Антошкин Виктор Николаевич
Антошкин Виктор Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 сентябрь 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Бала Сытырман, Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | социолог, уҡытыусы, университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Әүҙемлек урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Антошкин Виктор Николаевич (26 сентябрь 1956 йыл) — ғалим-социолог. 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1990), социология фәндәре докторы (2005), профессор (2011).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Николаевич Антошкин 1956 йылдың 26 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылында тыуған.
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1983 йылда Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының 31-се мәктәбенә эшкә юллана. 1986 йылда Өфөгә килә. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында юғары һөнәри белем бирә. 1989 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1991 йылдан башлап БДПУ-ла эшләй.
Фәнни хеҙмәттәре соционика, идара итеү, коммуникациялар һәм белем биреү социологияһына арналған.
110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Развитие российского общества: социальные законы и социальная модернизация. Уфа, 2007;
- Отношения в системе образования: социальные, психологические, информационные аспекты. Уфа, 2009 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антошкин Виктор Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
- https://proprepoda.com/profs/3qg-antoshkin-viktor-nikolaevich