Эстәлеккә күсергә

Аҡсулпановтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡсулпановтар


Нәҫел китабы теркәлгән губерна:

Ырымбур губернаһы

Башлап ебәреүсе:

Күсәрбай Аҡсулпанов

Нәҫел йәшәгән осор:

18 быуаттан

Барлыҡҡа килгән урыны:

Аҡсулпан ауылы Тельтим-Юрматы улусы Нуғай даруғаһы (хәҙерге Күсәрбай ауылы Стәрлетамаҡ районы Башҡортостан Республикаһы)


Подданлығы:

Аҡсулпановтар — дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы Аҡсулпан ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы  Күсәрбай ауылы) башҡорттары араһынан.

Аҡсулпановтарҙың нәҫеле XVIII быуат аҙағында Ырымбур губернаһының дворяндар шәжәрә китабына яҙылған.

Дөйөм характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡсулпановтар нәҫел башлығы булып Күсәрбай Аҡсулпанов тора. Күсәрбай Аҡсулпанов башҡорт полктары составында 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашҡан, Рәсәй менән солох килешеүенә ҡул ҡуйғанда башҡорттар менән танышырға теләгән Швеция короле Густав III алдында ат өҫтөндә оҫта йөрөү һәләтен күрһәткән[1]. Күсәрбай Аҡсулпанов 1789 йылда капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә, артабан — ғәскәри старшина. 1793 йылда дворян титулы алған. 1798 йылдан Күсәрбай Аҡсулпанов VII башҡорт кантонының кантон башлығы булып китә. 1801 йылда 2350 дисәтинә ер һатып ала[2]. Ике ҡатыны була — Ҡотлобикә һәм Айытбикә. Уның хөрмәтенә Аҡсулпан ауылының исеме Күсәрбай тип үҙгәртелә.

Күсәрбай Аҡсулпановтың улдары:

  • Аралбай Аҡсулпанов — ғәскәри старшина. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм урыҫ армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнаша. 2-се башҡорт полкында хеҙмәт итә. Аралбай Аҡсулпанов 1812 йылдың 16 июлендә Гродно губернаһының Кобрин ҡалаһы янындағы алышта батырлыҡ күрһәтә. 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены[3] (1812), "1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә" һәм "1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандан һуң VII башҡорт кантонының кантон башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Йорт старшинаһы, ә аҙаҡтан — подпоручик дәрәжәһе ала[4].
  • Әхмәтшафиҡ Аҡсулпанов (1779-1843) — поход старшинаһы, 14-се класс чиновнигы (1813). Йорт старшинаһы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1821, 1832 һәм 1839 йылдарҙа Әхмәтшафиҡ Аҡсулпанов Ырымбур һыҙығында хеҙмәт итә.
  • Тайып Аҡсулпанов (1797-1847) — поход яҫауылы. Тайып Аҡсулпанов 1832 йылда Ырымбур һыҙығында хеҙмәт итә.

Шулай уҡ Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, подполковник (1917) Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы (1868—?) ла Аҡсулпановтар нәҫеленә ҡарай. Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы (съезы) эштәрендә ҡатнаша. Кесе Ҡоролтай —  Башҡортостан предпарламенты составына һайлана[5][6]. 1918 йылдың июлендә 1-се Башҡорт уҡсылар бригадаһы командующийы итеп тәғәйенләнә, август айында Башҡорт ғәскәрҙәренең 1-се Башҡорт пехота дивизияһы башлығы булып хеҙмәт итә. Һуңынан Шаһ-Хәйҙәр Аҡсулпанов Башҡорт хәрби шураһының прапорщиктар мәктәбендә уҡыта.

Аҡсулпанов  Вәли Ҡотлоәхмәт улы (1889—?) Аҡсулпановтар нәҫеленең башҡа киң билдәле булған вәкилдәренең береһе. Верхнеудинск ҡалаһында 19-сы Себер уҡсылар полкында, 1917 йылғы февраль революцияһынан һуң — Силәбе ҡалаһында Ҡыҙыл Армияның 1-се запастағы полкы татар-башҡорт батальонында хеҙмәт итә. 1919 йылдан Вәли Аҡсулпанов Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының эске эштәр халыҡ комиссариатында эшләй.

  1. «Сей смелый всадник… Акчур-Пай бросил вверх яйцо и разбил его при падении, пустив в него стрелу, быструю как молния. Наконец, он вынул из своего тула старую стрелу и бросил ее на землю, потом, подняв ее рукою не слезая с лошади и, все скакавши во всю прыть, он бросил её вверх и на лету расколол, подобно яйцу, пустивши в него новую, свежую стрелу».

  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 60. — 744 с.
  3. Генерал Тормасов обратился к Аралбаю Акчулпанову письмом о награждении:
  4. Рәшит Шәкүр Күсәрбай ҡаһарманы.// «Йәшлек», июль 2013.
  5. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 53. — 304 с.
  6. Постановление III Всебашкирского учредительного курултая от 20 декабря 1917 года