Эстәлеккә күсергә

Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған урыны Әбйәлил районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы (рус. Акмурзин Хажгали Акмурзаевич; 1902 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының кавалерист-миномётсыһы. Ҡыҙылармеец[1].

Хажғәли Аҡмырҙа улы Аҡмырҙин 1902 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Тәңгәүер улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Юлдаш ауылында тыуған.

Һуғышҡа тиклем Әбйәлил МТС-ында тракторсы булып эшләй.

1941 йылдың июнендә Әбйәлил районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[2].

Ҡыҙылармеец Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының кавалерист-миномётсыһы була.

1942 йылдың 5 июненән алып 30 ноябренә саҡлы, 1943 йылдың 8 авгусынан алып 8 сентәбргә тиклемге арауыҡта күрһәткән батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 6 ноябрендә сыҡҡан 223/150-се һанлы бойороғона ярашлы, дүрт орденлы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы рядовойы ҡыҙылармеец Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

Һуғыштан һуң тыуған Әбйәлил районындағы Молотов исемендәге колхозында (келәт) кладовой мөдире булып эшләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1947)[3]

Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Әбйәлил районы Юлдаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.