формовкой статуи лепщики меня замучили, вместо трёх месяцев, как обещали, тянут восемь… Да в добавление варвары разбили голову царя и с короною вдребезги – приходится лепить новую[8]. »

Асыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәлде асыу алдындағы япма, 1912 йыл
Монумент асыу тантанаһына арналған парад, 1912 йыл

Монумент асыу тантанаһы 1912 йылдың 30 майында бөтә император ғаиләһе ағзалары һәм төрлө сословие вәкилдәре алдында үтә. Сәғәт иртәнге 8-ҙә Тайницкий манараларынан биш пушка атыуы ишетелә. Ҡотҡарыусы Христос ҡорамы яғынан сәғәт 10-да мәскәү митрополиты Владимир, император Николай II, уның әсәһе Мария Федоровна һәм ҡатыны Александра Федоровна етәкселегендә тәре йөрөтөү башлана. 360 тапҡыр атыуҙан һәм Преображенский маршын башҡарыуҙан һуң, скульптураның япмаһын сисеп төшөрәләр, Митрополит Владимир һәйкәлгә изге һыу һибә, аҙаҡ Рәсәй ғәскәренә һәм граждандарына оҙон ғүмер теләй. Монументҡа Рәсәй һәм сит илдең 80 депутацияһынан 86 таж һалына. Һәйкәл төҙөү комиссияһының рәйесе гофмейстер Александр Булыгин монументты Мәскәү ҡала идаралығына тапшырыу тураһындағы акттың тексын уҡый. Кис скульптура янында һәм ҡалала иллюминация ойошторола[9]. Скульптура янына тәүлек әйләнәһенә яугир-ветерандарҙан почетлы ҡарауыл ҡуйыла[5].

Бөтөрөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октябрь революцияһынан һуң Лениндың монументаль пропаганда планына ярашлы һәйкәл 1918 йылдың 12 апрелендә һүтелә, батша режимына ҡараған һындар революция эшмәкәрҙәренең һындары менән алмаштырыла. Александр һәйкәле шул план буйынса иң беренсе һүтелгән һәйкәлдәрҙең береһе.

Монументты 1918 йылдың 17 июлендә күсерә башлайҙар. Был эш менән архитектор Николай Виноградов етәкселек итә. Шулай уҡ һәйкәлде юҡҡа сығарыуҙы РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советының беренсе рәйесе Владимир Ленин күҙәтә. Барон Карл фон Ботмер үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа:

1920 йылдың 1 майында Ленин ҡатнашлығында монумент урынында «Азат хеҙмәт» һәйкәленә нигеҙ һалына. [5].

Художество үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Реализм стилендәге монументаль бронза һын ҡыҙыл төҫтәге һикәлтәле гранит пьедесталда тора һәм йөҙө менән Мәскәү йылғаһына ҡарап тора. Опекушин батшаны тәхеттә ултырған килеш һүрәтләгән, батша мантия кейгән, башында император тажы. Александр III ҡулында скипетр һәм держава[2]. Постаментта уйып яҙылған: «Благочестивейшему Самодержавнейшему Великому Государю нашему императору Александру Александровичу Всея России. 1881—1894». Уның мөйөштәрендә Артемий Обер эшләгән ҡанаттарын йәйгән ике башлы бронза бөркөт[1]. Гранит һәйкәл янында Александр Померанцев проектлаған тәпәш балюстрада, йылғаға монументтан төшөү өсөн баҫҡыс тора[6].

Замандаштары һәйкәлде артыҡ монументаль булғанлығы өсөн тәнҡитләй[1]. 1917 йылда монумент тураһында «ҙур һәм бик ауыр…» тип яҙыла[5].

Нумизматика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1912 йылда Санкт-Петербург аҡса һуғыу йортонда һәйкәл асылыу хөрмәтенә көмөш бер тәңкә 5000 даналы тираж менән һуғыла[10]. Реверсында монумент һүрәтле һумдар XX быуатта сығарылған иҫтәлекле тәңкәләр булып иҫәпләнә[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Москва. Утраты, 1992, с. 86
  2. 2,0 2,1 Толмачёв, 2007, с. 304
  3. Шам, 1912, с. 56
  4. Корольков, 2012
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Митрофанов, 2008
  6. 6,0 6,1 Сутормин, 2015
  7. Нащокина, 2005, с. 272—274
  8. Ольга Давыдова Лепил А. Опекушин. Московский Комсомолец (2013-11-27). 10 октябрь 2018 тикшерелгән.
  9. Шам, 1912, с. 45—56
  10. Аглинцева, 1994, с. 30
  11. Ларин-Подольский, 2014, с. 196