Эстәлеккә күсергә

Алябушев Василий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алябушев Василий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Загорский, Балтика ауыл Советы (Иглин районы), Иглин районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Алябушев Василий Иванович (1921 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар полкы командиры, гвардия өлкән сержанты[1].

Василий Иванович Алябушев 1921 йылда Башҡорт АССР-ы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Иглин районы) Загорский ауыл Советы биләмәһендә тыуған.

1940 йылдың 5 октябрендә Иглин районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия кесе сержанты Алябушев Василий Иванович 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар полкы командиры булып хеҙмәт итә[1][2].

« 1945 йылдың 2 декабрендә иптәш Алябушев, элемтә офицеры связнойы вазифаһын башҡарып, Томашув ҡалаһы янындағы маршта дивизия сәйәси бүлеге начальнигының дошман автомашиналары колоннаһын юҡ итергә тигән бойороғон үтәргә тейеш ине. Связной Алябушев, граната ырғытып, дошмандың өс һалдатын һәм офицерын юҡ итте, карабинынан атып бер офицер машинаһын яндырҙы, майор чинындағы бер офицерҙы үлтерҙе һәм бер немец һалдатын әсилеккә алды »

. Ошо ҡаһарманлығы өсөн уға 1945 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырыла[2].

Алябушев Василий Ивановичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ның Иглин районы Загорский ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.