Бабушкин Роман Романович
Бабушкин Роман Романович | |||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ҡорҫаҡ Түбәләре ауылы | ||||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||
Ғәскәр төрө |
пехота | ||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||
Хәрби звание |
Эске хеҙмәт полковнигы | ||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Бабушкин Роман Романович (27 ғинуар 1919 йыл — 29 июль 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, гвардия өлкән лейтенанты[1]. Һуғыштан һуң СССР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, 1973 йылдан отставкала, эске хеҙмәт полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роман Романович Бабушкин 1919 йылдың 27 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Корсаковские Вершины ауылында (хәҙер юҡ) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. 1936—1938 йылдарҙа Бәләбәй районы Краснознаменский спирт заводында ағас эшкәртеү буйынса десятник булып эшләй.
1938 йылдың май айында БАССР-ҙың Бәләбәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 1942 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1943 йылда кесе лейтенант, 1944 йылда комсостав әҙерләүсе «Выстрел» курстарын тамамлай.
1945 йылдың 7 апрелендә Кёнигсберг крепость-ҡалаһының төньяғында батальон биләгән хәрби позицияларҙан гвардия өлкән лейтенанты Роман Бабушкин шәхсән үҙе һуғышсыларҙы ҡәлғәне штурмлауға алып бара.
Офицер үҙенең төркөмө менән штурм күперҙәре ярҙамында һыу каналын аша сыға һәм ҡәлғә стеналарына барып етә. Артабан сапёрҙар тарафынан шартлатып эшләнгән тишек аша улар ҡәлғәгә үтеп инә һәм форт эсендә һуғыш башлай. Һөҙөмтәлә 43 немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Шулар араһынан ун ике һалдат һәм өс офицерҙы гвардия өлкән лейтенанты Роман Бабушкин үҙе юҡ итә. 254 дошман һалдаты һәм офицеры әсиргә алына.
Үҙенең батырҙарса эш итеүе менән Роман Бабушкин 5-се фортҡа һөжүмдең уңышын хәл итә һәм Кёнигсберг ҡалаһына юл аса.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указы менән гвардия өлкән лейтенанты Бабушкин Роман Романовичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ҡыҙыл Йондоҙ» (№ 6266) миҙалы тапшырыла.[3][4].
1946 йылда Роман Бабушкин демобилизациялана. Башҡорт АССР-ның Эске эштәр министрлығында лагерь бүлеге коменданты, артабан 9-сы һәм 10-сы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колониялары башлығы булып эшләй. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт полковнигы дәрәжһендә 1973 йылда отставкаға сыға.
1999 йылдың 29 июлендә вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6266) (19.4.1945)[3][4]
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6.4.1985)[5]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар
- СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Надгробный памятник | |
Мемориальная доска в Уфе |
- Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
- Өфө ҡалаһының Октябрь районында Октябрь проспекты буйлап Герой йәшәгән 65 һанлы йорттоң ал яғында мемориал таҡтаташ ҡуйылған.
- Р. Р. Бабушкиндың исеме Калиниград ҡалаһының Форт № 5 эргәһендә ҡуйылған мемориал таҡтаташта мәңгеләштерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Должность и воинское звание на дату представления к присвоению звания Героя Советского Союза.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы биләмәләре
- ↑ 3,0 3,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 45, л. 1)
- ↑ 4,0 4,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 4, л. 96, 97)
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Базекин Г. Отвоёванный рассвет //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабушкин Роман Романович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)
- Бабушкин Роман Романович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2011)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 27 ғинуарҙа тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Бәләбәй районында тыуғандар
- 29 июлдә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- КПСС ағзалары