Эстәлеккә күсергә

Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Көйөргәҙе районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улы (рус. Амангильдин Ахмадулла Гудлатович; 1921 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы разведчигы. Гвардия кесе сержанты[1][2].

Әхмәҙулла Ғөтләт улы Амангилдин 1921 йылда БАССР-ҙың Көйөргәҙе районында тыуған.

1940 йылда Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия кесе сержанты Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы разведчигы булып хеҙмәт итә.

Әхмәҙулла Ғөтләт улы 1943 йылдың 1 октябренән 31 октябренә тиклем, бер ай буйына көсөргәнешле бәрелештәрҙә ҡатнаша һәм Уборка ауылы янындағы һуғышта яралана. 1944 йылдың 20 ноябрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

1945 йылдың 17 ғинуарында разведчиктар төркөмө немец һалдаттары төркөмө менән осраша. Тоҡанып киткән алышта Амангилдин разведчиктары 4 дошманды юҡ итә, 8 һалдатын әсирлеккә ала. Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улына Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыла[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Көйөргәҙе районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 7034.