Арон Тамаши

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арон Тамаши
мадьярса  Tamási Áron
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Венгрия
 Румыния
Тыуған ваҡыттағы исеме мадьярса  Tamás János
Тыуған көнө 20 сентябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Лупени[d], Харгита[d], Румыния
Вафат булған көнө 26 май 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[4][2][3] (68 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Венгерская Народная Республика[d][4]
Ҡәбере һүрәте
Яҙма әҫәрҙәр теле Венгр теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, яҙыусы
Эш урыны Ньюгат[d]
Биләгән вазифаһы Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Университет Франца Иосифа[d]
Торговая академия[d]
Әүҙемлек урыны Будапешт
Сәйәси фирҡә ағзаһы Национально-крестьянская партия[d]
Ойошма ағзаһы Венгрия фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Арон Тамаши Викимилектә

Арон Тамаши (20 сентябрь 1897 йыл, Фаркашлака, Австро-Венгрия — 26 май 1966 йыл, Будапешт, ВХР) — венгр яҙыусыһы. Тыуған Трансильванияла һәм Венгрияла секей стилендә яҙылған әҫәрҙәре менән танылыу яулаған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арон Тамаши Секей ырыуына ҡараған ғаиләлә Фаркашлакала тыуған (хәҙерге Лупени, Харгита өйәҙе). 1912 йылда Аронды Секейудвархей ҡалаһы католиктары гимназияһына бирәләр. Гимназист саҡтан алып ул хикәйәләр яҙа башлай. 1918 йылдың июлендә ул Пьява янындағы алышта ҡатнаша. Клуж университетының хоҡуҡ факультетына уҡырға инә, тик бында ул оҙаҡ уҡый алмай, сөнки уҡытыу тотошлайы менән румын теленә күсерелә. Коммерция академияһына күсә һәм ике йылдан уны тамамлай.

1923 йылда АҠШ-ҡа эмиграцияға китә, унда бик әүҙем эшләй, хикәйәләрен тыуған яғына ебәреп тора. 1925 йылда Клужда уның тәүге «Душа отправляется в путь» китабы сыға. Эмиграциянан Арон Тамаши 1926 йылда ҡайта, был ваҡытта ул тыуған илендә билдәле кеше була. 1926 йылдың июлендә "Эрдей Геликоны"н (« яҙыусыларҙың ирекле берләшмәһе») ойошторған Румынияла йәшәгән венгр яҙыусыларының йыйынтығында әҫәрҙәрен баҫтыра. Был ойошма Тамашиҙың тыуған илендә яҙған әҫәрҙәрен баҫтырып сығара.

1932 йылда Тамаши «Абель в глухом лесу» романын яҙа. Был роман уның иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе тип атала. Һуңыраҡ ул был романдың дауамы итеп тағы ике китап яҙа. Тамаши Венгрияла танылыу яулай, уға Баумгартен премияһы бирелә. Барлығы яҙыусы Тамаши ун хикәйәләр йыйынтығын сығара.

1945 йылда Тамаши Венгрия парламентының почетлы депутаты, 1954 йылда — Венгрияның Ватан фронты ағзаһы булып китә. Уға иң юғары милли премия — Кошут премияһы бирелә. 1963 йылда Арон Тамаши Донъя Советы президиумы ағзаһы итеп һайлана. Яҙыусы иң һуңғы «Ветка шиповника» романын ҡатынына әйтеп яҙҙыра, ләкин уны тамамлап өлгөрмәй. Арон Тамаши 1966 йылдың 26 майында Будапештта вафат була.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Абель в глухом лесу» (1932)
  • «Абель в своей стране» (1934)
  • «Абель в Америке» (1934)
  • «Матяш, ломающий льдины» (1936)
  • «Сверкает звезда» (1937)
  • «Птица певчая» (1934)
  • «Обманчивая радуга» (1942)
  • «Колыбель и сова» (1953)
  • «Зеркало отечества» (1953)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #17261086 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Áron Tamási // Babelio (фр.) — 2007.
  4. 4,0 4,1 Тамаши Арон // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]