Арыҫланов Илдар Ринас улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Арыҫланов Илдар Ринас улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 6 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (24 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Башҡортостан, Ағиҙел
Туған тел рус
Һөнәр төрө велогонщик
Спорт командаһы ағзаһы Itera-Katusha[d] һәм Gazprom-RusVelo[d]
Спорт төрө велосипедный спорт[d]

Арыҫланов Илдар Ринас улы (6 апрель 1994, Ағиҙел, Рәсәй) — Рәсәй шоссела велосипедта ярышыусыһы, 2011 йылдан алып континенталь тур ярыштарында сығыш яһай. «Итера-Катюша» һәм «Русвело» кеүек командалар составында Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр призер һәм еңеүсе була. Төмән өлкәһе вәкиле, спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдар Арыҫланов 1994 йылдың 6 апрелендә Башкортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан уҡ велоспорт менән әүҙем шөғөлләнә башлай, урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм Төмән спорт әҙерлеге үҙәгендә әҙерлек үтә. Төрлө ваҡытта А. С. Алексеев, М. В. Силин, И. С. Казанцев кеүек белгестәр етәкселегендә шөғөлләнә.

2011 йылда шоссела велоспортта тәүге етди уңыштарға өлгәшә, төркөмлө дисциплина уҙыштарында үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы була һәм Италияла күп көнлөк «Джиро ди Базиликата» уҙышында ҡатнаша, унда өс тапҡыр призерҙар иҫәбенә эләгә һәм йомғаҡлау генераль классификациялауҙа беренсе юлда була.

Йыл үткәс бер юлы ике дисциплинала бөтә Рәсәй үҫмерҙәр беренселеген яулай: айырым старт менән индивидуаль уҙышта һәм төркөм уҙыштарында. Бынан тыш, Бельгияла абруйлы «Льеж — Ля Глез» күп көнлөк велоуҙышта еңеү яулай, Швейцарияла "Гран-при Рублиленд"та икенсе этапта көмөш ала, "Донъя велоуҙышы"ның үҫмерҙәр версияһында генераль классификацияла өсөнсө этапта өсөнсө урын яулай, Хорватияла "Истрия туры"нда туғыҙынсы һөҙөмтә күрһәтә, "Джиро ди Базиликата"ла былтырғы уңышты ҡабатларға тырыша, тик был юлы, словен Матей Мохоричты алға үткәреп, икенсе була[1][2].

2013 йылда «Гран-при Адыгеи» күп көнлөк ярышта Арыҫланов бишенсе урынды биләй, шунан һуң Рәсәйҙең «Итера-Катюша» континенталь тур командаһына ҡушыла. "Джиро Вале д’Аоста"ның дүртенсе этабы еңеүсеһе, «Ронд де л’Изард» старт этабында бишенсе булып финишкә килә. 2015 йыл миҙгелендә «Русвело» профессиональ клуб менән контрактҡа ҡул ҡуя[3][4][5].

Сығыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында төркөм ярышында
1-се Giro di Basilicata
2012
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында төркөм ярышында
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында шәхси ярышта
1-се Aubel-Thimister-La Gleize
2-се Grand Prix Rüebliland
3-сө Giro di Basilicata
3-сө Донъя велоуҙышы үҫмерҙәр араһында
2013
5-се Гран-при Адыгеи
2014
1-се Этап 4(ТТТ) Tour de la Vallée d’Aoste
2015
7-се GP Capodarco
9-сы Trofeo Banca Popolare di Vicenza
2016
5-се Әзербайжан туры
1-се Jersey violet.svg Йәштәр квассификацияһы
2017
5-се Турция туры 2017

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]