Бадмаев Санал Батыевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бадмаев Санал Батыевич
Тыуған көнө:

31 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (89 йәш)

Тыуған урыны:

Саратов, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Рәсәй

Эшләгән урыны:

Калмыцкий государственный университет

Ғилми дәрәжәһе:

иҡтисад фәндәре докторы

Уҡыу йорто:

Ставропольский сельскохозяйственный институт

Награда һәм премиялары


Дуҫлыҡ ордены
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Honoured Science Worker of the Russian Federation.png
Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Фотография С. Б. Бадмаева

Бадмаев Санал Батыевич (31 декабрь 1932 йыл, Һарытау) — совет һәм Рәсәй ғалимы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Халыҡ-ара юғары белем биреү академияһының ағза-корреспонденты (1995).[1]

130-ҙан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография һәм 4 дәреслек авторы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1932 йылдың 31 декабрендә Һарытауҙа Ҡалмыҡ Республикаһының беренсе профессоры һәм Ҡалмыҡ педагогия институтының беренсе директоры Бадмаев Бата Бадмаевич ғаиләһендә тыуған[2].

Педагогик эшмәкәрлеген 1952 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң башлай һәм урта мәктәптең 5-7 — се кластарында математика фәненән уҡыта. 1954 йылда, башҡа ҡалмыҡтар менән бергә һөргөнгә ебәрелгән атаһы Алтайҙа йәшәгән осорҙа, Алтай ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Алтай дәүләт аграр университеты) механизация факультетына уҡырға инә. 1957 йылда, ғаилә Ставрополь крайына ҡайтҡас, Ставрополь ауыл хужалығы институтына (хәҙер Ставрополь дәүләт аграр университеты) күсә, уны 1959 йылда тамамлай[2].

1959 йылдан Элисталағы Ҡалмыҡ ауыл хужалығы эксперименталь станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй башлай. 1960 йылдан 1962 йылға тиклем ВЛКСМ-дың Элиста ҡала комитетының 1-се секретары булып эшләй, һуңынан 1962 йылдан 1965 йылға тиклем Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы иҡтисады ғилми-тикшеренеү институтының көндөҙгө аспирантураһында уҡый. 1965 йылда «Ҡалмыҡ далалары көтөүлектәрендә һыуҙы күтәреүҙе һәм ташыуҙы механизациялауҙы иҡтисади нигеҙләү» темаһына диссертация яҡлай[3]. 1966 йылда Элистала Волгоград ҡала хужалығы инженерҙары институтының дөйөм техник факультеты ойошторолғас, Санал Бадмаев был факультет деканы була. 1970 йылда Элистала ҡалмыҡ дәүләт университеты асылғандан һуң, дөйөм техник факультет уның составына индерелә, ә Бадмаев был уҡыу йортоноң уҡыу һәм фәнни эш буйынса проректоры булып китә[2].

1980 йылда ошо вазифала эшләп, докторантурала шөғөлләнә. 1985 йылда « Ҡалмыҡстан милли иҡтисадының этаптары һәм төп йүнәлештәре: 1892—1980 йылдар» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4]. 1985 йылдан 1998 йылға тиклем ул политэкономия, иҡтисади теория нигеҙҙәре, иҡтисади теория һәм идара итеү кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй.

Әлеге ваҡытта Ҡалмыҡ дәүләт университетының дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм хоҡуҡ кафедраһы профессоры. Волгоград дәүләт һәм Әстерхан техник университеттарында диссертация советы ағзаһы булып тора. 16 фән кандидаты һәм 1 фән докторы әҙерләгә[2]н.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ҡалмыҡ АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (1987)
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (1993)
  • «Ҡалмыҡ дәүләт универсттетының атҡаҙанған профессоры» (2008)
  • Дуҫлыҡ ордены (2000)
  • Миҙалдары
  • «Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре» билдәһе
  • «Ҡалмыҡ Республикаһының почетлы гражданы» (2007).

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]