Әйүпов Вадим Рәмил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аюпов Вадим Рамильевич битенән йүнәлтелде)
Әйүпов Вадим Рәмил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (49 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө фехтовальщик
Масса 74 килограмм[1]
Спорт төрө фехтование
Бейеклеге/буйы 184 сантиметр[1]

Әйүпов Вадим Рәмил улы (13 октябрь 1974 йыл) — спортсы, тренер. 1995—2005 йылдарҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2006—2009 йылдарҙа рапира менән фехтование буйынса Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вадим Рәмил улы Әйүпов 1974 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

«Локомотив» балалар спорт йәмғиәте, 4-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе (беренсе тренеры — атаһы Рәмил Исмәғил улы Әйүпов) тәрбиәләнеүсеһе.

1997—2002 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы (тренерҙары — М. П. Мидлер, Д. С. Шевченко) өсөн сығыш яһай.

Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлаған (1999).

Лос-Анджелес ҡалаһында (АҠШ) спорт клубы тренеры.

Һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәхси зачетта:

Бөтә донъя йәйге Универсиаданың бронза призеры (1997; 2001);

Рәсәй чемпионы (2000);

Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призеры (1997) ,

Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1999),

Донъя Кубогы этабының көмөш призеры (2003);

Ир-егеттәр араһында Рәсәй Кубогын яулаусы (1995).

Егеттәр араһында СССР чемпионы (1990).

Үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең бронза призеры (1993).

Команда зачетында

Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы чемпионы (1995),

Европа чемпиондары Кубогын яулаусы (1998),

Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионы (1997);

Рәсәй чемпионы (1997, 1998, 2001, 2003),

«Ете милләт» халыҡ-ара турнир еңеүсеһе,

Донъя Кубогы этабы еңеүсеһе (1996).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]