Архипова Ирина Константиновна
Ирина Константиновна Архипова | ||||||||||||||||
Төп мәғлүмәт | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Исеме |
Ирина Константиновна Ветошкина | |||||||||||||||
Тыуған | ||||||||||||||||
Тыуған урыны | ||||||||||||||||
Үлгән |
11 февраль 2010 (85 йәш) | |||||||||||||||
Үлгән урыны | ||||||||||||||||
Ил | ||||||||||||||||
Һөнәрҙәре |
камера йырсы, | |||||||||||||||
Йырлау тауышы | ||||||||||||||||
Инструменттар | ||||||||||||||||
Жанрҙар | ||||||||||||||||
Коллективтар | ||||||||||||||||
Хеҙмәттәшлек | ||||||||||||||||
Наградалар |
| |||||||||||||||
Официальный веб-сайт | ||||||||||||||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||||||||||||||
Архипова Ирина Константиновна (2 ғинуар 1925 йыл — 11 февраль 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы (меццо-сопрано), педагог, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Ленин премияһы (1978) һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1996)[1][2]. Изге апостол Андрей Первозванный ордены кавалеры (2005).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирина Константиновна Архипова 1925 йылдың 2 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған.
Һуғыш алдынан апалы-һеңлеле Гнесиндар мәктәбендә уҡый. Фортепиано буйынса беренсе педагогы О. А. Голубева була. Йыл ярымдан ул О. Ф. Гнесинаға күсә. Ошо уҡ ваҡытта музыка мәктәбенең хорында йырлай.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Мәскәү архитектура институтында белем ала, шунда уҡ Н. М. Малышеваның вокаль түңәрәгендә шөғөлләнә.1948 йылда институтты тамамлағандан һуң П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһына Л. Ф. Савранский класына уҡырға инә, институтты 1953 йылда тамамлай.
1954—1956 йылдарҙа — Свердловск опера һәм балет театры солисы.
1956—1988 йылдарҙа — Ҙур театры солисы.
Ж. Бизеның «Кармен» операһында Кармен ролен башҡарыуы уны бөтә донъя таныта. Ул образдың эске донъяһын аса һәм интерпретацияны дөрөҫ сағылдыра, был йырсының сәхнәлә образға тулыһынса инеү һәләте менән бәйле.
Концерттарҙа ҡатнаша. Уның репертуарында 800 артыҡ рус, совет һәм сит илдәр композиторҙары йырҙары бар.
1980-се йылдарҙа «рус романстары антологияһы» концерт циклы менән сығыш яһай[3].
1955 йылдан башлап сит илдәргә гастролдәргә була (Австрия, Польша, ГДР, Финляндия, Италия, Венгрия, Румыния, Чехословакия, Бөйөк Британия, Болгария, АҠШ, Япония, Франция, Испания, Канада). Донъяның иң күренекле театрҙары сәхнәләрендә сығыш яһай: «Ла Скала» (Милан), Ковент-Гарден король театры (Лондон), Метрополитен-опера (няня Филиппьевна партияһы П. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» «операһы) һәм Карнеги-холл (Нью-Йорк), „Колон“ театры (Буэнос-Айрес), Опера Гарнье (Париж, 1975, Нурис партияһы П. Дюктың „Ариана һәм Күк Һаҡал“ операһы , Опера Сан-Франциско, „Комунале“ театры(Болонья), „Оранж“ антик амфитеатры», Ирод Аттик театры (Афины) һәм башҡалар.
1974 йылдан 2003 йылға тиклем П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында уҡыта (1984 йылдан — профессор). Финляндияла, АҠШ -та, Польшла а һәм башҡа илдәрҙә мастер — кластар үткәрә.
1966 йылда исемендәге П. И. Чайковский Халыҡ-ара конкурсына жюриға саҡырыла. 1974 йылдан (1994 йылды иҫәпкә алмағанда) П. И. Чайковский Халыҡ-ара конкурсының «соло йыры» бүлегендә алыштырғыһыҙ , 1968 — М. И. Глинка исемендәге Бөтә союз (1993 йылдан — халыҡ-ара) конкурсының жюри рәйесе булды. Донъяның күп кенә престижлы конкурстарының жюри составына инә, шул иҫәптән: "Верди тауыштары"нда һәм Марио дель Монако исемендәге конкурста Италияла, Королева Елизавета конкурсында Бельгияла, Мария Каллас исемендәге конкурста Грецияла, Франсиско Виньяс исемендәге конкурста Испанияла, вокаль конкурсында Парижда, вокаль конкурсында Мюнхенда. 1997 йылда Әзербайжан Президенты Г. Алиевтың һәм мәҙәниәт министры П. Бюль-Бюль Оглы саҡырыуы буйынса Бюль — Бюльдың атаһының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған Бюль-Бюль исемендәге конкурс жюриһын етәкләй.
«Минең музаларым» (1992), «Тормош музыкаһы» (1997), «Мин» исемле бренд" (2005) китаптар авторы.
С. В. Рахманинов әҫәрҙәренән һәм М. П. Мусоргскийҙың «Үлемдең йырҙары һәм бейеүҙәре» циклынан пластинка яҙҙырта (пластинка Парижда «Алтын Орфей» Гран-приһын ала).
1986 йылдан алып— Бөтә Союз музыка йәмғиәте идаралығы рәйесе (1990 йылдан — музыка эшмәкәрҙәренең Халыҡ-ара союзының да). 1993 йылдан — Ирина Архипова Фонды рәйесе. «Россия — Үзбәкстан» Дуҫлыҡ йәмғиәте президенты. Халыҡ-ара ижад Академияһының һәм Халыҡ-ара фәндәр Академияһы рус секцияһы ағзаһы һәм вице-президенты.
1963 йылдан КПСС ағзаһы, СССР Юғары Советының 6-сы саҡырылышы депутаты (1962—1966) һәм СССР Советы халыҡ депутаты (1989—1991).
2010 йылдың 19 ғинуарында Ирина Константиновна Архипованы йөрәк патологияһы менән С. Боткин исемендәге ҡала клиник хастаханаһына һалалар[4]. 2010 йылдың 11 февралендә йырсы вафат була[5]. 2010 йылдың 13 февралендә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (10 -сы һанлы участок) ерләнгән[6].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Ветошкин Константин Иванович.
- Әсәһе — Алда Евдокия Ефимовна.
- Беренсе ире — Евгений Архипов
- Икенсе ире — Владислав Пьявко (1941 йылда тыуған), опера йырсыһы (тенор). СССР-ҙың халыҡ артисы (1983).
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт геройы (1984) — совет музыка сәнғәтен үҫтереүҙә оло ҡаҙаныштары өсөн
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (2005) — үҙ ватаны һәм донъя музыкаль мәҙәниәтенә индергән ҙур өлөшө, күп йыллыҡ ижади һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн[7]
- «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, II дәрәжә (1999) — мәҙәниәт өлкәһендә оло ҡаҙаныштары һәм халыҡ йыр ижадына ҙур өлөш индергәне өсөн[8]
- Өс Ленин ордены (1971, 1976, 1984)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (14 ноябрь 1980 йыл)— XXII Олимпиада уйындарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҙур эштәре өсөн[9]
- Пушкин миҙалы (1999) — А . С. Пушкинға 200 йыл тулыу уңайынан, мәҙәниәт, мәғариф, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[10]
- « Владимир Ильич Ленинға 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы (1970)
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлеге уңайынан» миҙалы (1997)
- Изге апостолдарға тиң княгиня Ольга II дәрәжәле ордены (РПС, 2000)
- Республика ордены (Молдова, 2000)
- Изге Михаил Терскийҙың тәреһе (Тверь өлкәһе) (2000)
- «Шәфҡәтлелек һәм хәйриә өсөн» Почетлы билдәһе (2000)
- «Поляк мәҙәниәте алдында ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе
- Ярославль өлкәһенең мәҙәниәтен күтәргәне өсөн Изге Лука Почетлы билдәһе
- «Алтын Аполлон» иҫтәлекле билдә (1998)
- Юғары Рәсәй йәмғиәт ойошмаһы наградаһы — «Хеҙмәттәре һәм Ватан өсөн» Изге Александр Невский ордены билдәһе[11]
- Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Союзы (1 июнь, 2001 йыл) грамотаһы — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Союзының нығытыуы һәм үҫтереүе буйынса әүҙем эше өсөн [12]
- Сит ил дәүләттәренең ордендары һәм миҙалдары
Рәсәй Федерацияһы Президенты бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Президентының маҡтау грамотаһы (2010) — музыкаль-ағартыу хеҙмәтендәге оло ҡаҙаныштары өсөн[13]
- Рәсәй Федерацияһы Президенты (1997) рәхмәте — Мәскәү ҡалаһына нигеҙ һалыныуына 850 йыллыҡ байрамын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[14]
Премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин премияһы (1978) — Дж. Вердиҙың «Трубадур» һәм Н. А. Римский-Корсаковтың «Садко» опералары өсөн
- Дәүләт премияһы һәм Рәсәй Федерацияһы опера спектаклдәрендә Азучена һәм Любава ролдәрен башҡарғаны, шулай уҡ аҙаҡҡы йылдарҙағы концерт программалары өсөн
- 1996 йылдағы әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1997) — «Ирина Архипова тәҡдим итә…» исемле музыкаль фестивалдәре өсөн[15]
- I премия — V бөтә Донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Варшава) (1955), вокалистар конкурсы
- «Casta diva» Рәсәй опера премияһы (1999)
- Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Мәскәү мэры премияһы (15 август, 2000) — Мәскәү һәм Рәсәйҙең мәҙәниәтенә индергән оло өлөшө өсөн[16]
- С. В. Рахманинов исемендәге премия һәм миҙал
- «Ышаныс һәм тоғролоҡ» халыҡ — ара премияһы (Изге Маҡталған апостол Андрей Первозванный фонды, 2000)
- «Сәнғәт алиһәһе» титулы һәм «Бриллиант лира» Бөтә Донъя сәнғәт призы («Маришен арт менеджмент интернешнл» корпорацияһы тарафынан ойошторолған) (1996)
Маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1959)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1961)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1966)
- Ҡырғыҙстан Республикаһының халыҡ артисы(1993)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
- Удмурт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1982)
- «Йыл Кешеһе» титулы (рус биографик институт) (1993)
- «Быуат кешеһе» титулы (Халыҡ-ара Кембридж Биографик Үҙәге, 1993)
- «Маэстра ДельАрте» титулы (Молдова)
- Молдаван Музическу исемендәге Милли музыка академияһының (хәҙерге ваҡытта Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт Академияһы) (1998) почетлы докторы
- РХТУ -ның почетлы докторы (2001)
- М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның почетлы профессоры
- Менделеев университетының почетлы докторы
- Ивановка ауылы, Осташков ҡалаһы (РФ), Теннесси штатының (АҠШ) почетлы гражданы[17].
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй рекордтар китабына иң титуллы Рәсәй йырсыһы булараҡ индерелгән
- «Архипова» исеме 4424 һанлы бәләкәй планетаға бирелгән(1995)
- 2012 йылда Архипова И. К.-ға арналған Россия почтаһы маркаһы сыҡты[18]
Партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Свердловск опера һәм балет театры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1954 — Мария Шаманова (Г. Г. Крейтнер әҫәре «Таня»)
Ҙур театр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1956 — «Кармен» Ж. Бизе — Кармен
- 1956 — «Батша кәләше» (Н. А. Римский-Корсаков) — Любаша
- 1956 — «Аида» (Дж. Верди) — Амнерис
- 1957 — «Вертер» (Ж. Массне) — Шарлотта
- 1957 — «Әсә» (Т. H. Хреннико) — Ниловна
- 1958 — «Борис Годунов» (М. П. Мусоргский) — Марина Мнишек
- 1958 — «Тылсымсы»]] П. И. Чайковский — Княгиня
- 1958 — «Уның үгәй ҡыҙы» (Л. Яначек) — Дьячиха
- 1959 — «Хованлыҡ» (М. П. Мусоргский) — Марфа
- 1959 — «Йәлил» (Н. Жиганов) — Хаят
- 1959 — «Пик дамһыа» П. И. Чайковский — Полина
- 1959 — «Һуғыш һәм солох» (С. С. Прокофьев) — Элен
- 1960 — «Ысын кеше тураһында повесть» (С. С. Прокофьев) — Клавдия
- 1962 — «Мөхәббәт кенә түгел» (Р. K. Щедрин) — Варвара Васильевна
- 1962 — «Фальстаф» (Дж. Верди) — Мэг Пэдж
- 1963 — «Дон Карлос» (Дж. Верди) — Эболи
- 1965 — «Ҡарһылыу» (Н. А. Римский-Корсаков) — Весна
- 1967 — «Мазепа» П. И. Чайковский — Любовь
- 1967 — «Оптимистик трагедия» (А. H. Холминов) — Комиссар
- 1974 — «Трубадур» (Дж. Верди) — Азучена
- 1976 — «Садко» (Н. А. Римский-Корсаков) — Любава
- 1977 — «Пиковая дама» П. И. Чайковский — Графиня
- 1977 — «Октябрь» (В. И. Мурадели)— Графиня
- 1979 — «Рейн алтыны» (Р. Вагнер) — Фрикка
- 1983 — «Авлидалағы Ифигения» (К. Глюк) — Клитемнестра
- 1989 — «Бал-маскарад» (Дж. Верди) — Ульрика
- 1990 — «Пик дамаһы» П. И. Чайковский — Графиня
Аудиояҙмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1978 — Марина Мнишек («Борис Годунов», композитор Модест Мусоргский, директор Борис Хайкин)
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1974 — Сэр Джон Фальстаф (фильм-спектакль) — миссис Пэйдж (озвучивание)
- 1983 — Ты мой восторг, мое мученье… — роль
- 1990 — Монологи о Юрии Гуляеве (документальный)
- 1996 — Ручьи, где плещется форель (фильм-спектакль) — вокал
- 2010 — «Ирина Архипова. Архитектура гармонии (документальный фильм)|Ирина Архипова. Архитектура гармонии» — документальный фильм (сценарий О. Агамирова-Сац, режиссёр Н. Тихонов)
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Попов И. Е. Ирина Архипова. Творческий портрет. — М.: Музыка, 1980. — 32; илл. с. — (Мастера исполнительского искусства). — 50 000 экз.
- Архипова И. К. Музы мои. — М.: Мол. гвардия, 1992. — 221 с. — ISBN 5-235-00363-2.
- Архипова И. К. Из серии «Мой XX век» // Музыка жизни. — М.: Вагриус, 1997. — 381 с. — ISBN 5-7027-0466-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Пред. научн.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 2. Анкилоз — Банка. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
- ↑ Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Том 1. А — Гонг. 1072 стб. с ил. — М.: Советская энциклопедия, 1973 год
- ↑ Новая Российская энциклопедия: в 12 т. / Редкол.: А. Д. Некипелов, В. И. Данилов-Данильян, В. М. Карев и др. — М.: ООО «Издательство „Энциклопедия“» Т. 2 А — Баяр, 2005. — 960 с.: ил.
- ↑ РИА Новости: Состояние оперной певицы Ирины Архиповой стабильное
- ↑ РИА Новости: Скончалась оперная певица Ирина Архипова
- ↑ Lenta.ru: В Москве похоронена Ирина Архипова
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 2 января 2005 года № 1 "О награждении орденом Святого апостола Андрея Первозванного Архиповой И.(недоступная ссылка)
- ↑ Награждена указом президента России № 1744 от 30 декабря 1999 года 2012 йыл 12 ғинуар архивланған.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 14 ноября 1980 года № 3301-X «О награждении орденами и медалями СССР работников, наиболее отличившихся при подготовке и проведении Игр XXII Олимпиады»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 700 «О награждении медалью Пушкина» 2011 йыл 7 ноябрь архивланған.
- ↑ Губернатор Новгородской области Михаил Прусак награждён высшей Российской общественной наградой 2015 йыл 21 июнь архивланған.
- ↑ Протокольное решение Совета глав государств СНГ «О награждении Грамотой Содружества Независимых Государств» (Принято в г. Минске 1 июня 2001 года) 2016 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 2 января 2010 года № 2-рп "О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации Архиповой И.(недоступная ссылка)
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 18 ноября 1997 года № 476-рп «О поощрении членов Государственной комиссии по подготовке к празднованию 850-летия основания Москвы» 2014 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента РФ от 29.05.1997 N 532 «О присуждении Государственных премий Российской Федерации в области литературы и искусства 1996 года»
- ↑ Распоряжение Мэра Москвы от 15.08.2000 N 882-РМ «О присуждении премий Мэрии Москвы в области литературы и искусства» 2019 йыл 12 февраль архивланған.
- ↑ МГК им.
- ↑ № 1602-1604. Серия "Кавалеры Ордена Святого апостола Андрея Первозванного" . Дата обращения: 24 июль 2012. Архивировано 7 август 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архипова Ирина Константиновна . «Герои страны» сайты.
- Фонд И. К. Архиповой (официальный сайт) 2017 йыл 14 февраль архивланған.
- И. К. Архипова на сайте peoples.ru
- Фотографии
- Статьи
- Музыка жизни. Умерла Ирина Архипова (рус.)
- Статья М. Лобановой о И. К. Архиповой 2013 йыл 17 декабрь архивланған.
Ҡалып:Кавалеры Ордена Святого апостола Андрея Первозванного (с 1998)
- Мәҡәләләр
- Музыка тормошо. Ирина Архипова вафат булды (рус.)
- И. К. Архипова 2013 йыл 17 декабрь архивланған. тураһында М. Лобанова мәҡәләһе
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 2 ғинуарҙа тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 11 февралдә вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- СССР йырсылары
- Рәсәй йырсылары
- XX быуат йырсылары
- СССР опера йырсылары
- Рәсәй опера йырсылары
- XX быуат опера йырсылары
- СССР музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- XX быуат музыка педагогтары
- Алфавит буйынса публицистар
- СССР публицистары
- Рәсәй публицистары
- XX быуат публицистары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Пушкин миҙалы менән наградланыусылар
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Изге Михаил Терскийҙың тәреһе менән наградланҡандар
- Республика ордены кавалерҙары (Молдова)
- «Поляк мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән наградланыусылар
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Ленин премияһы лауреаттары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Изге апостолдарға тиң княгиня Ольга II дәрәжәле ордены менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- СССР-ҙың академик музыканттары
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Меццо-сопрано
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Рәсәй йәмәғәт эшмәкәрҙәре
- СССР-ҙың йәмәғәт эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса педагогтар
- Почётлы докторҙар
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары