Алленова Ольга Владимировна
Алленова Ольга Владимировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 1976 |
Тыуған урыны | Моздок, Северо-Осетинская АССР[d], РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | журналист, хәрби корреспондент, публицист, йәмғиәт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | К. Л. Хетагуров исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Алленова Ольга Владимировна Викимилектә |
Алленова Ольга Владимировна (1976 йыл) — Рәсәй журналисы, «Чечня рядом. Война глазами женщины» китабы авторы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ольга Алленова 1976 йылда Төньяҡ Осетияның Моздок ҡалаһында тыуа.
Төньяҡ Осетия дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай.
1993 йылдан «Севрная Осетия» һәм «Слово» төбәк гәзиттәрендә штаттан тыш эшләй[2].
2000 йылдан «Коммерсант» нәшриәт йортоноң махсус хәбәрсеһе[3].
2011—2016 йылдарҙа «Сноб» проектында ҡатнаша.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе чечен хәрби низағы ваҡытында Ольга Алленова журналист булараҡ һуғыш зонаһында була.
"Норд-Ост"тағы терактты, Беслан ҡалаһындағы фажиғәне, Ингушетия, Көньяҡ Осетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Грузия, Абхазия, Әзербайжан һәм Таулы Ҡарабах ваҡиғалары тураһында яҙа.
Әлеге ваҡытта — "Коммерсантъ"нәшриәт йортоноң махсус хәбәрсеһе, «Православие и мир» порталы колумнисы.
2007 йылдың ғинуарында Ольга Алленова матбуғат өлкәһендә Ливандан эшләгән репортажы өсөн «Искра» милли премия лауреаты була.
2008 йылдың декабрендә Көньяҡ Осетиялағы хәрби хәрәкәттәр зонаһынан репортаждар серияһы өсөн «Россия православная» йәмәғәт хәрәкәте «Үҙ-үҙен ҡыҙғанмай хеҙмәт иткән өсөн» көмөш ордены менән бүләкләнә[4].
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2007 журналистика өлкәһендәге «Искра» юғары премияһы лауреаты[5]
- 2008 «Үҙ-үҙен ҡыҙғанмай хеҙмәт иткән өсөн» кмөш ордены[6]
- 2013 журналистика өлкәһендәге «Камертон» премияһы[7]
- 2015 киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ольга Алленова
- ↑ МАСТЕР-КЛАСС ОЛЬГИ АЛЛЕНОВОЙ 2020 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ Такие дела. Алленова.
- ↑ Алленова
- ↑ Спецкорреспондент ИД
- ↑ награждена общественным движением «Россия православная» 2016 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Новая газета. Премия. 2016 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Лауреаты премии Правительства Российской Федерации 2015 года