Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы
| Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1907 |
| Тыуған урыны | Яңы Тәтешле, Тәтешле районы |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы (рус. Аллаяров Сабирьян Аллаярович; 1907 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабирйән Аллаяр улы Аллаяров 1907 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Яңы Тәтешле ауылында тыуған.
1941 йылда БАССР-ҙың Тәтешле районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Гвардия ҡыҙылармеецы Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы 112-се Башҡорт (16 гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры булып хеҙмәт итә[2].
1943 йылдың 25 ноябрендә яралана. «Халыҡ хәтере» сайтында яраланды тип яҙылған, әммә ҡабат ҡайтарып булмаған юғалтыу тигән билдәһе лә бар[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаяров Сабирйән Аллаяр улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Тәтешле районы Яңы Тәтешле ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Аллаяров Сабирьян Аллаярович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Аллаяров Сабирьян Аллаярович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Аллаяров Сабирьян 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Татышлинский район, т. 10, 2004 ISBN 5-295-03459-3