Аманбаев Иркәбай Усман улы
Аманбаев Иркәбай Усман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 10 май 1922 |
Тыуған урыны | Әбделнасир, Сиҙәм ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы |
Вафат булған көнө | 11 август 1977 (55 йәш) |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аманбаев Иркәбай Усман улы (рус. Аманбаев Иркабай Усманович; 10 май 1922 йыл — 11 август 1977) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының 1-се батареяһында элемтә отделениеһы командиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иркәбай Усман улы Аманбаев 1922 йылдың 10 майында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) Әбделнасир ауылында тыуған.
1941 йылдың декабрендә Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Гвардия старшинаһы Аманбаев Иркәбай Усман улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының 1-се батареяһында элемтә отделениеһы командиры була[2].
1943 йылдың февралендә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ВЛКСМ ағзаһы Иркәбай Усман улы Аманбаевҡа лайыҡлы награда бирелә.
Иптәш Аманбаев үҙен абруйлы командир итеп күрһәтте. Васильевка янындағы һуғышта дошман артиллерия-миномёттары һәм пулемёттары уты аҫтында батареяның өҙлөкһөҙ элемтәһен тәьмин итте.
Владимировка һәм Юлино-2 янындағы алыштарҙа, үҙенең отделениеһы менән оборонала тороп, немецтарҙың ике атакаһын кире ҡаҡты. Немецтар, 32 һалдатын юғалтып, сигенергә мәжбүр булды. Юлино-2 янында, уның отделениеһы ике ҡул пулемётынан ут асты, 10 дошман һалдатын юҡ итте, һәм шуның менән батареяларға үҙ частарына сығырға булышлыҡ итте[2]. |
28 мартта «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы бирелеүе тураһында подразделениеның бойороғо раҫлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (март, 1943)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (октябрь, 1943)[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аманбаев Иркәбай Усман улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ның Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 1584
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Аманбаев Иркабай Усманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Аманбаев Иркабай Усманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Аманбаев Иркабай Усманович 2021 йыл 28 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Хайбуллинский район, т. 12, 2005. 637 с. ISBN 5-295-02996-4