Асҡын районы гербы
Асҡын муниципаль районы гербы | |
Детали | |
---|---|
Раҫланған | |
Использование |
2951[2] |
Авторлыҡ коллективы | |
Айрат Усманов |
Асҡын районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районы символдарының береһе.
Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 10 июлендәге 94-се һанлы ҡарары менән раҫланған.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт символика регистрына 037 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 2951 регистрацион номер бирелеп индерелгән.
Гербтың авторы — Айрат Усманов.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гербта йәшел яландың уртаһында алтын төҫөндә ҡулса урынлашҡан, ул ҡояш йөрөшөнә ҡаршы йүгергән тулҡындар сифатындағы орнаменттың йәшел ҡулсаһы менән биҙәлгән. Ҡулса эсендә уртаһы тишелгән ромб формаһында алтын тамға төшөрөлгән, ул юғарыға табан ике түңәрәйтелгән үҫентеләр менән тамамлана.
Символиканың нигеҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асҡын районының гербы — район географияһын, иҡтисадын, тарихи үҫешен һәм тормошоноң рухи даирәһен стилләштереү аша сағылдырған рәсми айырым билдә. Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте йүнәлешле. Район урман һәм ауыл хужалығы биләмәләренең, тәбиғи ресурстарының байлығы менән айырыла һәм республикала экологик яҡтан иң таҙаларының береһе булып тора. Шунлыҡтан гербтың төп төҫө йәшел булып тора. Шул уҡ ваҡытта йәшел төҫ — муллыҡтың, өмөттөң, иректең һәм мәңгелек тормоштоң символы.
Гербтың үҙәгендә — соляр орнаменталь түңәрәк һәм уның эсендәге ырыу билдәһе тамға. Алтын тамға символик рәүештә хәҙерге район территорияһында борондан йәшәгән халыҡтарҙың тарихын символик рәүештә сағылдыра. Бер үк ваҡытта был соляр түңәрәк үҙәгендә урынлашҡан билдә райондың элекке, хәҙерге һәм киләсәк быуындарының бәйләнешен символлаштыра. Гербтағы түңәрәк шулай уҡ районда йәшәгән һәм үҙҙәрен асҡындар тип ғорур атаған халыҡтың дуҫлығын, сплоченность, күп милләтлеген символлаштыра.
Башҡорт милли орнаменты халыҡтар тормош-көкүрешенең игенселек нигеҙен символлаштыра һәм гербта ғүмерҙең һәм муллыҡтың идеограммаһы булып тора. Дөйөм алғанда үҙәк фигура райондың тарихи үҫешен, тормоштоң мәңгелеген һәм алға хәрәкәтте сағылдыра. Герб элементтарының алтын төҫө байлыҡты, муллыҡты һәм сәскә атыуҙы символлаштыра.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 101—104.