Ачери-биатлон
Ачери-биатлон | |
Спорт төрө | саңғы уҙыштары[d] |
---|---|
Ачери-биатлон (ски-ачери, ингл. archery — йәйәнән атыу) — саңғыла уҙыш менән йәйәнән атыуҙы берләштергән ҡышҡы спорт төрө. 1996 йылда ачери-биатлон буйынса Донъя чемпионатын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Беренсе донъя чемпионаты 1998 йылда Италияла үткәрелә, унда 11 ил ҡатнаша.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спорт төрө булараҡ ачери-биатлон 1975 йылда Францияла барлыҡҡа килә. Беренсе ярыштар 1982 йылда Австрияла һәм Италияла үткәрелә. Был спорт төрө киң йәмәғәтселеккә 1983 йылда Антерсельвала юниорҙар араһында биатлон буйынса донъя чемпионатында күрһәтелә. Антерсельвалағы старттан һуң ачери-биатлон ойоштороусыларҙың өмөтөн аҡлап, популяр булып китә. 1991 йылдан Халыҡ-ара йәйәнән атыу ойошмаһы (франц. Federation Internationale de Tir a L'Ark, FITA) ачери-биатлонды уҡсылар ярыштары программаһына индерә. Рәсәйҙә ачери-биатлон буйынса I чемпионат 1998 йылда үткәрелә.
2000 йылда Халыҡ-ара биатлонсылар союзы (ингл. International Biathlon Union, IBU) һәм FITA яңы ҡағиҙәләр индергән һәм ярыштарҙы ойоштороуҙы, үткәреүҙе көйләгән комитет ойоштора. 2006 йылдан FITA ачери-биатлондың үҫеше өсөн яуаплы берҙән-бер халыҡ-ара ойошма булып тора.
Башҡортостанда ачери-биатлон
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында ачери-биатлон 1997 йылда, Бөрө ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (ДЮСШ) ошо спорт төрөнөң тәүге бүлеге асылыуҙан башлана. 2000 йылда улар инде Өфөнөң Авдон ауылында һәм Белорет ҡалаһында асыла. 1998 йылда Бөрөлә беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионаты уҙғарыла һәм шунан алып йыл һайын Рәсәй чемпионаттары һәм Кубок этаптары үткәрелә. Башҡортостандан ачери-биатлон буйынса Рәсәйҙең тәүге спорт мастеры В. З. Закирйәнов (1999) була. Республикала 2010 йылға 3 ДЮСШ-ла ачери-биатлон бүлеге, 2 секция эшләй, уларҙа 100-гә яҡын кеше шөғөлләнә. Шулай уҡ 1997 йылдан БР Уҡ атыу федерацияһының ачери-биатлон бүлеге эшләй.
Ҡағиҙәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биатлонда ҡулланылған трассаны үтеүҙең барлыҡ төп ҡағиҙәләре ачери-биатлонда ла ҡулланыла. Һәр ҡатнашыусының ян-һаҙағы һәм бәләкәй генә ремонт комплекты булырға, уҡтарҙы үҙе менән йөрөтөргә тейеш.
Атыу урынында сәпкә тиклем ара 18 тәшкил итә. Ачери-биатлонда сәптең ике төп төрө була: ҡағыҙ һәм йығылыусы. Сәптең уң яғы ҡара төҫтә була һәм уртала аҡ билдә ҡуйыла, диаметры — 16, тамға үҙәге 3 сантиметр булырға тейеш. Сәп үҙәге ут нөктәһенә ҡарата 1 метр бейеклектә ҡуйыла. Уҡсылар баҫып һәм тубыҡланып ата.
Ярыш төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхси уҙыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирҙәр 12,5 километрға, ҡатын-ҡыҙҙар 10 километрға уҙыша. Дистанция 2,5 (2) километрҙан торған 5 әйләнәнән ғибәрәт. Спортсылар 30 секунд аша стартҡа сыға, дүрт ут нөктәһенән, баҫып һәм тубыҡланып ата. Яҙа киткән һәр уҡ өсөн спортсыларҙың төп ваҡытына бер минут өҫтәлә.
Масс-старт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм старттан ир-аттар − 10, ҡатын-ҡыҙҙар 7,5 километрға ярыша. Шулай уҡ дүрт ут нөктәһе була. Унда алдағы ярыштар һөҙөмтәһе буйынса иң көслө 30 спортсы ҡатнаша. Спортсылар тәүге ике атыу рубежында — баҫып, икенсе икеһендә тубыҡланып ата. Яҙа атҡан һәр уҡ өсөн спортсы 150 метр штраф түңәрәген урай.
Спринт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ир-аттар — 7,5, ҡатын-ҡыҙҙар 6 километрға ярыша. Ут нөктәһе икәү генә була. Уның беренсеһендә — баҫып, икенсеһендә тубыҡланып аталар. Спортсылар стратҡа айырым сыға. Яҙа атылған һәр уҡ өсөн 150 метрлыҡ штраф дистанцияһы үтелә.
Эҙәрлекләү уҙышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өс ут нөктәһе булған 10 һәм 8 километрлыҡ дистанцияла уҙыша. Стартҡа алдағы спринт ярыштары һөҙөмтәләре буйынса биләгән позициялар буйынса сығалар. Беренсе булып беренсе урын алған спортсы сыға, уның артынан, спринт уҙышында артта ҡалған ваҡыты интервалы менән икенсе спортсы һ. б. Беренсе һәм өсөнсө ут нөктәһендә — баҫып, икенсеһендә тубыҡланып аталар. Яҙа атылған һәр уҡ өсөн спортсы 150 метрға тиң штраф түңәрәге йүгерә.
Эстафета
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эстафета ҡатын-ҡыҙҙар спринты программаһы буйынса үткәрелә: ир-егеттәр 6-шар километр 4 этапты, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 6-шар километрлыҡ 3 этапты үтә. Һәр этапта ике ут нөктәһе бар. Башҡа ярыштарҙан айырмалы, 4 сәпкә 5 уҡ бирелә. Әгәр спортсыһы мәпте уҡ менән яба алмаһа, һәр ябьылмаған сәп өсөн метрлыҡ штраф дистанцияһын йүгерә.