Эстәлеккә күсергә

Борай районы гербы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борай муниципаль районы гербы

Детали
Раҫланған

14 июль 2006

ДГР номеры

2973

Авторлыҡ коллективы

Салауат Ғиләжетдинов

Борай районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районы символдарының береһе.

Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 14 июлендәге 88-се һанлы ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт символика регистрына 015 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 2973 регистрацион номер бирелеп индерелгән.

Гербтың авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Гербта йәшел яланда еп рәүешендә ҡыйыш алтын тәре төшөрөлгән, уның өҫтөндә аҫҡараҡ көмөш башын юғарыға күтәреп йүгергән бүре (Күк Бүре) урынлаштырылған. Тәре мөйөштәрҙә башҡорт ҡәбиләләренең тамғалары менән оҙатылған: өҫтә — Танып, аҫта — Ҡырғыҙ, уңда — Йылан һәм һулда — Таҙлар.

Символиканың нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гербтың барлыҡ фигуралары Борай районының тарихи, рухи, мәҙәни, милли һәм башҡа традицияларын, үҙенең көндәлек хеҙмәте менән райондың, республиканың иҡтисади, социаль үҫешенә өлөш индергән халҡын символлаштыра.

Гербтың үҙәк фигураһы — күк-йәшел яланда йүгереүсе Күк Бүре булып тора, ул — барлыҡ төрки халыҡтарҙың берҙәм символы һәм күп быуатлы тарихи халыҡ хәтерен, зиһенлеген, батырлығын, үҙ туған еренә жертвенность һәм тоғролоғон сағылдыра.

Гербта вариҫтары әле лә үҙ тарихи ерҙәрендә йәшәүсе башҡорт ырыуҙарының боронғо билдәләренән — тамғаларынан композиция төшөрөлгән: өҫтә — Танып, аҫта — Ҡырғыҙ, уңда — Йылан һәм һулда — Таҙлар. Ырыу билдәләре характерлы урынлашыуы менән композицияның түңәрәкле әйләнешен барлыҡҡа килтерә, уны динамикалы итә, был ваҡыт һәм тормоштоң бер туҡтауһыҙ хәрәкәтен символлаштыра.

Алтын төҫ – ҡояш, иген, байлыҡ, бөйөклөк, күркәмлек төҫө. Күк-йәшел төҫ — күк йөҙөнөң һәм ерҙең берләшкән төҫө, ерҙәге тормошто, өмөттө, шатлыҡты, сәләмәтлекте, мәңгелек яңырыуҙы символлаштыра, гүзәл тәбиғәттең, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын сағылдыра. Көмөш төҫ асыҡлыҡты, хеҙмәттәшлеккә әҙерлекте, ышанысты, ҡаһарманлыҡты символлаштыра, яҡты киләсәкте, тыныслыҡты һөйөүҙе һәм взаимпониание сағылдыра. Гербтың төҫтәре: көмөш, күк-йәшел, алтын — Борай ере менән үҙенең тарихы, хәҙергеһе һәм киләсәге менән рухи берләшкән күп милләтле халыҡтың традицион рәүештә хөрмәткә ҡаҙанған төҫтәрҙе сағылдыра.

  • Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 153—156.