Аҫылғужа Бакиров
Аҫылғужа Бакиров | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ҡаракөсөк ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Ҡаракөсөк ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
подпоручик |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Аҫылғужа Бакиров (Аҫылғужа Әбүбәкиров; 1785—1848) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында 4-се Башҡорт атлы полкының полк командиры поход старшинаһы, подпоручик (1813).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҫылғужа Бакиров (Әбүбәкиров) 1785 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Ҡаракөсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы Үрнәк ауылы) тыуған[1].
1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, 12-се, 8-се, 5-се һәм 4-се кантон башҡорттарынан 4-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, был полк составында Аҫылғужа Бакиров поход старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1812 йылдың 25 июлендә полк Түбәнге Новгородҡа йүнәлә, артабан Полоцк яғына юл тота һәм унда 16 октябрҙә барып етә. 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алышта һуғыша[2][3].
1813 йылда 4-се Башҡорт атлы полкы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың 10 авгусында подпоручик званиеһын ала[4].
1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 4-се һәм 14-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[5]. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1813 йылдың 27 декабрендә Аҫылғужа Бакиров III дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә.
1813 йылдың декабрендә 4-се Башҡорт атлы полкы Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә һәм уның составында Аҫылғужа Бакиров Парижға ҡәҙәр барып етә. 1814 йылдың февраленән 4-се Башҡорт атлы полкының штабы Минск ҡалаһында була, шул уҡ йылдың ноябрендә полк туған яғына юл тота[3].
Туған яғына ҡайтҡас, 12-се башҡорт кантонының 14-се йортоноң[6] старшинаһы булып хеҙмәт итә.
1823 йылдың 28 ғинуарында улдары Мөхәмәтгәрәй һәм Шаһингәрәй менән бергә дворянлыҡ хоҡуғына лайыҡ була[7][8].
Награды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжәләге Изге Анна ордены кавалеры (27 декабрь 1813 йыл).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы Үрнәк ауылында уға мемориаль таҡтаташ асыла[9].
- 2014 йылда Силәбе ҡалаһының «Электрометаллург» баҡсаһында уға мемориаль таҡтаташ асыла[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История башкирских родов. Дуван. Том 16 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 44-45. — 688 с. — ISBN 978-5-85051-000-0.
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 3,0 3,1 Рахимов Р. Н. 3-й, 4-й и 5-й башкирские полки в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 3. — ISSN 1683-3554.
- ↑ История башкирского дворянства, 2015, с. 125
- ↑ Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- ↑ По ведомости о состоянии юртов на 1843 год, 14-й юрт 12-й Башкирский кантона состоял из деревень Каракучуково, Старо-Калмашево, Иксаново, Аблаево, Абзаново, Старо-Биккинино, Калмашбашево, Пучкак-Куяново, Чекмагушево, Ново-Калмашево, Рапатово.
- ↑ История башкирского дворянства, 2015, с. 118
- ↑ Уның ейәндәре — зауряд-хорунжий Мөхәмәтгәрәйҙең улдары Солтангәрәй, Абдулфазыл һәм Әхмәтхан дворян ҡатламына 1865 йылда күсерелә.
- ↑ Бакиров Асылгужа Бакирович // Жизнь во славу Отечества : тематический информационно-методический сборник. — 2016. — С. 478.
- ↑ Аралбаева Л. Силәбелә башҡорт «төньяҡ амурҙары»ның береһенә мемориаль таҡтаташ астылар . Башинформ (14 октябрь 2014). Дата обращения: 6 апрель 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1785 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Саҡмағош районында тыуғандар
- 1848 йылда вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында вафат булғандар
- Саҡмағош районында вафат булғандар
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Березина янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Башҡорт дворянлығы
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар