Аҡсулпанов Күсәрбай Өмөтбай улы
Күсәрбай Аҡсулпанов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Нуғай даруғаһы, Тәлтем-Юрматы улусы, Аҡсулпан ауылы, |
Вафат урыны |
Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Тәлтем-Юрматы улусы, Күсәрбай ауылы |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1789—? |
Хәрби звание |
подпоручик |
Хәрби алыш/һуғыш |
Күсәрбай Өмөтбай улы Аҡсулпанов — хәрби эшмәкәр. 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашыусы.
1793 йылда вариҫтары менән бергә башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворянлыҡ титулына лайыҡ була. Аҡсулпановтар дворяндар нәҫеленә нигеҙ һалыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсәрбай Өмөтбай улы Аҡсулпанов Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылында тыуған.
3-сө башҡорт полкы старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпанов 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашҡан. 1790 йылда Рәсәй менән солох килешеүенә ҡул ҡуйғанда башҡорттар менән танышырға теләгән Швеция короле Густав III алдында ат өҫтөндә оҫта йөрөү һәм уҡтан атыу һәләтен күрһәткән[1][2].
1793 йылдың 14 февралендә Рәсәй императрицаһы Екатерина II тарафынан Күсәрбай Аҡсулпановҡа һәм уның вариҫтарына, башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворян титулы бирелгән[3][4]. Шулай итеп Аҡсулпановтар дворяндар нәҫеленә нигеҙ һалынған.
Күсәрбай Аҡсулпанов 1789 йылдан капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә, артабан — ғәскәри старшина.
1798 йылдан — VIII башҡорт кантонының[5][1], 1803 йылдан VII башҡорт кантонының[6][7]) кантон башлығы.
1801 йылда 2350 дисәтинә ер һатып ала[8].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсәрбай Аҡсулпановтың бишенсе быуын ҡартатаһы Аҡсулпан ул тыуған ауылға нигеҙ һалған[9].
Ике ҡатыны һәм өс улы булыуы билдәле.
Тәүге ҡатыны Айытбикә Юлдашеванан (1760—?) Аралбай (1783—1835), икенсе ҡатыны Ҡотлобикә Хәләтованан (1769—?) Әхмәтшафиҡ (1779—1843) һәм Тайып (1797—1847) улдары тыуа[10].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уның хөрмәтенә Аҡсулпан ауылының исеме Күсәрбай тип үҙгәртелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ИБР, 2018, с. 789
- ↑ «Cей смелый всадник, рожденный в неизмеримых пустынях или степях великой Сибирской равнины, начал свои фиглярства тем, что перекинул стремена через седло коня своего, чтобы сделать их довольно короткими, дабы можно было стоять прямо на ногах, на скаку, во всю конскую прыть, не садясь на седло. После сего первого приема Кучербай положил на землю старую шапку и пустил лошадь шагом до некоторого расстояния. Приехав на место, ему нужное, он вдруг поворачивает своего коня и, бросив поводья на его шею, проскакивает во весь дух мимо шапки на несколько десятков сажен. Тут, поворотясь назад на своем седле, все скакав во весь дух, он простреливает шапку насквозь...
Проскакивая опять подле шапки и возвращаясь к тому месту, откуда пустился скакать, он повторил тот же прием и обе стрелы составили над шапкой род литеры Х.
После сего действия и опять на всем скаку Кучербай бросил вверх яйцо и разбил его при падении, пустив в него стрелу, быструю, как молния.
Наконец, он вынул из своего тула старую стрелу и бросил ее на землю, потом, подняв ее рукою, не слезая с лошади и все скакавши во всю прыть, он бросил ее вверх и на лету расколол, подобно яйцу, пустивши в нее новую, свежую стрелу.»— Оленин А. Н. Археологические труды. Т. 2. — СПб., 1882. — С.81-83.
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 117
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 121
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З., Ярмуллин А. Ш. Аҡсулпановтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон башлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 119
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 60. — 744 с.
- ↑ Рәшит Шәкүр Күсәрбай ҡаһарманы.// «Йәшлек», июль 2013.
- ↑ ИБР, 2018, с. 182
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История башкирских родов. Юрматы. Том 30. Ч. I / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — 840 с. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015.
- Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсфәндиәров Ә. З., Ярмуллин А. Ш. Аҡсулпановтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.