Аҡтамырсыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡтамырсыҡ
Пырейник канадский
Канада аҡтамырсығы (Elymus canadensis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Elymus L. (1753)

Номенклатура тибы

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  4201

Аҡтамырсыҡ (рус. Пырейник, лат. Elýmus) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Йәйелеүсе ер аҫты үренделәре булмаған күп йыллыҡ үлән.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә.

Эт аҡтамырсығы республиканың бөтә биләмәһендә тиерлек урмандарҙа, себер аҡтамырсығы һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғында ташландыҡ ерҙәрҙә, урал аҡтамырсығы Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош һәм башҡа райондарҙың урманлы һәм ҡоро болондарында үҫә. Сүсле аҡтамырсыҡ Ишембай, Өфө, Туймазы райондары болондарында һәм аҡландарында, үҙгәреүсән аҡтамырсыҡ һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының таулы болондарында осрай.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һабағы төҙ, шыма, бейеклеге 80—150 см тиклем. Япрағының киңлеге 3—12 мм, ҡыяҡ, яҫы, яланғас йәки һирәк төклө. Башаҡтары 1—3‑әр урынлашҡан, ғәҙәттә ултырма, ҡыяҡлы башаҡтарға (емешле ваҡытта ҡойолмаусы күсәр м‑н) йыйылған 3—5 сәскәле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, августа өлгөрә.

Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юл буйында, кеше йәшәгән урындарҙа үҫеүсе ситтән килтерелгән яңы англия аҡтамырсығы мал аҙығы үҫемлеге булараҡ үҫтерелә. Башҡортостанда сүсле һәм себер аҡтамырсығы үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 2,3—3,5 г. Сүсле аҡтамырсыҡ тиҙ өлгөрөүсе, һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа, тупраҡтың татырланыуына сыҙамлы үҫемлек, сабылғандан һәм малдар ашағандан һуң яҡшы үҫә. Себер аҡтамырсығы — ҡоролоҡҡа һәм ҡышҡа сыҙамлы үҫемлек, уны үҫтереү өсөн эрозияланған тау битләүҙәре һәм татырлы тупраҡ яраҡлы.

Төп элгәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, ужым иген культуралары һәм пар баҫыуҙары. Иртә яҙ сәселә. Орлоҡто сәсеү нормаһы (кг/га): рәт ысулы менән — 20—25, киң рәтләп — 16—18, үлән ҡатнашмаларында — 6—8; сәсеү тәрәнлеге 1,5—2,5 см.

Составы һәм файҙаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүсле аҡтамырсыҡ уңдырышлылығы (ц/га): бесән — 35, орлоҡ — 3; себер аҡтамырсығы ярашлы рәүештә 38 һәм 4; 100 кг сүсле аҡтамырсыҡ бесәнендә 51,2 аҙыҡ берәмеге, 4,7 кг үҙләштерелеүсе протеин бар; себер аҡтамырсығы — ярашлы рәүештә 61,0 һәм 9,2. Сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырғанда ҡулланыла. Аҡтамырсыҡ яңы сорттарын сығарыу буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 70‑се йылдарынан башлап Ауыл хужалығы институтында алып барыла (Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев һ.б.). Сүсле аҡтамырсыҡ бөтә ауыл хужалығы зоналарында, себер аҡтамырсығы урман һәм урман-дала райондарында үҫтерелә. Башҡортостан буйынса себер аҡтамырсығы Аласный, Бурятский, Северный һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0. Entry for Elymus L. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 14 июнь 2012)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡтамырсыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Elymus
  • Пырейник: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.  (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2012)