Эстәлеккә күсергә

Альварес Монтальван Эмилио

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Альварес Монтальван Эмилио
исп. Emilio Álvarez Montalván
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Никарагуа
Тыуған көнө 31 июль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Манагуа, Никарагуа
Вафат булған көнө 2 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Манагуа, Никарагуа
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Һөнәр төрө офтальмолог, дипломат
Уҡыу йорто Чилийский университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Консервативная партия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Бернардо О’Хиггинса

Эмилио Альварес Монтальван (исп. Emilio Álvarez Montalván; 31 июль 1919 йыл, Манагуа, Никарагуа2 июль 2014 йыл, шунда уҡ) — Никарагуа табибы, яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, Никарагуаның сит ил эштәре министры (1997—1998).

Эмилио Альварес Монтальван тарихсы һәм судья Эмилио Альварес Монтальван һәм Эрдосия Лехарса ғаиләһендә тыуған. Әсәһе уға ике йәш тигәндә вафат була, малайҙы оләсәһе тәрбиәләй. Манагуалағы йәшлеге тураһында «һис бер нәмә лә булманы» тип хәтерләй, ил тулыһынса диктатор Анастасио Сомоса контроле аҫтында була.

Тормошо атаһы уны Чили Сантьягоһына ебәргәндән һуң үҙгәрә, унда Чили Университетының медицина мәктәбен тамамлай һәм 1946 йылда медицина һәм хирургия өлкәһендә докторлыҡ дәрәжәһен ала. 1949 йылда Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айреста профилле институтты тамамлап, офтальмология өлкәһендә белем ала. Артабан Парижда офтальмологияның Милли Үҙәгендә аспирантурала, Лондон офтальмология институтында, һәм, ниһайәт, Нью-Йоркта офтальмология һәм отоларингология клиникаһында (New York Eye and Ear Infirmary) уҡыуын дауам итә.

Манагуала иҫке дауаханала офтальмология бүлеген етәкләй. Манагуала Креститель дауаханаһында офтальмология амбулаторияһына, Никарагуа офтальмология йәмғиәтенә нигеҙ һала (1949), Никарагуа медицина ассоциацияһының президенты (1955), Авенида Боливар офтальмология үҙәгенә нигеҙ һала.

Шулай уҡ Никарагуа сәйәсәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы һәм халыҡ-ара танылыу яулаған яҙыусы булараҡ билдәле. 1949 йылда Халыҡ хәрәкәтенең милли союзын ойоштороусыларының береһе (UNAP), һуңынан, атаһы кеүек, Консерватив партияға инә.

1954—1955 йылдарҙа Анастасио Сомоса диктатураһы ваҡытында президентты ҡолатырға маташыуҙа ғәйепләнеп, бер йылға төрмәгә ябыла. 1956 йылда Сомоса үлтерелгәндән һуң ҡабаттан ҡулға алына.

  • 1967 йылда — Никарагуаның Консерватив партияһы Милли комитетының вице-президенты,
  • 1968 йылда — Никарагуа сәйәсәтенә уҡытыуҙың мәктәбе директоры,
  • 1981 йылда — Консерватив партия консультанты.

Анастасио Сомоса Дебайленың әүҙем дошманы. Оппозицияның Милли союзы формалашыуында мөһим роль уйнай, был союз ил президенты вазифаһына 1990 йылда Виолета Барриос де Чаморроны ҡуя. 1991 йылда «Ҡаршы тороу армияһы» (Ejército de la Resistencia) менән һөйләшеүҙәрҙә махсус вәкил була.

1997—1998 йылдарҙа — Никарагуаның сит ил эштәре министры. Отставкаға киткәндән һуң медицина практикаһына кире ҡайта, шул уҡ ваҡытта сәйәси темаларға мәҡәләләр баҫтырыуын әүҙем дауам итә.