Эстәлеккә күсергә

Аҙнай ҡәберлеге (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙнай ҡәберлеге
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы

Аҙнай ҡәберлегеБашҡортостандың Ишембай районындағы археологик ҡомартҡы (XIII быуат). Ишембай районы Аҙнай ауылынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Шиҙе йылғаһының уң ярында урынлашҡан[1] .

Аҙнай менән Хажы ауылы (Ишембай районы)

Аҙнай ауылы янындағы ҡәберлек тураһында урындағы халыҡ электән белә.

Аҙнай менән Хажы ауылы Ишембай районы картаһында

1998 йылда ҡәберлек Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы янындағы Ғилми‑производство үҙәгенең разведка отряды тарафынан фән өсөн асыла. Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми‑производство үҙәгенең Тарих, тел , әҙәбиәт институты менән Стәрлетамаҡ педагогия институтының берлектәге экспедицияһы өйрәнә. Г. Н. Гарустович, В. А. Иванов, А. Ф.Йәминов етәкселегендә 2 ҡәберлек тикшерелә[2]. Ҡәбер өҫтөндәге ҡоролмалар таш өйөмдәренән (1,8—2х 0,8—1 м) тора. Мәйеттәр баштары менән көнбайышҡа ҡаратып һалынып, тәрән ҡәбергә салҡан ятҡырып, ерләнгән. Ҡәберҙәргә туҙ һаҙаҡ, ҡылыс, тимер уҡ башаҡтары, бысаҡтар, өҙәңгеләр һәм алтай тибындағы билбау әйберҙәре (ҡайыш ослоҡтары, ҡаптырмалар), гипстан эшләнгән Урта Азия бетеүҙәре һалынған. Һаҙаҡ ныҡлыҡ һәм матурлыҡ өсөндөр, һырлы һөйәк баҫмаҡтар менән биҙәлгән.

Ғалимдар Аҙнай ҡәберлегендә XIII быуаттың икенсе сирегендә һәләк булған монгол яугирҙары ерләнгән тип фаразлай. Улар Урал‑Волга буйы халыҡтарын буйһондороу өсөн барған һуғышта һәләк булған. Бында табылған әйберҙәрҙең XII—XIII быуаттарҙа Байкал буйы һәм Байкал аръяғында, XIII—XIV быуаттарҙа Урал аръяғында ҡәберлектәргә һалынған ҡомартҡылар менән оҡшашлығы бар. Улар монголдар һәм уларға туғандаш ҡәбиләләр ҡәберҙәрендә осрай.

Аҙнай ҡәберлегендә табылған материалдар Өфөлә, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы янындағы Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыу баш идаралығы фондтарында һаҡлана.

Халыҡ риүәйәттәренән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970 йылдарҙа Смаҡай ауылында (Ишембай) йәшәгән Әсҡәпъямал Хаммат ҡыҙы Ғүмәрова (Ваһапова) атаһынан ишеткәндәрен һөйләй. Мулла Ғәбделваһап Салауат улы Салауатов (олатаһы) башҡа муллалар менән кәңәшләшеп, ауыл халҡы менән бергә Аҙнай янындағы ҡәберлекте асып ҡарай. Ҡәберлек өҫтөнә таш өйөлгән була. Уларға ҡәберҙәге кешеләр бик ҙур булып күренә. Өҫтәрендә тимер кейем, яндарында тағы ниндәйҙер әйберҙәр, ҡорал күрәләр. Бынан һуң ҡоролоҡ, йәки берәй бәлә килһә, халыҡ шомланып, уны ошо ваҡиға менән бәйләп һөйләр була.

Гарустович Геннадий Николаевич

Аҙнай (Ишембай районы)

-Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 62. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.

-Тикеев М. Д. Монгольские курганы близ с. Азнаево (Башкортостан) // Историко-культурное наследие Северной Азии: Итоги и перспективы изучения на рубеже тысячелетий: Материалы XLI Региональной археолого-этнографической студенческой конференции. Барнаул: Изд-во Алт. ун-та, 2001. С. 397—398.