Эстәлеккә күсергә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(БОТ битенән йүнәлтелде)
Театр
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө
Нигеҙләнгән 1938 йыл
Сайт Рәсми сайт

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге театр, бинаһы — 20-се быуаттың тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы.

1909 йылда, Өфө губернаһында тыуып үҫкән урыҫ яҙыусыһы С. Т. Аксаковтың вафат булыуына 50 йыл тулыуға, губернаторҙың тәҡдиме буйынса Өфөлә халыҡҡа сәнғәт, мәҙәниәт, аң-белем килтерерлек Аксаков халыҡ йорто төҙөргә ҡарар ителә. Бөтә Өфө губернаһынан, хатта күршеләрҙән дә аҡса йыйыла. Ленин (Үҙәк) һәм Пушкин урамдары мөйөшөндә ҡыҙыл кирбестән бина ҡалҡып сығыуға һуғыш та, революциялар ҙа ҡамасаулай алмай. Бында башҡорт драма, урыҫ, йәш тамашасы, ҡурсаҡ театрҙары эшләй башлай, хатта данлыҡлы ғәскәровсылар халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә тәүге аҙымдарын ошо сәхнәлә яһай.

Театр 1938 йылдың 14 декабрендә тамашасы алдында тәүге тапҡыр үҙ шаршауын аса. Опера театрының тәүге йондоҙҙары, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Б. Вәлиева, Ш. Вәлиәхмәтова, Х. Ғәлимов, В. Галкин һәм башҡалар беренсе спектакль — Д.Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» операһын күрһәтә.

М. Сәлиғәскәрова, М. Хисмәтуллин һәм башҡа талантлы артистар труппаны тулыландыра. 1941 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлап, З. Насретдинова, Х. Сафиуллин, Ф. Саттаров килә.

1944 йылдың мартында Өфөлә «Сыңрау торна» («Журавлиная песнь») беренсе башҡорт балетының премьераһы уҙа (Л. Степанов һәм З. Исмәғилев музыкаһы, балетмейстеры Н. А. Анисимова).

Театр эргәһендәге балет студияһында Рудольф Нуриев шөғөлләнә, ул Өфө опера һәм балет театрын бөтә донъяға таныта. Рудольф Нуриев 1953 йылда балет труппаһына ҡабул ителә, уның ижади карьераһы ошонда башлана.

1993 йылдың мартынан күренекле хореограф Юрий Григоровичтың инициативаһы менән театр сәхнәһендә Р. Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивале үткәрелә.

Опера һәм балет театры сәхнәһендә тәүге милли балет тыуа, беренсе башҡорт операһы ҡуйыла, милли композиторҙар мәктәбе барлыҡҡа килә һәм нығына. Балет артистары — халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, дипломанттары һәм призерҙары. Башҡортостан балетының донъя баҫҡыстарына сығыуы хәҙерге замандың бөйөк хореографы Юрий Григоровичтың исеме менән бәйләнгән. Бөйөк урыҫ йырсыһы Ф. Шаляпиндың дебюты Өфөлә үтә, шул айҡанлы 1991 йылдан алып йыл һайын театр сәхнәһендә Рәсәй һәм сит йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу музыкаль ваҡиға — «Шаляпин кисәләре — Өфөлә» Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале үткәрелә.

Коллектив сит ил һәм ватан классикаһының иң яҡшы өлгөләрен сәхнәләштереүгә йүнәлеш тота. Репертуар нигеҙен Чайковский, Бородин, Римский-Корсаков, Верди, Бизе, Пуччини, Моцарт, Россини, Минкус, Адан әҫәрҙәре тәшкил итә. З. Исмәғилевтың «Ҡаһым түрә» халыҡ-музыкаль драмаһы «Дирижерҙың иң яҡшы эше» (дирижеры — А. Людмилин) номинацияһында «Алтын битлек» Милли театр премияһына лайыҡ булды. З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев», «Аҡмулла», С. Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә» һәм «Memento» милли опералары репертуар биҙәге булып тора. Беҙҙең опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков, Светлана Арғынбаева, Геннадий Родионов һәм башҡаларҙың исемдәре киң билдәле. С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта», «Золушка», А. Адандың «Жизель», Л. Минкустың «Баядерка» балеттары. Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балеты премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Балет солистары Гөлсинә Мәүлиҡасова, Гүзәл Сөләймәнова, Елена Фомина, Руслан Мөхәмәтов, Илдар Мәнәпов, Римма Закирова, Гөлнара Хәлитова һәм башҡалар һоҡланғыс сығыш яһай. Репертуар планында балалар өсөн спектаклдәргә ҙур иғтибар бирелә.

Директоры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В. Г. Рихтер етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы мауығып яңы спектаклдәр өҫтөндә эшләй, ижади пландар менән янып йәшәй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата Мәскәүҙә, Башҡортостандың Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә, З. Исмәғилевтың «Урал илселәре» операһы һәм Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балеты ҡуйылды.

1991 йылдан алып Өфөлә Галина Александровна Бельская башланғысы менән «Шаляпинские вечера в Уфе» исеме аҫтында йыл һайын опера сәнғәте фестивалдәре үткәрелә башлай, фестиваль Рәсәй һәм сит ил ткеатрҙары опера йондоҙҙары ҡатнашлығында уҙғарыла. Фестивалдең барлыҡҡа килеүе идеяһы Федор Шаляпиндың Өфөлә 1890 йылдың 18 декабрендәге опера дебюты (Ст. Монюшконың «Галька» операһында Стольник партияһы) менән бәйле. Фестиваль сиктәрендә башҡорт опера һәм балет театры сәхәнәһендә СССР-ҙың халыҡ артистары Ирина Архипова, Пьявко Владислав һәм Мария Биешу, Ҙур һәм Мариин театрҙары солистары, ә шулай уҡ Һарытау, Һамар, Пермь һәм башҡа Рәсәй ҡалалрынан музыкаль театрҙары ҡатнаша. 2001 йылдың декабрендә юбилейлы — иҫәбе буйынса унынсы фестиваль үткәрелә. Ул Вердиның «Травиата» операһы премьераһы менән итальян телендә асыла.

1993 йылдың мартынан алып Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивалдәре уҙғарыла. Беренсе фестиваль ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара театр институтының бейеү комитеты почетлы президенты, Париж Бейеү Академияһы ағзаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юрий Григорович тәҡдименә ярашлы ойошторола һәм уның «Григорович-балет» труппаһы ҡатнашлағында үтә.