Эстәлеккә күсергә

Алексеевка (совхоз)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алексеевка
Нигеҙләү датаһы 1975
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

«Алексеевка» совхозыБашҡортостанда һәм Рәсәйҙә эре йылытма хужалыҡтарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Өфө районында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Алексеевка ауылы. Башҡортостандың Кушнаренко, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарында структур подразделениелары бар.

Генераль директоры — Низаметдинов Рәмзил Рауил улы.

«Алексеевка» совхозы 1990 йылда Башҡорт АССР-ы Өфө районындағы «Өфө» йылытма комбинаты базаһында барлыҡҡа килә.

1998 йылда дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы статусын ала (ДУАХП).

90‑сы йылдарҙа хужалыҡта помидорҙы сорттарға айырыу механизациялана, һуған һаҡлағыстағы технологик процестар автоматлаштырыла. 1998 йылда 7 гектар йылытма тамсы ысулы менән һуғарыла башлай, йылытмаларҙың 7,5 гектарында Башҡортостанда тәүге тапҡыр үҫемлектәрҙе өҫтәмә яҡтыртыу системаһы ҡулланыуға индерелә.

«Алексеевка» совхозы япма аҫтындағы грунтта йыл әйләнәһенә йәшелсә етештереү менән шөғөлләнә. Совхоздың составына йылытма комбинаты, йәшелсәләрҙе ҡабул итеү, һаҡлау һәм төрөү комплексы, һөтсөлөк‑тоҡомсолоҡ фермаһы, сусҡасылыҡ комплексы инә, һөт эшкәртеү, сусҡа ите етештереү, туҡмас етештереү цехтары; био-, агрохимия лабораторияһы, иңкеш лабораторияһы эшләй [1](недоступная ссылка).

Хужалыҡ эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе булып малсылыҡ тора. Һыйыр малы 3000 баш тәшкил итә. Милли проект сиктәрендә ҡара-сыбар голштин-фриз тоҡомло мал һатып алына, был тоҡомло малдар һөт продукцияһы биреү йәһәтенән юғары генетик потенциалға эйә. Совхоздың үҙ сауҙа селтәре бар (яҡынса 35 магазин).

2010 йылға ҡарата совхозда эшләүселәр һаны 1407 булған. Совхоздың һөрөнтө ерҙәренең күләме — 3895 гектар; йылытма комбинатыныҡы — 35,4 гектар.

Совхоз йәшелсә, картуф, иген үҫтерә, малсылыҡ продукттары етештерә. Продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һатыла.

Социаль яуаплылыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ һатып алыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса торлаҡ программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша.

«Алексеевка» совхозының продукцияһы Мәскәүҙә (2001, 2002, 2003), Өфөлә (2004) үткән Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәләрендә алтын, көмөш һәм бронза миҙалдарға лайыҡ булған, дипломдар менән билдәләнгән.