Бабсаҡ менән Күсәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бабсаҡ менән Күсәк (эпос) битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Бабсаҡ менән Күсәк»
«Бабсаҡ менән Күсәк»
Жанр:

эпос

Төп нөхсә теле:

башҡорт

Бабсаҡ менән Күсәк — башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос.

Яҙып алыныу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп геройҙары Бабсаҡ бей һәм Ҡарағөлөмбәт образдарын һәм ваҡиғаларҙы ҡапма‑ҡаршы трактовкалауҙары менән айырылған ҡыпсаҡ («Күсәк бей») һәм бөрйән («Бабсаҡ бей менән Ҡарағөлөмбәт бей») версияларында билдәле. Ҡыпсаҡ версияһын тәүге тапҡыр 1916 йыл С. М. Мөхәмәтҡолов Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрге Этҡол ауылы (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) яҙып ала (башҡа мәғлүмәттәр буынсаса, «Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе» нигеҙендә төҙөлгән). Шиғри‑проза формаһында йәшәй. Ҡыпсаҡ версияһы варианттарын («Ҡиссаи Күсәк бей», «Ҡыпсаҡ менән Күсәк» һ.б.) М. А. Буранғолов, Л. Н. Лебединский, С. Ф. Миржанова, М. М. Сәғитов, Ғ. Сәләм яҙып ала. Бөрйән версияһын тәүге тапҡыр 1939 йылда Али Карнай Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында яҙып ала. Проза формаһында йәшәй. Бөрйән версияһы варианттарын («Мәсем хан», «Тойғон бей» һ.б.) Ғ. Әмири, Ғ. Сәләм, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып ала.

Эпостың ҡыҫҡаса эстәлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эпоста бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙарының ике быуын ғүмере дауамында үҙ‑ара ыҙғышыуы сағылдырыла. Әҫәр Мәсем хан етәкселегендәге башҡорт ырыуҙарының тормошон, уларҙың ханлыҡҡа һөжүм иткән ҙур, «бығаса күренмәгән» йыртҡысҡа ҡаршы көрәштә берләшеүен һүрәтләй. Ҡыпсаҡ версияһына ярашлы, Бабсаҡ ул йыртҡысты үлтерә, ә Ҡарағөлөмбәт батырлыҡты үҙе ҡылғанлығын иҫбат итергә тырыша, һәм һүҙен һүҙ итә алмағас, Бабсаҡты үлтерә. Бөрйән версияһы буйынса, йыртҡыс менән алышта Ҡарағөлөмбәт еңеүсе булып сыға. Ваҡиғаларҙың артабанғы һүрәтләнеше ике версияла ла бер үк: Бабсаҡты үлтергәндән һәм ҡыпсаҡтарҙы юҡ иткәндән һуң, Ҡарағөлөмбәт Бабсаҡтың ауырлы ҡатынына өйләнә; Бабсаҡтың улы Күсәк, үҫеп, атаһы өсөн үс ала, Ҡарағөлөмбәтте үлтерә һәм уның бөтә ырыуын юҡ итә; бер малай ғына иҫән ҡала, унан аҙаҡтан бөрйән ырыуы тергеҙелә («бөрйән» этнонимы «бер йән» тигәндән алынған, тигән фекер йәшәй). Эпоста Күсәктең ҡылыҡтары ике төрлө баһалана: ҡарымтаның хаҡлығы таныла, ләкин геройҙың яуызлығы ғәйепләнә. Ике версияның нигеҙенә һалынған идея бер үк: ырыу‑ара ыҙғыштарҙы ғәйепләү һәм башҡ. ырыуҙарын берләшергә саҡырыу. Эпостың 30‑ға яҡын варианты Ғилми архивта һаҡлана.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961.
  • Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]