Аллилуев Павел Сергеевич
Аллилуев Павел Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1894 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 1938 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Атаһы | Аллилуев Сергей Яковлевич |
Бер туғандары | Фёдор Сергеевич Аллилуев[d] |
Балалары | Аллилуев, Сергей Павлович[d] |
Павел Сергеевич Аллилуев (1894 йыл — 1938 йыл) — совет хәрби эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1894 йылда эшсе-революционер С. Аллилуев ғаиләһендә тыуған. Һеңлеһе — Аллилуева Надежда Сергеевна.
Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. РККА-ның Баш автобронь идаралығына нигеҙ һалыусыларының һәм етәкселәренең береһе, сәйәси эштәр буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.
1920-се йылдар башында Николай Урванцевтың Алыҫ Көнсығышҡа экспедицияһында ҡатнашыусы, был экспедиция Норилка йылғаһында мәғдән ятҡылыҡтары таба, ошо урында һуңынан Норильск ҡалаһы барлыҡҡа килә.
1925 йылда сәйәхәттән ҡайтҡас, РККА-ның Хәрби академик юғары комсоставы курсын тамамлай.
1929—1932 йылдарҙа Берлинда эшләй, самолетар һәм двигателдәр сифатын тикшерә, улар СССР һәм Германия араһындағы килешеүгә ярашлы йәшерен контракттар буйынса һатып алына. 1932 йылда ғаилә Мәскәүгә әйләнеп ҡайта.
ОГПУ менән хеҙмәттәшлек итә, һуңынан сит илгә ҡасып киткән чекист А. М. Орлов менән таныш була[1].
1938 йылдың йәйендә башҡалар менән берлектә Сталинға РККА-лағы репрессияларҙы туҡтатыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә.
1938 йылдың 2 ноябрендә, санаторийҙан ҡайтҡандың икенсе көнөндә, үҙ эш кабинетында инфаркттан вафат була[2][3].
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән (1 участка, 43 рәт, 30 ҡәберлек)[4] , уның ҡәберлегенән йыраҡ түгел 1932 йылда вафат булған һеңлеһе Надежда Аллилуева ерләнгән. Уның ҡәберлегендә скульптор Сергей Меркуровтың танк барельеф менән һәйкәле тора. 1974 йылда эргәһендә ҡатыны Евгения Александровна ерләнә.[3]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Земляницына Евгения Александровна[5] (1898—1974), 1947 йылда ҡулға алына, 1954 йылда азат ителә.
- Балалары:
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А. Г. Тепляков. «Детское дело» в Кузбассе: к подоплёке открытого процесса 1939 г. над чекистами — «нарушителями законности» 2014 йыл 13 сентябрь архивланған.
- ↑ Павел Сергеевич Аллилуев . Дата обращения: 27 ғинуар 2013. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Мой друг профессор С. П. Аллилуев. Журнал «За науку». Московский физико-технический институт. Физтех 2014 йыл 13 сентябрь архивланған.
- ↑ Аллилуев Павел Сергеевич (1894—1938)
- ↑ Аллилуева (Земляницына) Евгения Александровна
- ↑ www.findagrave.com
- ↑ Мой кровник Cталин . Московский комсомолец. Дата обращения: 10 февраль 2020.