Анника Хокке

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Анника Хокке
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of Germany.svg Германия
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Germany.svg Германия[1][2][…]
Тыуған көнө 16 июль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (20 йәш)
Тыуған урыны Германия, Берлин[1]
Һөнәр төрө фигурист
Тренер Шуберт, Кнут[d], Кёниг, Александер[d][1] һәм Rico Rex[d][1]
Спорт төрө Фигуралы шыуыу[1]
Спортивная дисциплина женское одиночное фигурное катание[d] һәм парное фигурное катание[d][1]
Партнёр в спорте или профессии Ruben Blommaert[d], Jurij Gnilozoubov[d] һәм Роберт Кункель[d][1]
Ҡатнашыусы 2018 Skate America - pairs[d], 2019 German Figure Skating Championships - pair skating[d], 2018 CS Golden Spin of Zagreb - pair skating[d], Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 2018 — парное катание[d], 2018 World Figure Skating Championships - pair skating[d], 2019 Bavarian Open - senior pair skating[d], 2019 Challenge Cup - senior pair skating[d], 2018 European Figure Skating Championships - pair skating[d] һәм 2019 World Figure Skating Championships - pair skating[d]
Бейеклеге 156 сантиметр[1]
Commons-logo.svg Анника Хокке Викимилектә

Анника Мария Хокке (нем. Annika Hocke; 16 июль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (20 йәш), Берлин[1]) — Роберт Кункель менән парлы шыуыуҙа сығыш яһаусы немец фигурисы. 2019 йылда Германия чемпионатында Һәм 2020 йылда Bavarian Open чемпионатында көмөш призёрҙар.

Элекке партнёры Рубен Бломмарт менән бергә 2017 йылда Ice Star, 2018 йылда Bavarian Open, 2018 йылда Халыҡ-ара Ницца Кубогы һәм 2018 йылда Германия чемпионатының көмөш призеры. 2018 йылда ҡышҡы Олимпия уйындарында 16-сы урынды яулайҙар.

Хокке элегерәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында шыуыуҙа сығыш яһай, 2017 йылғы Германия чемпионатының бронза призёры була. Ул 2016 йылда үҫмерҙәрҙең ҡышҡы Олимпия уйындарында 11-се урынды биләй.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анника Хокке 2000 йылдың 16 июлендә Берлинда тыуған[4], бала сағын Целендорфта үткәрә[5]. Ата-әсәһе Сильвия Варнке һәм Ансгар Хокке журналист булып эшләй[6].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңғыҙ шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хокке конькиҙа 2005 йылда  дүрт йәшендә шыуа башлай. Тәүге күнегеү урыны уның өсөн Вильмерсдорфтағы боҙ һырғалаҡ була[7][8]. 2014 йылдың ғинуарында ул Германия чнмпионатында балалар араһында (13 йәшкә тиклем) алтын яулай[9]. Мануэл Махон етәкселегендә күнекмәләр ала[10].

2015/2016 миҙгелендә Хокке өс халыҡ — ара ярыштарҙа өс үҫмерҙәр миҙалын яулай — Ригала Volvo Open Cup ярышында көмөш, Дортмунд ҡалаһында NRW Trophy ярышында алтын һәм Будапештта Santa Claus Cup ярышында алтын миҙал ала. 2016 йылдың ғинуарында Германия чемпионатында юниорҙар араһында көмөш миҙал яулай. Февралдә үҫмерҙәрҙең 2016 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Германия өсөн сығыш яһай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ шыуыуында Хокке ҡыҫҡа программала 15-се урынды биләй, ирекле программала 10-сы урынды һәм суммала 11-се урында була. Ҡатнаш йыйылма команда турнирында ул йәрәхәт арҡаһында төшөп ҡалған Каори Сакамотоны алмаштыра[11]. Анника ҡатын-ҡыҙҙар шыуыуында 6-сы урынды, ә уның командаһы 8-се урынды биләй

Парлы шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылдың сентябрендә Хокке парлы шыуыуҙа Юрий Гнилозубов менән ҡатнаша[12][13]. Улар 2015 йылдың февралендә International Challenge Cup турнирында йәш үҫмерҙәр парында дүртенсе урынды биләй[14].

Миҙгел 2019/20[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хокке һәм Рубен Бломмарт бергә 2017 йылдың 9 февралендә шыуа башлай[15]. Бер йыл үткәс, 2018 йылдың февралендә, пар [[2018 ҡышҡы олимпия уйындары|Пхенчханда Олимпия уйындарында сығыш яһай һәм ун алтынсы урынды биләй[16]. Донъя чемпионатында 2018 йылдың мартында улар өсөнсө урынды яулай[17]. Хокке һәм Бломмарт 2019|2019 йылғы фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионатынан һуң парҙың тарҡалыуы тураһында иғлан итә, унда улар ун дүртенсе урында була[18].

Анника Хокке үҙенең яңы партнеры Роберт Кункель булыуы тураһында иғлан итә. Хокке элегерәк Олимпия уйындарында ҡатнашһа ла, пар әле халыҡ-ара үҫмерҙәр ярышында ҡатнаша алмай. Хокке һәм Кункель үҫмерҙәр Гран-при ярышында ҡатнашырға ҡарар итә, улар Хорватияла һәм Польшала сығыш яһап, ике бронза миҙал яулай. Үҫмерҙәр араһында парлы шыуыуҙа берҙән-бер булып, Гран-при финалына сығалар. Улар алтынсы урынды ала[19]. Өлкәндәр кимәлендә Хокке / Кункель 2019 Cup Warsaw сығыш яһай, унда алтынсы урынды биләй, ә һуңынан 2020 йылғы Германияның милли чемпионатында һәм 2020 Open Bavarian көмөш миҙал яулай. 2020 йылда Европа чемпионатында улар етенсе урынды биләй[20].

Хокке/Кункель миҙгелде 2020 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионатында тамамлай, унда дүртенсе урынды биләй һәм ирекле программала өсөнсө урын алып, бәләкәй бронза яулай. Әммә ирекле программала хата ебәреү арҡаһында дөйөм миҙал ала алмайҙар. Шуға ҡарамаҫтан, Хокке былай тип билдәләй: «Беҙҙең үҫмерҙәр араһындағы беренсе һәм һуңғы чемпионат иҫ киткес булды»[21] Улар Монреалдә өлкәндәр донъя чемпионатында ҡатнашырға тейеш була, әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында, чемпионат үтмәй[22].

Миҙгел 2020/2021[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дауам итеүсе пандемия шарттарында 2020 йылда Хокке һәм Кункель Nebelhorn Trophy 2020 миҙгелен башлайҙар, унда Европала күнекмә алған спортсылар ғына ҡатнаша[23]. Ҡыҫҡа программала улар ватандаштары Минерва Хазе һәм Нолан Зегерттан ҡалышып, икенсе урынды яулай. Уларҙың көнәркәштәре йәрәхәт арҡаһында төшөп ҡалһа ла, немецтар ирекле программала итальян командаһындағы Ребекка Гиларди һәм Филиппо Амброзининан ҡалыша һәм көмөш миҙал яулай[24].

Хокке һәм Кункель Internationaux de France 2020 өлкәндәрҙең Гран-при серияһында тәүгә сығыш яһарға тейеш булалар, әммә ярыш пандемия арҡаһында үткәрелмәй[25].

Һөҙөмтәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кункель менән парлы шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыш 19/20 20/21
Донъя чемпионаты C 13
Европа чемпионаты 7
GP Trophée de France C
Германия чемпионаты 2 WD
CS NebelhornTrophy 2
CS Warsaw Cup 6
Юниорҙар араһында донъя чемпионаты 4
JGP Финал 6
JGP Хорватия 3
JGP Польша 3
TBD = ярыш белдерә;

WD = Төшә; C = Ярыш юҡҡа сығарыу

Бломмарт менән парлы шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыш 2017/18 2018/19
Олимпия уйындары 16
Донъя чемпионаты 13 14
Европа чемпионаты 8
GP Skate America 7
GP NHK Trophy WD
Германия чемпионаты 3 2
CS Golden Spin 6
CS Ice Star 2
CS Nebelhorn Trophy 5
CS Warsaw Cup 4

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 http://www.isuresults.com/bios/isufs00107818.htm
  2. http://www.isuresults.com/bios/isufs00015049.htm
  3. http://www.isuresults.com/bios/isufs00015228.htm
  4. Annika HOCKE: 2016/2017. International Skating Union.Архивировано 9 февраля 2017 года.
  5. Martin, Ulrike. Die Eisprinzessin aus Zehlendorf (German), Berliner Woche (9 February 2016).
  6. Von der großen Lust auf Erfolg (German), Berliner Abendblatt (6 June 2014). 27 февраль 2016 тикшерелгән.
  7. Hohnschild, J.. Annika Hocke (13) Im Sommer geht’s zum Olympia-Trainer (German), Berliner Kurier (25 February 2014).
  8. Apitius, Benjamin. Nachwuchssportlerin des Monats März: Annika Hocke (German), Der Tagesspiegel (4 March 2014).
  9. Deutsche Nachwuchsmeisterschaften 2014: Nachwuchs Mädchen U13 (нем.)(неопр.) ?. Deutsche Eislauf-Union (12 January 2014).Архивировано 12 апреля 2015 года.
  10. Weise, Klaus. Annika Hockes Dreifachsprünge in die Eislauf-Karriere (нем.), Berliner Morgenpost(7 March 2016).Архивировано 9 февраля 2017 года.
  11. Official Communication: Entry List Mixed NOC Team Event, wyog2016.sportresult.com (19 February 2016).
  12. Berlin (German). Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 февраль 2017.
  13. Annika Hocke & Juri Gnilozoubov (German). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 декабрь 2016.
  14. Challenge Cup 2015. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 апрель 2016.
  15. Kurzinterview mit dem neuen deutschen Paarlaufpaar Annika Hocke und Ruben Blommaert (German), figureskating-online.com (9 February 2017).
  16. XXIII Olympic Winter Games 2018 (англ.).ISU Results.Дата обращения: 22 марта 2021. Архивировано 22 марта 2021 года.
  17. ISU World Championships 2018 (англ.). ISU Results.Дата обращения: 22 марта 2021. Архивировано 28 февраля 2018 года
  18. ISU World Championships 2019 (англ.). ISU Results.Дата обращения: 22 марта 2021.
  19. Slater, Paula. Panfilova and Rylov take junior Pairs’ title in Russian sweep in Torino, Golden Skate (December 7, 2019). 22 март 2021 тикшерелгән.
  20. Slater, Paula. Kostornaia takes gold in Russian sweep at Europeans, Golden Skate (January 25, 2020). 22 март 2021 тикшерелгән.
  21. Slater, Paula. Panfilova and Rylov claim Pairs’ title at Junior Worlds, Golden Skate (March 5, 2020). 22 март 2021 тикшерелгән.
  22. Ewing, Lori. World figure skating championships cancelled in Montreal, CBC Sports (March 11, 2020). 22 март 2021 тикшерелгән.
  23. 2020 NEBELHORN TROPHY, International Figure Skating (September 19, 2020). 22 март 2021 тикшерелгән.
  24. ISU CS Nebelhorn Trophy 2020 Results. International Skating Union.Дата обращения: 22 марта 2021.Архивировано 8 февраля 2020 года.
  25. Grand Prix of France figure skating event canceled due to coronavirus, Olympic Channel (20 October 2020). 22 март 2021 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Анника Хокке / Роберт Кункель (англ.) на официальном сайте Международного союза конькобежцев.
  • Анника Хокке / Рубен Бломмарт (англ.) на официальном сайте Международного союза конькобежцев.
  • Анника Хокке (англ.) на официальном сайте Международного союза конькобежцев.