Алфёров Анатолий Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алфёров Анатолий Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1920
Тыуған урыны Бөрө районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Алфёров Анатолий Фёдорович (1920 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы 3-сө эскадроны станковый пулемёт расчёты командиры. Гвардия кесе сержанты. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анатолий Фёдорович Алфёров 1920 йылда Өфө губернаһы Бөрө кантонында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы) тыуған.

1940 йылда Бөрө районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия кесе сержанты Алфёров Анатолий Фёдорович 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы 3-сө эскадроны станковый пулемёт расчёты командиры булып хеҙмәт итә[1].

« 1944 йылдың 18 вгусынан 20 авгусына тиклем гвардия ефрейторы — станковый пулемёт расчёты командиры Алфёров Анатолий Фёдорович Висла йылғаһы буйында оборонала ятҡанда дошман яғында бер йорт һәм һарай торғанын һәм шул йортҡа йөк тейәлгән машиналар килгәнен күрә. Ғүмеренә хәүеф янауына ҡарамаҫтан, алғы һыҙыҡҡа сығып, өс көн буйы дошман машиналары килеп-китеп йөрөгән йорт менән һарайҙы күҙәтә. Бында боеприпастар келәте булыуына шиге ҡалмаған иптәш Алфёров, үҙенең станковый пулемётынан ике тапҡыр бер-бер артлы оҙаҡ ут асып, йорт менән һарайҙы яндыра. Һөҙөмтәлә иптәш Алфёровтың фаразы дөрөҫ була: йорт һәм һарай ике сәғәт дауамында янды, һәм даими рәүештә граната һәм паторндар шартлағаны ишетелеп торҙо. 1920 йылғы, урыҫ, 1944 йылдан ВЛКСМ ағзаһы, БАССР Бөрө РВК тарафынан Ҡыҙыл Армия хеҙмәтенә саҡырылған.[1]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алфёров Анатолий Фёдоровичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Бөрө районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]