Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы
Заты ир-ат
Принадлежность Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1868
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы
Хәрби звание подполковник[d]
Ғәскәр төрө пехота[d]

Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы Аҡсулпанов[1] (1868 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр, подполковник (1917), башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре (19171920).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы 1868 йылда Ырымбур губернаһының Аҡсулпан (хәҙер Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы) ауылында тыуған. Сығышы менән Аҡсулпановтар дворяндар нәҫеленән.

Ҡаҙан пехота юнкер училищеһын тамамлай[2].

1909 йылда 234-се Сызрань резерв батальонында хеҙмәт итә (Сембер ҡалаһында урынлашҡан).

Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1917 йылда Киев хәрби округ артиллерия идаралығының начальнигы бурыстарын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

1917 йылдың декабрендә III бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайының (съезының) эшендә ҡатнаша. Ҡоролтайҙа Шаһихәйҙәр Аҡсулпанов Башҡортостан предпарламентының Кесе Ҡоролтайы составына һайлана. Һуңғараҡ Башҡорт хәрби шураһы ҡарамағындағы прапощиктар мәктәбендә уҡыта.

1918 йылдың 1 июленән — 1-се Башҡорт уҡсылар бригадаһының командиры, 1918 йылдың 6 авгусынан — Башҡорт Армияһының 1-се Башҡорт пехота дивизияһы начальнигы.

1920 йылдың август айында Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Запастағы ғәскәрҙәр идаралығы начальнигының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирская энциклопедия. Т. 1. Уфа, 2005. С. 107.
  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана (1917—1920). Ч. 1. Уфа, 2005. С. 271—272.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана. Т. 1. Уфа, 2002. С. 216.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921). Уфа, 2000. С. 165.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Другой вариант отчества — Кутлугаллямович
  2. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — Б. 292. — 400 б. — ISBN 978-5-02-038276-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]