Архангел суйын иретеү заводы
Архангел суйын иретеү заводы | |
Тармаҡ | Ҡара металлургия |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1899 |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Архангел, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Продукция | Суйын[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1903 |
Архангел суйын иретеү заводы — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Архангел районы Архангел ауылы биләмәһендә 1899—1903 йылдарҙа эшләгән суйын иретеү заводы.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Завод Аҫҡын (Инйәр йылғаһының ҡушылдығы, Эҫем йылғаһы бассейны) йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан 75 саҡрым көньяк-көнсығышта урынлашҡан[1].
Завод тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылда бер төркөм Мәскәү фабриканттары (В. А. Горбунов, С. И. Шегляев и А. Ф. Моргунов) Өфө «Тимер мәғдәне ятҡылығын эксплуатациялау өсөн йәмғиәт» ойоштора, был йәмғиәт Архангел баҡыр иретеү заводынан 1,5 км алыҫлыҡта, Стәрлетамаҡ өйәҙендәге тимер мәғдәне ятҡылығынан мәғдән сығара башлай.
1899 йылдың декабрендә завод эшләй башлай, сеймал сифатында заводтан 26-34 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан рудниктан килтерелгән һоро тимер мәғдәне ҡулланыла. Завод ҡорамалы: 93 куб. метр һәм 68 куб. метр күләмле 2 домна мейесе, Каупер системаһына ҡараған 3 һауа йылытҡыс, һауа таҙартҡыс, ике цилиндрлы һауа өрҙөргөс компаунд-машина, һыу балансында эшләүсе 4 күтәрмәле вертикаль колошниковый күтәргестәр, локомобиль менән Блек руда онтағысы, 4 цилиндрлы пар ҡаҙаны, насос ҡулайламаһы, механик оҫтахана, химия лабораторияһы, кирбес заводы, күмер мейесе. Электр яҡтылығы иҫке Архангел баҡыр иретеү заводы быуаһындағы һыу турбинаһында эшләүсе динамо-машинанан килә.
1903 йылда завод, йәмғиәт банкрот тип иғлан ителеү сәбәпле, эшләүҙән туҡтай.
XXI быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта заводтан һибелгән шлак ҡына ҡалған. Завод урынында паркет фабрикаһының етештереү һәм административ биналары урынлашҡан[2].
Заводтың етештереүсәнлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1900 йылда яҡынса 500 мең бот суйын иретелә, ә 1901 йылда — 900 меңдән ашыу, 1902 йылда — 624 мең бот, 1903 йылда — 283 мең бот.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Металлургические заводы Урала XVII-XX вв. Энциклопедия / глав. ред. В.В.Алексеев. — Екатеринбург: Академкнига, 2001. — С. 39. — 538 с. — ISBN 5-93472-057-0.
- ↑ Ямщикова Я.Нужно ли изучать разрушенные памятники старой России//Посреди России , 31.10.2014