Аҡҡанат сарлаҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Аҡҡанат сарлаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Chlidonias leucopterus (Temminck, 1815) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 144268 |
Аҡҡанат сарлаҡ(урыҫ.Белокры́лая боло́тная кра́чка) (лат. Chlidonias leucopterus) — Европала таралған ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күгәрсендән бәләкәйерәк. Йоплашып (парлашып), күмәкләшеп йылға һәм күл өҫтөнән осоп йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара. Ҡанаттары аҡһыл һоро, төпкә ҡарай ағара бара, ә төбө ап-аҡ. Суҡышы ҡара-ҡыҙыл, аяҡтары ҡыҙыл. Ҡойроғо бер аҙ ярылған, уның өҫтө аҡ. Башҡа сарлаҡтар менән бутау мөмкин түгел
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы яңғырауыҡлы: «криии» һәм «кик-кик».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түңгәкле һаҙлыҡтар, үлән һәм ҡамышлы күлдәр, ҡылыларҙа йәшәй. Һирәк осрай. Күсмә ҡош. Ояһы ерҙә, түңгәктәрҙә була. Ҡара көрән таплы 1-3 бөртөк йәшкелт һоро йомортҡа һала.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу бөжәктәре, ҡусҡар, һөлөк, сиңерткә, ҡуңғыҙҙар менән туҡлана.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Delina, Hakan, Svensson, Lars, Der Kosmos-Vogelatlas, übersetzt von Peter H. Barthel, ISBN 3-7632-4277-5
- Urs N. Glutz von Blotzheim & Kurt M. Bauer (Hrsg.): Handbuch der Vögel Mitteleuropas, AULA-Verlag, Wiesbaden 1994; Band 8, Seite 993—1013 ISBN 3-89104-562-X
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.sakhalin.ru/boomerang/sea/b35.htm(недоступная ссылка) Жизнь моря