Арбузов Борис Андреевич
Арбузов Борис Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 май 1938 (86 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Балалары | Арбузов, Андрей Борисович[d] |
Һөнәр төрө | физик-теоретик, физик, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | элементар өлөшсәләр физикаһы[d] һәм ҡырҙың квант теорияһы[d] |
Эш урыны |
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты юғары энергиялар физикаһы институты[d] Д. В. Скобельцын исемендәге ядро тикшеренеүҙәре институты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның физика факультеты[d] Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты[1] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] (1970) |
Ғилми етәксе | Логунов Анатолий Алексеевич[1] |
Аспиранттар | Andrei Ivanovich Davydychev[d][1] һәм Боос, Эдуард Эрнстович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Арбузов Борис Андреевич Викимилектә |
Арбузов Борис Андреевич (12 май 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй физигы, элементар өлөшсәләрҙең теоретик физикаһы һәм ҡырҙың квант теорияһы өлкәһендә белгес. Физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1980)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Андреевич Арбузов 1938 йылдың 12 майында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Андрей Иванович Арбузов, генерал-майор-инженер, авиацияның тоҫҡаусы системалары һәм бомба ташлау өлкәһендә билдәле белгес[3].
Борис Арбузов 1955 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм М. В. Ломоносова исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. 1961 йылда уны отличие менән тамамлай.
Бынан һуң, 1961—1965 йылдарҙа, Арбузов Дубна ҡалаһында (Мәскәү өлкәһе) Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институтының теоретик физика лабораторияһында эшләй. 1965 йылда «О разложимости S-матрицы по константе связи в квантовой теории поля» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
1966 йылдан Арбузов юғары энергиялар физикаһы Институтының (Протвино, Мәскәү өлкәһе) теоретик физика бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1970 йылда «Геометрические схемы взаимодействия элементарных частиц» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. Лаборатория етәксеһе, шунан төп ғилми хеҙмәткәре була[4].
1973—1993 йылдарҙа Арбузов СССР фәндәр академияһының (һуңынан Рәсәй фәндәр академияһы) нейтрин физикаһы буйынса ғилми советы ағзаһы була[2].
1999 йылдан алып Борис Арбузов Мәскәү дәүләт университетының ядро физикаһы ғилми-тикшеренеү институтында юғары энергиялар теоретик физикаһы бүлегенең (ОТФВЭ)[2] баш ғилми хеҙмәткәре вазифаһында эшләй.
1973 йылдан Арбузов МДУ-ның физика факультетында уҡытыусы булып эшләй, элементар өлөшсәләр физикаһы буйынса лекциялар курсы уҡый[5]. 1980 йылда уға профессор исеме бирелә.
Улы — Андрей Арбузов
Ғилми һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Арбузовтың ғилми һөҙөмтәләре ҡырҙың квант теорияһында пертурбатив булмаған (йәғни бәйләнеш константаһы буйынса ҡуҙғыу теорияһы сиктәренән сығыусы) эффекттарҙы тикшереү, шулай уҡ элементар киҫәксәләрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеү процесстарын тасуирлау өсөн тейешле алымдарҙың үҫеше менән бәйле. Атап әйткәндә, был алым үҙ-ара көсһөҙ электр тәьҫирләшеүендә үҙенән-үҙе симметрия боҙолоуын һүрәтләү өсөн, шулай уҡ квант хромодинамикаһында Грин функциялары өсөн Швингер—Дайсон тигеҙләмәләрен сығарыу өсөн ҡулланылған[2].
Элементар өлөшсәләр физикаһының төрлө проблемаларына арналған күп кенә белем биреү күҙәтеү мәҡәләләре яҙған[4][6][7].
Ҡайһы бер баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- B. A. Arbuzov, A. A. Logunov, A. N. Tavkhelidze, R. N. FaustovR. N. Faustov. The asymptotic behavior of the scattering amplitudes and the renormalisation group method, Physics Letters, 1962, v. 2, No. 3, p. 150—152.
- Б. А. Арбузов, А. А. Логунов. Строение элементарных частиц и связи между различными силами природы. Успехи физических наук, 1977, т. 123, вып. 3, с. 505—529.
- А. И. Алексеев, Б. А. Арбузов, В. А. Байков. Инфракрасные асимптотики глюонных функций Грина в квантовой хромодинамике. // Теоретическая и математическая физика, 1982, т. 52, № 2, с. 187—198.
- Б. А. Арбузов, Э. Э. Боос, А. И. Давыдычев. Инфракрасные асимптотики глюонных функций Грина в ковариантной калибровке. // Теоретическая и математическая физика, 1988, т. 74, № 2, с. 163—170.
- B. A. Arbuzov, V. I. Savrin, S. A. Shichanin. On a mechanism of GSI resonance production, Physics Letters, 1992, v. B275, No. 1—2, p. 144—148.
- Boris A. Arbuzov. Non-perturbative effective interactions in the Standard Model. — Berlin: Walter de Gruyter, 2014. — 225 с. — (De Gruyter Studies in Mathematical Physics, v.23). — ISBN 978-3-11-030292-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Энциклопедия Московского университета. Научно-исследовательский институт ядерной физики им. Д. В. Скобельцына. — Москва: Библион — Русская книга, 2006. — С. 169. — 352 с. — ISBN 5-902005-05-1.
- ↑ Арбузов Андрей Иванович (HTML). Большая электронная энциклопедия ВВИА им. проф. Н. Е. Жуковского. nasledie-vvia.ru. Дата обращения: 7 ғинуар 2015.
- ↑ 4,0 4,1 Б. А. Арбузов. Открытие самой тяжёлой элементарной частицы // Соросовский образовательный журнал. — 1996, № 9. — С. 94—99.
- ↑ Кафедра физики элементарных частиц (HTML). www.sinp.msu.ru. Дата обращения: 7 ғинуар 2015.
- ↑ Б. А. Арбузов. Физика подкритического состояния ядерного реактора // Соросовский образовательный журнал. — 1997, № 1. — С. 73—78.
- ↑ Б. А. Арбузов. Осцилляции нейтрино — рентген для небесных тел? // Соросовский образовательный журнал. — 1998, № 9. — С. 86—91.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арбузов Борис Андреевич, www.mathnet.ru
- Арбузов Борис Андреевич, istina.msu.ru
- К юбилею Б. А. Арбузова, www.msu.ru
- Профиль в базе данных Корпус экспертов по естественным наукам