Аҡхисар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аҡхисар
Рәсем
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә[1]
Административ-территориаль берәмек Маниса[d][1]
Халыҡ һаны 171 381 кеше (2018)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 94 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+03:00[d]
Туғандаш ҡала Антверпен, Брюссель, Лима[d], Маради, Лозанна[d], Дуала[d], Маскат, Порту[d], Кишинёв һәм Брюссель баш ҡала регионы
Милке Akhisar Şehir Stadium[d]
Почта индексы 45200
Рәсми сайт akhisar.bel.tr
Номер тамғаһы коды 45
Commons-logo.svg Аҡхисар Викимилектә


Аҡхисар (Ак-Гиссар, Ak-Hissar) — Төркиәнең көнбайышындағы Эгей Манисаһы төбәгендәге ҡалаһы һәм районы.

Археологик ҡаҙыуҙар хәҙерге ҡала урынында б. э. тиклем 3000 йылда ауыл торған тип күрһәтә. Аҡхисар шулай уҡ Тәүратта (Фиатира (грек. Θυάτειρα сифатында) тип телгә алына — Апокалипсис сиркәүҙәренең береһе булараҡ).

Әлеге ваҡытта Аҡхисар — мөһим сауҙа үҙәге. Ҡала марганец мәғдәне сығарыуға махсуслаштырылған. Ҙур автомобиль юлдары үҙәге. Тәмәке (бөтә тәмәке етештереүсе илдәр араһында ул 10 процент тәмәке етештерә), мамыҡ, олива етештерә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала боронғо Лидияның төньяғындағы буяу һөнәренең төп үҙәге була. Тикшеренеүҙәр төбәктең хеттар власы аҫтында булыуы тураһында һөйләй, артабан (яҡынса беҙҙең эраға тиклемге 345 йылда) уны Александр Македонский яулай. Һуңғараҡ ул Селевкидтар, Пергамдан Атталидтар династияһы һәм Понтий Митридат батшаһы тарафынан идара ителә, был б. э. тиклем 80-се йылдарҙа рим империяһы баҫып алыуына тиклем була.

Рим империяһы 395 йылда ҡолатылғандан һуң, Аҡхисарға Византия дәғүә белдерә.

Б. э. 11-се быуатта Аҡхисар Византия составынан бер нисә тапҡыр Ғосман империяһы составына инә, ә 1922 йылда Айдын Төркиә республикаһының Айдын төбәгенә инә.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡхисар борон мөһим сауҙа үҙәге була. Ул Стамбулдан Пергам, Сард һәм Эфес сауҙа юлында тора. Ҡала балсыҡ һауыт-һаба, туҡымалары менән дан тота. Күп быуаттар дауамында ҡала илдең иҡтисади үҙәге булып ҡала. Төркиәнең ике мөһим порты булған Стамбул һәм Измир ҡалалары 565 дәүләт шоссеһында тора, ул төрөк һәм сит ил инвесторҙарын йәлеп итеп тора.

Аҡхисарҙың тарихы урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дәүләт госпитале ҡәберлеге

Ҡала үҙәгендәге яһалма ҡәбер.

  • Петр Платеяһы

Төркиәнең көнбайышsylf4s иң бейек ҡая. Ҡаяға эләгеү өсөн 3050 баҫҡыстан күтәрелергә кәрәк.

  • Лидия ҡәберҙәре

Аҡхисар янындағы ҡәберҙәр. Шулай уҡ унда Бейоб, Меджидие, Эролу һәм Сюлейманлы ауылдары бар.

  • Улуджа (Бөйөк мәсет)

Нисәнсе йылда төҙөлөүе билдәһеҙ, тик Византия дәүләтенә ҡарағанда боронғораҡ. Был башта сиркәү булған, аҙаҡтан XV быуатта мәсеткә әйләндерелгән.

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климат Акхисар
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Абсолют максимум, °C 20 22 30 32 37 41 43 42 38 36 27 22 43 Һауа температураһы, °C 10 11 15 20 25 30 33 32 29 22 16 11 21
Уртаса температура, °C 6 7 10 14 19 23 26 26 22 17 11 7 16
Уртаса минимум, °C 1 2 4 8 12 16 19 19 16 11 6 3 10
Абсолют минимум, °C -7 -8 -7 0 1 7 11 12 6 -2 -7 -10 -10
Сығанағы: Weatherbase

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.