Баженов Николай Николаевич
Баженов Николай Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 11 (23) август 1857[1] |
Тыуған урыны | Киев, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 март 1923 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Некрополь Донского монастыря[d] |
Һөнәр төрө | психиатр |
Эшмәкәрлек төрө | психиатрия[d] |
Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Мәскәү университетының медицина факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Баженов Николай Николаевич (1857—1923) — рус психиатры, профессор; психиатрия патронаж системаһын ойоштороусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баженов Николай Николаевич Баженовтарҙың дворян нәҫеленән сыҡҡан. Атаһы тураһында төрлө сығанаҡтарҙан баш штабс-капитандан алып жандарм полк генералына тиклем мәғлүмәттәр бар[2][3].
1881 йылда Мәскәү университетының медицина факультетын «Клиническое исследование о лихорадочных состояниях» эше өсөн алтын миҙал менән тамамлай. Студент йылдарында Баженовҡа медицина тарихын, дөйөм терапияны һәм диагностиканы уҡытыусы М.П. Черинов, һәм нервы сирҙәре курсын уҡыусы М А. Кожевников йоғонто яһай
Университетты тамамлағандан һуң Баженов Мәскәүҙә Преображенск психиатрия дауаханаһының штаттан тыш ординаторы булып хеҙмәт итә; бер үк ваҡытта Сокольникиҙа М.Ф.Беккерҙың шәхси дауаханаһында эшләй.
1883 йылдың майынан 1885 йылдың мартына тиклем сит илдә була; Вена һәм Берлин һәм Вена клиника һәм лабораторияларында стажировка үтә. Бер йылдан артыҡ Парижда Ж.-М. Шарко һәм Ж.-Ж.-В. Маньянда үткәрә. Шулай уҡ Т. Мейнерт һәм Г. Нотнагелдә эшләй. Күп рус эмигранттары менән таныша (П.Л. Лавров, И.Е. Деникери һ. б.)[4]. Парижда (1884) масонлыҡҡа инә
1886 йылдың 1 апрелендә Мәскәүҙә ҡулға алына; Рязандә эҙләүҙәр ваҡытында «Народная воля» гәзитенең экземплярҙары һәм Парижда йәшәгән эмигранттар менән яҙышҡан хаттар табыла. 1886 йылдың майында азат ителә, әммә полиция күҙәтеүе аҫтында ҡала, дәүләт хеҙмәтенә һәм университетта уҡытыу мөмкинлегенән мәхрүм ителә. 1887 йылдың ноябрендә н сит илгә фәнни маҡсат менән сығырға рөхсәт тураһында үтенес яҙа; 5 декабрҙә йәшерен күҙәтеүҙән азат ителә. Шул уҡ йылда уға баш ҡалала йәшәүгә рөхсәт ителә.[5]
1886—1889 йылдарҙа үҙе ойошторған Рязань земство психиатрия дауаханаһының директоры була. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр (1886—1887) Баженов ауырыуҙарҙы ғаиләлә бағыу системаһын индерә, уларҙы крәҫтиән ғаиләләренә урынлаштыра.
1894 йылда Харьков университетында «К вопросу о значении аутоинтоксикаций в патогенезе некоторых нервных симптомо-комплексов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1894—1896 йылдарҙа «Удельная» станцияһында психиатрия дауаханаһының баш табибы булып эшләй (Изге Пантелеймон дауаханаһы)[4], Петербург университетына Хәрби-юридик академияһы курсын уҡый. 1898—1901 йылдарҙа Воронеж губернаһы земствоһында психиатрия ойошмаһын етәкләй, Воронеж медицина йәмғиәтенең башлығы була[6]. 1900 йылдан Брюссель ирекле университетының һәм Париж психофизиология институтының профессоры була. 1901 йылда Парижда йәмәғәт фәндәренең Рус юғары мәктәбен ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда дөйөм криминалистика кафедраһы менән етәкселек итә.
1895, 1898, 1901 йылдарҙа Мәскәү университетында уның приват-доценттар иҫәбенә индереү кәрәк тип табылмай[2]; тик 1902 йылдан ғына ул университеттың нервы ауырыуҙары кафедраһы буйынса приват-доцент була.
1904 йылда Мәскәүҙә Преображенск психиатрия дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә, унда надзирателдәрҙе — табип-интерндар, ә санитарҙарҙы — шәфҡәт туташтары менән алмаштыра; дауахананы киңәйтә, яңы корпустар төҙөй.
1905 йылда М.Ф. Беккер психиатрия дауаханаһын етәкләй. 1906 йылда Воскресенскта ғаилә психиатрия патронажын индерә.
1906—1916 йылдарҙа Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында психиатрия кафедраһын ойоштора һәм етәкләй.
1906 йылда Конституцион-демократик партияға инә. Мәскәүҙә ҡораллы ихтилал ваҡытында Баженов революционерҙарҙы М.Ф.Беккер шәхси дауаханаһында йәшерә, большевиктар йыйылышы өсөн бина бирә; башҡа, ҡала дауаханаһында В. И. Ленин да була.
Рәсәйҙә масонлыҡты тергеҙеү буйынса инициаторҙарҙың береһе. 1906 йылдың 28 ноябрендә Мәскәүҙә уның фатирында масондарҙың «Яңырыу» ложаһына нигеҙ һалына, ул барлыҡҡа килгән көндән алып уның ҡәҙерле мастеры була. Шулай уҡ петербургта «Полярная звезда» ложаһы ағзаһы була. Боронғо һәм ҡабул ителгән шотланд уставының 18-се дәрәжә капитул рәйесе.
1911 йылда хөкүмәттең реакцион сәйәсәтенә ҡаршы протест билдәһе итеп, Мәскәү университеты приват-доценты вазифаһын ҡалдыра һәм мәғариф министры Л. А. Кассо ҡылыҡтарына ҡаршы асыҡ хат менән сығыш яһай. Ошо уҡ йылда «Проект законодательства о душевнобольных» менән сығыш яһай һәм Мәскәүҙә психик ауырыуҙарҙы дауалау буйынса Бишенсе Халыҡ-ара конгресс ойоштора.
1911—1916 йылдар осоронда Н.Н.Баженов Рус невропатологтар һәм психиатрҙар союзының беренсе рәйесе була[4].
1914 йылда, коллегалары менән берлектә, Мәскәүҙә Дон психоневрологик дауаханаһына, (хәҙер — З.П.Соловьев исемендәге махсуслаштырылған 8-се клиник дауаханаһы)[4]; Париж янында (Мари менән берлектә) — психиатрия шифаханаһына нигеҙ һала.
1915 йылда Кавказда булған психик ауырыу яугирҙарҙы бағыу буйынса Ҡыҙыл Тәре вәкиле итеп тәғәйенләнә.
1916 йылда рус экспедиция корпусы һалдаттарына ярҙам итеү өсөн Францияға сыға. Психиатрия хеҙмәттәре буйынса етәкселек итә. Бер аҙҙан Францияла Рәсәй Ҡыҙыл Тәре вәкиле була. Психиатрия һәм психиатрия ҡануниәте өлкәһендә эше өсөн Почетлы легион ордены менән бүләкләнә[4]. Бельгияла ҡаты ауырып, Рәсәйгә 1923 йылда ғына ҡайта. Үҙе ойошторған Дон дауаханаһында вафат була.
Н. Н. Баженов — 100-ҙән ашыу эштең авторы, улар араһында: «Основы учения о лихорадке» (1883), «Юбилейный год в психиатрии» (1903), «Психиатрические беседы на литературные и общественные темы» (1903), «Психология и политика» (1906), «История Московского Доллгауза» (1909), «Проект законодательства о душевнобольных и объяснительная записка к нему» (1911), «Внушение и его пределы» (1911; Н. Е. Осипов менән берлектә)[4], «О значении стихийных бедствий в этиологии некоторых нервных и психических заболеваний» (1914). «Психология казнимых» эшендә ул үлем язаһын индереүгә ҡаршы сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
- ↑ 2,0 2,1 Ҡалып:Революционеры
- ↑ Ҡалып:Книга:Словарь членов Общества любителей Российской словесности при Московском Университете
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Биография 2014 йыл 4 май архивланған.
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 43
- ↑ Воронежская энциклопедия. Т. 1. — С. 60.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 27. — 294 с. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
- Гериш А. Г. БАЖЕНОВ Николай Николаевич // Большая медицинская энциклопедия / Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — Т. 2.
- Серков А. И. Русское масонство. 1731—2000 гг. Энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2001. — 1224 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-8243-0240-5.
- Сироткина И. Е. БАЖЕНОВ Николай Николаевич // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 43—44. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Словарь членов Общества любителей Российской словесности при Московском Университете. — М.: Печатня А. Снегиревой, 1911. — С. 20..
- 150-летие Николая Николаевича Баженова. 1857—1923 // Независимый психиатрический журнал. — 2007. — № 4.