Алёна Мун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алёна Мун
Aliona Moon
Aliona Moon, ESC2013 press conference 08.jpg
Евровидение 2013
Төп мәғлүмәт
Исеме

Aliona Munteanu

Тулы исеме

Aliona Munteanu

Тыуған

25 май 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (30 йәш)

Тыуған урыны

Кишинёв, МССР, СССР

Ил

Молдавия Молдавия

Һөнәрҙәре

йырсы

Әүҙем йылдары

2010 — хәҙергә тиклем.

Йырлау тауышы

сопрано

Жанрҙар

поп

Псевдонимдар

Aliona Moon

Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

Алёна Мун, тулы исеме Алёна Мунтяну[1] (рум. Aliona Munteanu[2], 25 май 1989 йыл, Молдавия, Кишинёв) — молдаван йырсыһы, 2013 йылда «Евровидение» йыр конкурсында «O mie» йыры менән Молдавия исеменән сығыш яһаусы[3][4][5].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда Алёна Мун «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» милли музыкаль шоуында ҡатнаша һәм 3-сө урын ала. «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» -ла ҡатнашҡандан һуң «Thumbs Up» төркөмөн булдырҙы. 2012 йылда ул Баку ҡалаһында «Евровидение — 2012» Паша Парфенийҙың бек-вокалисткаһы булараҡ сығыш яһағайны. Паша Парфений был конкурста «Lautar» йыры менән 11 урын алды[6].

Евровидение — 2013[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 14 майында Мальмёла «Евровидение»ның беренсе ярым финалында Украина, Ирландия, Рәсәй, Белоруссия, Литва, Эстония, Нидерланд, Бельгия һәм Дания илдәре вәкилдәре менән бер рәттән конкурстың финалына сыға.

Конкурстың финалында 2013 йылдың 18 майында Алёна Мун 3 һаны аҫтында Литва ҡатнашыусыһынан һуң сығыш яһаны[7]. Һөҙөмтәлә, Алёна 11 урын биләне (шул уҡ урынды 2012 йылда Молдова вәкиле Алёнаның продюсеры, композитор һәм пианист Паша Парфений ҙә биләгән ине).

Клиптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жюри «Евровидение — 2013» конкурсында Молдова вәкиленең исемен әйтеп өлгөрмәй, йырсыны плагиатта ғәйепләнеләр. Баҡтиһәң, Алёнаның кейеме американ йырсыһы Кэрри Андервудтың «Грэмми» церемонияһы ваҡытында төрлө төҫкә инеп емелдәгән күлдәген бик ныҡ хәтерләткән икән[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. На Евровидении Молдову представит девушка-луна, trud7.md. 18 октябрь 2014 тикшерелгән.
  2. Aliona Moon - Info | Facebook. 18 март 2013 тикшерелгән.
  3. «Result: Aliona Moon to represent Moldova in Malmö»
  4. "Aliona Moon to represent Moldova!
  5. "Moldova: It’s Aliona Moon!
  6. Участница "Евровидения" от Молдовы в гостях у E-motion (18.04.2013). 19 май 2013 тикшерелгән.
  7. Eurovision Song Contest 2013  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 май 2013. 17 май 2013 тикшерелгән.(инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 май 2013. 17 май 2013 тикшерелгән.
  8. Алёну Мун обвинили в плагиате (18.03.2013). 22 март 2013 тикшерелгән.