Татарстан Республикаһы
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Татарстан Республикаһы
| |||||
| |||||
Нигеҙ һалынған |
1920 | ||||
Баш ҡалаһы |
Ҡазан | ||||
44-се | |||||
- Барлығы |
67 847 км² | ||||
- Барлығы |
↗3 868 730[1] (2016) 57.02 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
2 469,2 млрд. һум (2010) 633,7 мең һум | ||||
Волга буйы федераль округы | |||||
рус теле, татар теле | |||||
Рөстәм Миңлеханов | |||||
Премьер-Министр |
Алексей Песошин | ||||
Дәүләт Советы — рәйесе |
Фәрит Мөхәмәтшин | ||||
16 | |||||
RU-TA | |||||
MSD[d], Европа/Москва[d][6] һәм UTC+3:00[d] | |||||
Бүләктәре: |
Татарстан — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика, Волга буйы федераль округына ҡарай. Киров, Ырымбур һәм Һамар, Ульяновск өлкәләре, Сыуашстан, Мари Иле, Башҡортостан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. Баш ҡалаһы Ҡазан, Мәскәүҙән 797 саҡырымда.
Географик мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарстан Рәсәй үҙәгендә, Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, ике ҙур йылға — Иҙел һәм Кама ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 67836,2 квадрат километр, төньяҡтан көньяҡҡа 290 саҡырым һәм көнбайыштан көнсығышҡа 460 саҡырым. Уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 170 метр, 90 процент ерҙәр 200 метрҙан юғарыраҡ, тик айырым урындар ғына 300—350 метрға етә. Территория — башлыса урманлы ерҙә ятҡан тигеҙлек, уның 16 проценты урман менән ҡапланған. Көнсығыш Европа тигеҙлеге Волганан алып көнсығышҡа, Урал тауҙарына табан күтәрелә бара, шуға ла республиканың ер өҫтө өсөн дә был үҙенсәлек хас: уның иң түбән урындары — Иҙел аръяғының көнбайышында, ә иң бейек ерҙәре көнсығышта ята. Республиканың көньяҡ-көнсығышында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урынлашҡан.
Фаунаһында биш мендән артыҡ хайуан төрө иҫәпләнә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 3 миллион 776 мең 265 кеше йәшәй, шуларҙын 14 мең 901-е башҡорт милләтенән.
Халыҡ | Кеше һаны, % |
---|---|
Татарҙар | 53,24 % |
Урыҫтар | 39,71 % |
Сыуаштар | 3,08 % |
Арҙар | 0,62 % |
Украиндар | 0,48 % |
Мордвалар | 0,51 % |
Марыйҙар | 0,48 % |
Башҡорттар | 0,38 % |
Телдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йөмһүриәтенә Татарстан Конституцияһына һәм Татарстан телдәре турындағы законға ярашлы татар һәм урыҫ телдәре тигеҙ хоҡуҡлы дәүләт телдәре итеп иғлан ителгән.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарстанда мендән артыҡ дини берләшмә теркәлгән, диндарҙар араһынан ислам һәм христиан динен тотоусылар күпселекте тәшкил итә.
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарстан — Рәсәйҙәге иҡтисади яҡтан яҡшы үҫешкән төбәктәрҙең береһе, ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан Республикаһы, Ленинград, Свердловск һәм Ярославль өлкәләре менән бер рәттән иң алдынғылар төркөмөндә килә. Республиканың иҡтисади нигеҙен сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәшкил итә. Сәнәғәт башлыса яғыулыҡ һәм нефть химияһы тармаҡтары, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүсе (ауыр йөк ташыусы машиналар, вертолеттар, самолеттар һәм авиадвигателдәр, компрессорҙар, йылға һәм диңгеҙ суднолары, автомобилдәр) машина эшләү предприятиеларынан тора. Илдә етештерелгән тракторҙарҙың — 24, ауыр йөк машиналарының 17,5 проценты бында сығарыла. Электр һәм радио приборҙары эшләү сәнәғәте лә яҡшы үҫешкән. Йылына 32 миллион тоннаға яҡын нефть сығарыла (Йәлил (ҡасаба), Әлмәт ятҡылыҡтары). Рәсәйҙә етештерелгән полиэтилен, синтетик каучук һәм автошиналар күләменең өстән бер өлөшөн тап ошо төбәк сәнәғәте етештерә.
Өҫтөнлөклө тармаҡтарҙың береһе булған агросәнәғәт комплексы ла ныҡ үҫешкән. Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 2,1 процентын биләгән республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменең 4,7 процентын етештерә.
Ҡоролош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарстан 43 муниципаль райондан һәм 2 ҡала округтан тора.
Ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҙнаҡай
- Әлмәт
- Баулы
- Бөгөлмә
- Быуа
- Алабуға
- Зәй
- Йәшел Үҙән
- Ҡазан — баш ҡала
- Лениногорск
- Яр Саллы
- Түбәнге Кама
- Норлат
- Тәтеш
- Чистай
Райондар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Район | Үҙәк | Майҙан км² |
Халыҡ һаны[7] кеше |
Тығыҙлыҡ кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
1 | Әгерже районы | Әгерже ҡалаһы | 1796,6 | 36423 | 20,27 |
2 | Аҙнаҡай районы | Аҙнаҡай ҡалаһы | 2143,3 | 64274 | 29,99 |
3 | Аҡсубай районы | Аҡсубай ҡтҡ | 1440,1 | 32124 | 22,31 |
4 | Аҡтаныш районы | Аҡтаныш ауылы | 2037,8 | 31161 | 15,29 |
5 | Алексеевск районы | Алексеевск ҡасабаһы | 2080,1 | 26080 | 12,54 |
6 | Әлки районы | Базарлы Матаҡ ауылы | 1726,8 | 20688 | 11.98 |
7 | Әлмәт районы | Әлмәт ҡалаһы | 2500,2 | 194892 | 77,95 |
8 | Апас районы | Апас ҡасабаһы | 1047,5 | 22264 | 21,25 |
9 | Арса районы | Арса ҡалаһы | 1843,6 | 51223 | 27,78 |
10 | Әтнә районы | Оло Әтнә ауылы | 681,4 | 13681 | 20,08 |
11 | Баулы районы | Баулы ҡалаһы | 1210,4 | 37479 | 30,96 |
12 | Балтас районы | Балтас ҡтҡ | 1094,5 | 33634 | 30,73 |
13 | Бөгөлмә районы | Бөгөлмә ҡалаһы | 1408,6 | 112043 | 79,54 |
14 | Быуа районы | Быуа ҡалаһы | 1543 | 45144 | 29,29 |
15 | Үрге Ослан районы | Үрге Ослан ауылы | 1373,9 | 16493 | 12,00 |
16 | Бейек тау районы | Бейектау ҡасабаһы | 1701,2 | 43241 | 25,42 |
17 | Сүпрәле районы | Иҫке Сүпрәле ауылы | 1029,5 | 26302 | 25,55 |
18 | Алабуға районы | Алабуға ҡалаһы | 1362,1 | 81392 | 59,75 |
19 | Зәй районы | Зәй ҡалаһы | 1861,6 | 58121 | 31,22 |
20 | Йәшел Үҙән районы | Йәшел Үҙән ҡалаһы | 1396 | 159986 | 114.6 |
21 | Ҡайбыҫ районы | Оло Ҡайбыҫ ауылы | 995,40 | 15166 | 15,24 |
22 | Кама Тамағы районы | Кама Тамағы ҡтҡ | 1199 | 16776 | 13,99 |
23 | Ҡуҡмара районы | Ҡуҡмара ҡтҡ | 1493 | 52210 | 34,97 |
24 | Лайыш районы | Лайыш ҡалаһы | 2094,43 | 36968 | 17,65 |
25 | Лениногорск районы | Лениногорск ҡалаһы | 1843,20 | 88840 | 48,20 |
26 | Мамадыш районы | Мамадыш ҡалаһы | 2600,7 | 45516 | 17,50 |
27 | Менделеевск районы | Менделеевск ҡалаһы | 746,4 | 30610 | 41,01 |
28 | Минзәлә районы | Минзәлә ҡалаһы | 1923,4 | 30136 | 15,67 |
29 | Мөслим районы | Мөслим ауылы | 1464,3 | 21604 | 14,75 |
30 | Түбәнге Кама районы | Түбәнге Кама ҡалаһы | 1672,3 | 265691 | 158,88 |
31 | Яңы Шишмә районы | Яңы Шишмә ауылы | 1315,3 | 15362 | 11,68 |
32 | Норлат районы | Норлат ҡалаһы | 2309 | 60444 | 26,18 |
33 | Питрәc районы | Питрәc ауылы | 1352,4 | 28875 | 21,35 |
34 | Балыҡ Биҫтәһе районы | Балыҡ Биҫтәһе ҡтҡ | 2052 | 27964 | 13,63 |
35 | Саба районы | Байлар Сабаһы ҡтҡ | 1097,7 | 30738 | 28,00 |
36 | Сарман районы | Сарман ауылы | 1385 | 36680 | 26,48 |
37 | Спас районы | Болғар ҡалаһы | 2028 | 20171 | 9,95 |
38 | Тәтеш районы | Тәтеш ҡалаһы | 1632 | 24794 | 15,19 |
39 | Туҡай районы | Яр Саллы ҡалаһы | 1744 | 547497 | 313,93 |
40 | Теләсе районы | Теләсе ауылы | 1160 | 14438 | 12,45 |
41 | Сирмешән районы | Сирмешән ауылы | 1364 | 20922 | 15,34 |
42 | Чистай районы | Чистай ҡалаһы | 1823 | 81365 | 44,63 |
43 | Ютазы районы | Урыссу ҡтҡ | 759 | 22526 | 29,68 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ В конце 2010 года президент Дмитрий Медведев подписал одобренные Госдумой и Советом Федерации закон, запрещающий главам субъектов РФ называться президентами // Официальный интернет-портал правовой информации, 28.12.2010
- ↑ В феврале 2015 года был принят закон, предусматривающий продление сроков наименования глав республик президентами ещё на год — до 1 января 2016 года // Официальный интернет-портал правовой информации, 03.02.2015
- ↑ С 1 января 2016 года конституция региона входит в противоречие с федеральным законодательством Ъ-Газета, 24.12.2015
- ↑ Рустам Минниханов назвал свою должность «Раис республики Татарстан» Архивная копия на Wayback Machine РБК, 27.01.2023
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года 2011 йыл 30 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Щеглов. А существует ли Республика Татарстан? Под шум празднования 100-летия учреждения от общественности скрывают факт отсутствия декрета 1920 года. Сайт «Русская народная линия», 2020, 28 мая (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июнь 2020)
- Михаил Сытин. ТАТАРСКАЯ АССР СОЗДАНА ПО ОБРАЗЦУ БАШРЕСПУБЛИКИ.