Ананьин ҡәберлеге
Ананьин ҡәберлеге | |
Культура | Ананьин мәҙәниәте |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Татарстан Республикаһы һәм Алабуға районы |
Асыу датаһы | 1858 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27603508? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | в 3 км к востоку от села |
Ананьин ҡәберлеге (рус. Ананьинский могильник) — Татарстан Республикаһы Алабуға районында урынлашҡан ананьин мәҙәниәтенең беренсе тикшерелгән ҡомартҡыһы, федераль әһәмиәттәге ҡомартҡы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡомартҡы Татарстан республикаһы Алабуға районының Каманың (Чулмандың) уң ҡушылдығы Тойма йылғаһының һул яҡ ярында Ананьин ауылынан 3 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ананьин ҡәберлеге беҙҙең эраға тиклем VIII/VII—IV быуаттар менән билдәләнә;был ҡәберлектең ниндәй халыҡ тарафынан ҡоролоуы билдәле түгел.
Боронғо ҡәберлек урынында неолит осоро һәм һуң бронза быуаты торамалары, шулай уҡ бронза быуат аҙағы ҡәберлеге (маклашеев мәҙәниәте) табыла. Маклашеев мәҙәниәте ахырынан иртә тимер быуаты (б э. т. 9/8-7/6 бб.) мәҙәниәте менән скифтарға тиклемге һәм иртә скиф әйберҙәре бәйләнеше асыҡланған. Ҡәберҙәрҙең күп өлөшө Ананьин мәҙәниәтенең баулы керамикаһына ҡарай (беҙҙең эраға тиклем VII/VI-IV быуат).
Ҡәберлеккә таш йәшниктәр һәм ағас табуттар, ҙур һанлы кремациялар, алты ҡырлы втулкалы кельттар һәм сүкелгән әйберҙәр, скиф-себерҙәр килтергән йәнлек стилендәге монаяттар, бау һалып ҡатмарлы биҙәлгән һауыттар хас.
Баш һөйәктәре ҡәберҙәре осрай.
Ерләнгәндәрҙең антропологик тибы — үҙенсәлекле «тар йөҙлө» европеоидтар һәм монголоидтар ҡушылған ҡиәфәтле кешеләр булған.
Асыш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәберлек 1858 йылда табыла. Сауҙагәр Шишкин Иван Васильевич — рәссам Шишкин Иван Ивановичтың атаһы, шулай уҡ яҙыусы һәм журналист Петр Владимирович Алабин был урынға барып сығалар. Ананьин ҡәберлеген асыу Ананьин мәҙәниәте термины барлыҡҡа килеүгә сәбәп була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ананьинский могильник / С. В. Кузьминых // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 669. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
- Ананьинский могильник // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)