Ангелина Прасковья Никитична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ангелина Прасковья Никитична
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 12 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Екатеринославская губерния[d], Мариупольский уезд[d], Богатырская волость[d], Старобешево[d]
Вафат булған көнө 21 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Үлем сәбәбе цирроз печени[d]
Ерләнгән урыны Старобешево[d]
Һөнәр төрө тракторсы, бригадир
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡултамға
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия 3-й степени Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы
Commons-logo.svg Ангелина Прасковья Никитична Викимилектә

Ангелина Прасковья Никитична (12 ғинуар 1913 йыл21 ғинуар 1959 йыл) — беренсе биш йыллыҡтар осоронда стахановсылар хәрәкәтендә ҡатнашыусы. МТС-тың трактор бригадаһы бригадиры. ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947, 1958).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Прасковья (Паша) Никитична Ангелина 1913 йылдың 12 ғинуарында (иҫке стиль буйынса йыл 30 декабрь 1912 йыл) Рәсәй империяһының Екатеринослав губернаһы Мариуполь өйәҙенең Старобешево ауылында грек ғаиләһендә тыуған.

1929 йылда Паша Ангелина тракторсылар курсын тамамлай һәм Иҫке Бешево машина-трактор станцияһында тракторисы булып эш башлай. 1933 йылда МТС-та ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы ойоштора һәм уны етәкләй. 1937 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Беренсе ҡатын-ҡыҙ тракторсыларының береһе. Планды арттырып үтәү буйынса техник яҡтан белемле совет эшсеһе символы булып китә 1938 йылда «Йөҙ мең ҡатын-ҡыҙ — тракторға!» лозунгыһы менән дан ала.

Йәмғиәттә тотҡан урыны һәм танылыуы арҡаһында 1937-1938 йылдарҙағы грек репрессияларынан ҡотола.

1940 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Ҡаҙаҡ ССР-ының Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Бурлин районында эвакуацияла, унда баҫыуҙа фиҙәкәр хеҙмәт итеүен дауам итә.

«Люди колхозных полей» китабының авторы (1948)[1].

Һуңынан машина майҙары һәм дизель яғыулығы менән даими эшләгәнлектән бауыр циррозы менән ауырып китә. 1959 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була. Тыуған Старобешево ҡасабаһында яғында ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атаһы — Ангелин Никита
    • Һеңлеһе — Надежда Никитична Ангелина
  • Олатаһы — Ангелин Федор
  • Ике туған ағаһы — Ангелин Кирилл Федорович
  • Туғаны — Ангелин Анатолий Кирилович (1948). Украинанының Донецк өлкәһе Старобешево ҡалаһында йәшәй
  • Ейән туғаны — Ангелин Сергей Анатольевич (1975). Старобешевола йәшәй. Елена Мушнина менән никахта (1973). Улдары Всеволод, Артем һәм Ярослав[2]. Бөтә лә Харьков өлкәһендә йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы:
    • 19.3.1947 — бойҙай һәм арыштың юғары уңышын алған өсөн,
    • 26.2.1958 — ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн.
  • өс Ленин ордены (30.12.1935; 19.3.1947; 8.2.1954)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7.2.1939)
  • миҙал
  • өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1946)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Паша Ангелинаның бронза бюсы ҡала тибындағы Старобешево ҡасабаһынжда ҡуйылған[3], унда уның исемен проспект йөрөтә, данлыҡлы яҡташының музейы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  2. https://www.instagram.com/iaroslavangelin Ярослав Ангелин
  3. Про затвердження списку пам’ятників мистецтва, історії та археології Української РСР (укр.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]