Афанасьев Сергей Валерьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Афанасьев Сергей Валерьевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 29 ғинуар 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (32 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Уральский институт Государственной противопожарной службы МЧС России[d]
Квалифицирован для ирҙәр спорты[d]

Афанасьев Сергей Валерьевич (29 ғинуар 1987 йыл) — Рәсәй спортсыһы (янғын һүндереү спорты). 2011 йылда янғын һүндереү спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының иң яҡшы спортсыһы[1]. Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры[2](2011). Ике төр ярышта, шулай уҡ команда зачетында Рәсәй йыйылма командаһы составында 2008 йылда Рәсәй чемпионы, 2011 йылда донъя чемпионы. 2011 йылдың 3-4 сентябрендә[3] Котбуста (Германий Федератив Республикаһы) үткән янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса VII донъя чемпионатында ҡуйған ике төр ярыш буйынса донъя рекорды (28,62 с.) эйәһе. 2012 йылда был күрһәткесте үтеп китәләр.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Валерьевич Афанасьев 1987 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Бала сағынан спортты ярата, карате, йөҙөү менән шөғөлләнә. Сергейға 11 йәш тулғас, Стәрлетамаҡтың йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаусы Николай Захаров бабайы уны янғын һүндереү спортына алып килә.

2000 йылда, 13 йәшендә беренсе тапҡыр ярышта ҡатнаша, Сергей зона ярыштарында йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында икенсе һәм штурмлау баҫҡысы буйлап күтәрелеүҙә өсөнсө урын ала.

2001 йылда Башҡортостан йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.

2004 йылда Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәй.

Екатеринбургта Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал Дәүләт янғын хеҙмәте институтында уҡый (20042007). Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уҡыу йорттары беренселегенең күп тапҡыр чемпионы.

20072009 йылдарҙа янғын һүндереү спорты буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында сығыш яһай.

2008 йылда Санкт-Петербургта йәйге Рәсәй чемпионатында 100 метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында йүгереү буйынса 1-се урынды яулай.

2009 йылда Өфөгә күсә, янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай башлай. «Штурмлау баҫҡысы буйлап уҡыу башняһының 4 ҡаттағы тәҙрәһенә күтәрелеү» дисциплинаһында Рәсәй Кубогына эйә була.

2010 йылда Түбәнге Новгородта Рәсәй ҡышҡы чемпионатында 100 метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында йүгереү буйынса 1-се урынды биләй.

Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Бөтә Рәсәй ярыштарының күп тапҡыр призёры һәм чемпионы була.

Котбуста (Германия) 2011 йылда үткән янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса VII донъя чемпионатында Афанасьев Сергей ике төр ярыш буйынса ярышта 28,62 с донъя рекорды ҡуйып чемпион, шулай уҡ 100 метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында йүгереү буйынса көмөш призер була. Ошо уҡ ярыштарҙа Рәсәй рекорды һәм өс Башҡортостан Республикаһы рекорды ҡуя. Халыҡ-ара класслы Рәсәй спорты мастеры нормативын үтәй. Рәсәй йыйылма командаһының дөйөм зачетта еңеүенә ҙур өлөш индерә, уның составында команда зачетында донъя чемпионы була.

Эш урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдан алып Өфө ҡалаһында йәшәй, «Башҡортостан Республикаһы буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәтенең 22-се отряды» федераль ҡаҙна учреждениеһының ПЧ-9 ҡарауыл начальнигы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Согласно Приказу Министра Российской Федерации по делам гражданской обороны, чрезвычайным ситуациям и ликвидации последствий стихийных бедствий Сергея Кужугетовича Шойгу № 740 от 8 декабря 2011 года, на основании протокола заседания центральной конкурсной комиссии МЧС России по подведению итогов конкурса на звание «Лучший спортсмен МЧС России по пожарно-прикладному спорту» в 2011 году от 01.12.2011 г. № 1, Почетной грамотой МЧС России победителя конкурса на звание «Лучший спортсмен МЧС России по пожарно-прикладному спорту» в 2011 году награждён капитан внутренней службы Афанасьев Сергей Валерьевич — начальник караула пожарной части № 9 22 отряда федеральной противопожарной службы по Республике Башкортостан, Мастер спорта международного класса, чемпион России 2008 года, чемпион мира 2011 года, обладатель рекорда мира (28,62 сек.) по двоеборью, установленного на VII чемпионате мира по пожарно-спасательному спорту в Котбусе, Федеративная Республика Германия, 3—4 сентября 2011 года.
  2. Документы Ҡалып:Webarchive
  3. ЦСК МЧС: Сергей Афанасьев — лучший спортсмен 2011 года (недоступная ссылка)