Туймазы районы гербы
Туймазы муниципаль районы гербы | |
Детали | |
---|---|
Раҫланған | |
ДГР номеры |
3017[2] |
Авторлыҡ коллективы | |
Салауат Ғиләжетдинов, Рузилә Имамова |
Туймазы районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы символдарының береһе.
Туймазы районы гербы Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 13 июлендәге 133-сө һанлы ҡарары менән раҫланған.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт символика регистрына 056 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 3017 регистрацион номер бирелеп индерелгән.
Гербтың авторҙары — Салауат Ғиләжетдинов, Рузилә Имамова.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гербта күк яланда алтын төҫөндә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, уның һабағында ике яғынан да өс япрағы бар. Ҡурай сәскәһен ике яҡтан һәм аҫтан өс рәтле бойҙай башаҡтарының тарҡатылған үреме менән уратып алынған. Гербтың аҫҡы осонда барлыҡҡа килеүсе тулҡынлы ҡара тау урынлашҡан, тау өҫтөндә көмөш төҫөндә өс тулҡын төшөрөлгән.
Символиканың нигеҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гербта күк (зәңгәрһыу) төҫ — тыныс күк йөҙөнөң төҫө, Туймазы районы кешелеренә хас булған ихласлыҡтың, оптимизмдың һәм әүҙем тормош позицияларын сағылдыра.
Гербтың үҙәгендә төшөрөлгән өс рәт итеп һалынған бойҙай башаҡтарынан барлыҡҡа килгән алтын ярым түңәрәк Туймазы районы еренең уңдырышлығын, быуындан-быуынға күскән игенселектең бай традицияларын, унда йәшәгән кешеләрҙең эшһөйрәлеген, именлеген, муллылығын һәм йомартлығын сағылдыра.
Башаҡтарҙан яһалған ярым түңәрәктең эсендә алтын сәскә атыусы ҡурай урынлашҡан, ул район территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың күп милләтлеген, дуҫлығын һәм берҙәмлеген, бар нәмәгә тыныс башланғыстарҙы, яҡтылыҡҡа, совершенство һәм үҫеш үрҙәренә ынтылышты символлаштыра, был күп һанлы традицион конкурстарҙа һәм халыҡ байрамдарында сағылыш таба.
Ике күк менән сиратлашҡан өс аҡ (көмөш) тулҡынлы дуғаға оҡшаш һыҙыҡтар Туймазы районының төп иҫтәлекле урынын, Башҡортостандың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы — гәлсәр таҙа һыулы һәм хайуандар донъяһы бай булған гүзәл Ҡандракүл күлен сағылдыра. Күлдең яр буйҙары район һәм республиканың балалары һәм ололарының ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урыны булып тора.
Герб нигеҙенең осланған осонда стилизацияланған нефть («ҡара алтын») фонтаны «урғыла», ул Туймазы районы еренең ҡаҙылма байлыҡтарға бай булыуын сағылдыра.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 269—272.